Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
6 Декабрь 2025, 21:45

Әҙерләнегеҙ: 25 градуслыҡ һыуыҡтар килә!

Ҡыш юлға сыҡҡан: ялдарҙа әле йылы була, ә бына аҙна башынан...

Әҙерләнегеҙ: 25 градуслыҡ һыуыҡтар килә!
Әҙерләнегеҙ: 25 градуслыҡ һыуыҡтар килә!

Ял көндәрендә республикала йылы була әле: төндә 0 градус, урыны менән -10 градусҡаса, көндөҙ +1 градус. Иртәгә, 7 декабрҙә, төньяҡ райондарҙа ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал, тәүге йоҡа ҡар ҡатламы ята башлаясаҡ.

Ә бына киләһе аҙна башынан республикаға арктик һыуыҡ һауа килә. 9 декабрҙә төндә температура -14°, аяҙытҡанда -25°-ҡа тиклем төшә. Көндөҙ -8°, -13° буласаҡ. Аҙна уртаһында ғына бер аҙ йылытасаҡ.

Ҡар яуыу ихтималы ла көсәйә. Метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 11 декабрҙән тәүге һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлә. 14 декабрҙә 7-8 мм ҡар яуыр, ләкин урыны менән ямғыр күҙе лә төшәсәк.

Ә 15 декабрҙән 17-һенә тиклем 10 мм ҡалынлығында ҡар ятасаҡ - төбәктә тотороҡло ҡар япмаһы барлыҡҡа киләсәк.

Фото: нейроселтәр.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас