Башҡортостанда аҡҡоштар тормошонан күңел ҡылдарын тирбәткән хәл булды. Яраланған инә ҡош менән айырылырға мәжбүр булған ата ҡош үҙенең парын эҙләп килә. Һәм битараф булмаған кешеләр уларҙы ҡауыштыра.
Яңыраҡ Благовещен ҡалаһында Калинин урамының 44-се йорт ихатаһына аҡҡош ҡолап төшә. Ул аяғына баҫырға маташа, әммә булдыра алмай. Баҡһаң, яралы була. Моғайын, электр сымына бәрелеп йәрәхәтләнгәндер, тип фаразлайҙар.
Ваҡиғаға шаһит булған ҡала халҡы ветеринарҙарға шылтырата, улар был инә аҡҡошто Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Улар, үҙ сиратында, зыян күргән ҡошто Өфөләге ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәгенә килтерә. Аҡҡош үҙәктә дауалана һәм яйлап иҫенә килә: аяғына баҫа, әммә әле осорға һәләтле түгел.
Иң ҡыҙығы шунда: бер ни тиклем ваҡыттан һуң Благовещен халҡы инә аҡҡош ҡолаған урын өҫтөндә һауала бер нисә көн буйына икенсе аҡҡоштоң осоп әйләнгәнен күрә. Ул бейеклектән ихатаны күҙләй, әйтерһең дә, кемделер табырға тырыша.
Һәм бер аҙҙан кешеләр Калинин урамында, 25/1-се йорт янында ерҙә ултырған аҡҡошҡа тап була. Бисара ашауҙан баш тарта. Урынға Башҡортостандың Экология министрлығы инспекторы Эльмир Камалов килә. Белгес ҡошто тикшерә. Ул һап-һау ата аҡҡош булып сыға. Күрәһең, йәрәхәтләнгән теге инә аҡҡоштоң пары. Уны Өфөгә баяғы ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәгенә алып китеп, инә аҡҡош янына ебәрәләр.
Аҡҡоштарҙың мөхәббәт тарихы шулай бәхетле тамамланды.
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев:
– Ғәҙәттә, тәбиғәттә аҡҡоштар парлап йәшәй. Был ҡоштар ҙа шундайҙыр. Уларҙың икеһе лә медицина тикшереүе үтәсәк, береһенә операция яһаласаҡ. Һуңынан үҙҙәренең тәбиғи йәшәү мөхитенә ебәреләсәк, - тип яуап бирҙе.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!