Асылыкүлдә һыу ингән 38 йәшлек ир саҡ оло бәләгә тарымаған. Һауа тултырылған матраста йөҙөүе ҡурҡыныс тип иҫкәртеп тороуҙарына ҡарамаҫтан, балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә быға ҡолаҡ һалмай.
Дәүләкән районындағы данлы күлдә был ир матраста ятҡан килеш йоҡлап киткән. Һәм тәрәгә йөҙөп киткәнен дә абайламаған. Шаһиттар быны күреп, 112 хеҙмәтенә шылтыратҡан. Уғаса үҙҙәре йөҙөп барып, йоҡосо ирҙе ярға һөйрәтеп сығарған.
Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: һауа тултырылған матрас ҡотҡарыу күкрәксәһе түгел, хәүефле булыуы ихтимал!
Фото: "Асылыкүл" тәбиғәт паркы дирецияһынан.