Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
4 Сентябрь 2025, 12:15

Башҡортостан донъя геологияһы үҙәге буласаҡ

Быйыл 16 илдән 38 команда — бөтәһе 300-гә яҡын кеше ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың географияһы Рәсәй төбәктәрен генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙе лә үҙ эсенә ала: Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Алжир, Гана, Эфиопия, Монголия, Фәләстин, Мозамбик, Гвинея, Көньяҡ Африка Республикаһы, Буркина-Фасо, Ираҡ, Зимбабве, Ҡытай һәм Мысыр.

Башҡортостан донъя геологияһы үҙәге буласаҡ
Башҡортостан донъя геологияһы үҙәге буласаҡ

2025 йылдың 7-17 сентябрендә Өфөлә Роснедра һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошторған III «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты үтәсәк. Был ҙур тармаҡ ваҡиғаһында бөтә донъянан буласаҡ геологтар иң яҡшылар исеменә көрәшәсәк.

Быйыл чемпионатта 16 илдән 38 команда — бөтәһе 300-гә яҡын кеше ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың географияһы Рәсәй төбәктәрен генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙе лә үҙ эсенә ала: Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Алжир, Гана, Эфиопия, Монголия, Фәләстин, Мозамбик, Гвинея, Көньяҡ Африка Республикаһы, Буркина-Фасо, Ираҡ, Зимбабве, Ҡытай һәм Мысыр.

«Геовызов»тың маҡсаты — геологияны популярлаштырыу, студенттар өсөн карьера траекторияларын булдырыу, уларҙың һөнәри күнекмәләрен яҡшыртыу һәм һәләтле йәш белгестәр менән тармаҡтың алдынғы эш биреүселәре араһында тура бәйләнештәрҙе нығытыу.

Чемпионат программаһына 12 ҡатмарлы этап инә, унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш: радиометрия, минералогия һәм петрография, палеонтология, геологик маршрут, шлих һынауҙары, гидрогеология, тестлау, геохимия, нефть һәм газ, ялан торағы, геологик киҫелеш һәм кристаллография. Эксперттар һәм остаздар булып Роснедранан, ведомство ҡарамағындағы ойошмаларҙан, эре ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы компанияларҙан, профилле юғары уҡыу йорттарынан һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Геология институтынан алдынғы геологтар сығыш яһаясаҡ.

Көсөргәнешле ярыштар программаһынан тыш, ҡатнашыусыларҙы бай мәҙәни һәм спорт тормошо көтә: Өфө һәм Башҡортостандың уникаль тәбиғәт объекттары буйлап экскурсиялар, потенциаль эш биреүселәр менән осрашыуҙар һәм «Геройҙар уҙышында» көстәрен һынау.

Роснедра етәксеһе Олег Казанов һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында тантаналы асыу 8 сентябргә планлаштырылған. Еңеүселәрҙе бүләкләү һәм чемпионатты ябыу тантанаһы 17 сентябрҙә үтә. Иң яҡшы командалар өсөн төп бүләк - геология тармағы предприятиеларында стажировка үтеү мөмкинлеге.

- Өсөнсө халыҡ-ара геология чемпионатын үткәреү инициаторы булып сығыш яһаған республикабыҙ үҙен донъя геологияһы үҙәктәренең береһе тип ышаныслы белдерә. Роснедра менән берлектә геология фәнен үҫтереү өсөн нигеҙ булдырабыҙ һәм геолог һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ. Был ҙур ваҡиға айырыуса уның төп ҡатнашыусыларының студенттар булыуы менән ҡиммәтле. Тау-мәғдән сәнәғәтенең киләсәге, иҡтисади үҫеш һәм төп социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү тап уларҙың белеменә һәм компетенцияларына бәйле. Чемпионат ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтеүҙән тыш, тармаҡтың кадрҙар потенциалын да нығытыр, тип ышанам. Башҡортостанда бөтәһен дә түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Әҙерлек барышын һәм «Геовызов-2025»тең иң сағыу мәлдәрен чемпионаттың Рәсми Telegram-каналында күҙәтергә мөмкин буласаҡ, унда эксклюзив репортаждар, интервьюлар һәм ваҡиға урынынан фотолар баҫыласаҡ.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас