Ҡырағай мөхит
3 Ноября 2025, 20:25

Бөгөн-иртәгә юлға сығыусыларға: ике көнгә һауа торошо

Ҡыш яҡынайғандан-яҡыная. Кисә төндә ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуғайны ла инде. Юлдарҙа - боҙлауыҡ.

Бөгөн-иртәгә юлға сығыусыларға: ике көнгә һауа торошоБөгөн-иртәгә юлға сығыусыларға: ике көнгә һауа торошо
Бөгөн-иртәгә юлға сығыусыларға: ике көнгә һауа торошо

4 ноябргә һауа торошо: төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән епшек ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, көньяҡ-көнсығышҡа күсеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -1, -6°, урыны менән -11° тиклем,көндөҙ +2, -3°.

5 ноябрь: бер аҙ епшек ҡар ҡатыш ямғыр яуа, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыр, юлдарҙа - боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, -4°, көндөҙ 0,+5°.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас