Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
18 Сентябрь 2025, 00:15

Эскән, ашаған. Уянһа - реанимация...

Магнитогорск ҡалаһынан 57 йәшлек ир Әбйәлил районына ҡунаҡҡа килгән...

Эскән, ашаған. Уянһа - реанимация...
Эскән, ашаған. Уянһа - реанимация...

Магнитогорскиҙан 57 йәшлек ир Әбйәлил районына килгән. Ҡунаҡ хөрмәтенә табын йәйгәс, ул ҡаты  эсемлек тәмләй һәм артынан бәшмәк ҡабып ҡуя. 

Бер аҙҙан ул үҙен насар тойған. "Ашығыс ярҙам" саҡыртҡас, ирҙе дауаханаға алып китәләр, реанимацияға һалалар.

Табиптарҙың тырышлығы менән генә ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйылмай. Ә бит бер нисә йыл элек Әбйәлилдә тотош ғаилә бәшмәк ашап ағыуланғайны. Ул саҡта ҡорбандар ҙа булды.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас