Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
14 Июль 2025, 00:05

80 йәштә лә еләккә йөрөйҙәр

Ике биҙрәне тултырып, ҡәнәғәт булып ҡайтып баралар...

80 йәштә лә еләккә  йөрөйҙәр
80 йәштә лә еләккә йөрөйҙәр

Быйыл емеш-еләк мул. Һәр хужабикә йыйып, әҙерләп ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн баҙына төшөрә, туңдырғысына тултыра.

Бына Салауат районының Арҡауыл ауылынан 79 йәшлек Баевтар ғаиләһе лә еләк-емеш миҙгелен бушҡа үткәрмәй. Флорида инәй һәм Роберт ағай ҡырға сығып, биҙрә-биҙрә еләк йыйған һәм мул уңышҡа ифрат шаттар.

Һикһәнгә ингәндә лә яратҡан шөғөлөң менән булышыу - үҙе бер бәхет инде ул! Һаулыҡ, именлек һеҙгә!

Фото: https://vk.com/wall-175284210_104770

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас