Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
28 Октябрь 2025, 18:00

Юлға сығыр булһағыҙ, ҡырҡ тапҡыр уйлағыҙ!

29 октябрҙәге һауа торошо тураһында алдан иҫкәрттеләр.

Юлға сығыр булһағыҙ, ҡырҡ тапҡыр уйлағыҙ!
Юлға сығыр булһағыҙ, ҡырҡ тапҡыр уйлағыҙ!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 29 октябрҙә Башҡортостанда һауа шарттарының үҙгәреүе хаҡында иҫкәртте. Башгидромет синоптиктарына һылтанма менән, төндә һәм иртән томан төшөүе һәм күреү мөмкинлегенең насарайыуы тураһында хәбәр ителә.

Шаршамбы төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо тороуы, бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк.

Һауа температураһы төндә +2, +7 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда термометр бағанаһы -3 градусҡаса төшәсәк. Көндөҙ +7, +12 градус булыуы көтөлә.

Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында яуым-төшөм ваҡытында күреү мөмкинлеге - бер-ике километрға тиклем, төндә һәм иртән томан ваҡытында 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк. Томанда хәрәкәт итеүе хәүефле: машиналар ҙа, юлға сыҡҡан мал-тыуар ҙа йүнләп күренмәй - һаҡ булығыҙ!

Сығанаҡ: Башгидрометүҙәк.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас