Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Июль 2025, 12:55

Һауа торошо: йәй бөттө ләме ни?

Июль аҙағына һәм авгусҡа һауа торошона фараздар бирҙеләр. Әлбиттә, халыҡ бындайҙы көтмәгәйне.

Һауа торошо: йәй бөттө ләме ни?
Һауа торошо: йәй бөттө ләме ни?

Башҡортостанда эҫе көндәр тора. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн һауа температураһы +30 градустан юғары булыуы көтөлә. Әммә иртәгә, 12 июлдә, ул түбәнәйә. Көндөҙ термометр +28 градус күрһәтәсәк. Ә 13 июлдә көндөҙ тағы ла ике градусҡа һалҡыныраҡ буласаҡ.

Оҙайлы фараздарға ҡарағанда, артабан термометр бағанаһы көндөҙ +18 градус күрһәтәсәк. Был киләһе аҙнала, 16 июлдә, буласаҡ. Ә тағы бер нисә көндән, 22 июлдә, көндөҙ +13 градусҡа тиклем һыуыта.

Июль аҙағында һәм августа эҫе көндәр булмаясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +23, +24 градус була. Ҡайһы бер көндәрҙә +14 градусҡа тиклем фаразлана.

Кешеләр йәйге ялға күпләп сыҡты. Әлбиттә, бындай һауа торошо тәбиғәттә ял итеүгә аяҡ салырға мөмкин.

Шулай ҙа синоптиктар әйтеүенә ҡарап бошонмайыҡ. Улар былтыр-быйыл аномаль эҫелек була, ҡоролоҡ килә тип ҡурҡытҡайнылар. Ә ике йылда ла ямғырҙар мул яуҙы. 

Автор фотоһы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас