Был турала эксперт берләшмәһе ағзалары 2025 йылдың 12 июлендә Парижда Бөтә донъя мираҫы комитетының 47-се сессияһында бер тауыштан ҡарар ҡабул итте.
Брифингта ҡатнашасаҡ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары, БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты эшмәкәрлеге кураторы Урал Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау Һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов.
Брифинг 12.00 сәғәттә башлана.
Аккредитация өсөн бәйләнештәр: +7-927-232-81-88, inf@bashinform.ru.