-28 °С
Болотло
Төш мәлендә Баймаҡ районында, Сибай ҡалаһында көслө ямғыр, боҙло борсаҡ яуған. Ә Төркмән ауылында йәшен йәшнәп, ете баш йылҡыны әрәм иткән. Ауыл эргәһендәге электр бағаналары янында утлап йөрөгән малҡайҙар күҙ асып йомғансы һәләк булған.
Сибайҙағы таныштар, төшкө сәғәт ике менән өс араһында ныҡ итеп күк гөрһөлдәне, бер нәмәне атты инде, тип уйланыҡ ти. Күрәһең, хәл шул ваҡытта булған.
Аттар йәл. Йәшен ваҡытында һаҡ булығыҙ.
Фото: социаль мессенджерҙағы видеонан скриншот.