Синоптиктар белдереүенсә, иртәгә, 12 октябрҙә республикала һауа торошо кинәт боҙоласаҡ. Төнгә ҡарай температура -2,+3 градусҡаса төшә, көндөҙ +3,+10 градус тирәһе торасаҡ.
Алдағы көндәрҙә яуым-төшөм йышая. Күпселек райондарҙа ямғыр яуа, урыны менән ҡар ҡатыш. 13 октябрҙә иртән ағастарҙы, электр сымдарын ҡар һырыр, юлдарҙа боҙлауыҡ булыр, көнсығыш райондарҙа йоҡа булһа ла ваҡытлыса ҡар ятыр тип көтөлә.
Октябрҙә уртаса һауа температураһы +4,3 градус булыр тип күҙаллана, ноябрь ҙә ғәҙәттәгесә көтөлә. Ә ҡар ныҡлап декабрь башында ятыр тип фаразлана.
Автор фотоһы.