Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
22 Март , 12:45

Хәйбуллала урмандағы өңдә йәшәгән ҡатындар: "Беҙгә хатта айыу ҙа килде"

Март уртаһында туристарҙың урманда йәшәгән ҡатындарға тап булыуын яҙғайныҡ инде. Былтыр сентябрҙә ике ҡатын ҡаяла өң ҡаҙып инеп, ике бүлмәле йәшәү урыны эшләп ала. Сәғәттәре генә бар, ә кеҫә телефондары юҡ. Календарҙы тоҫмаллап алып барғандар, тик бер көнгә алға киткән булғандар...

Хәйбуллала урмандағы өңдә йәшәгән ҡатындар: "Беҙгә хатта айыу ҙа килде"
Хәйбуллала урмандағы өңдә йәшәгән ҡатындар: "Беҙгә хатта айыу ҙа килде"

Orenday баҫмаһы яҙыуынса, 14 мартта Ырымбурҙан бер төркөм кешеләр ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөп килергә сыға һәм Хәйбулла районында урман эсендә землянкала йәшәп ятҡан ике ҡатынға юлыға. Өңдә бер нисә бүлмә, береһе доға ҡылыр өсөн. Эстә эйелеңкерәп атлап йөрөйҙәр.

Ҡатындар мейес сығарған. Утынды ла үҙҙәре әҙерләгән. Бер аҙ һауыт-һабалары бар.  Ҡая янында ғына йылға ағып ята. Шунан һыу алғандар, шунда кер йыуғандар. Йылға туңғас, мәке уйғандар.

Ҡатындарҙың береһе - Ырымбур өлкәһенән, икенсеһе - Краснодар крайынан. Йәшерәгенә 45 йәштәр тирәһе, икенсеһе - олораҡ. Улар, тормоштарын Аллаға доға ҡылыуға арнарға булып, аңлы рәүештә цивилизациянан ҡаса. Былтыр сентябрь айында ҡырағай урында ҡая янында йәшәр урын - мәмерйә ҡаҙып инәләр. Һыуыҡта ҡул менән өң ҡаҙыуы бик ауыр була. Ҡулдары өшөп, арып, арманһыҙ булалар... 

Заманса әйберҙәрҙән йәшәгән ерҙәрен яҡтыртыр өсөн ҡояш панеле һәм сәғәттәре генә бар. Телефондарының күптән инде, былтыр уҡ көсө бөткән. Ҡағыҙға көндәрҙе теркәп, календарҙы шуның буйынса алып баралар. Әммә шулай ҙа бер көнгә яңылышҡандар - алға киткәндәр. Шунда уҡ нисә тапҡыр доға ҡылғандарын да яҙып баралар икән.

"Ҡараңғыға өйрәнгәнбеҙ, ҡурҡмайбыҙ. Сысҡандарҙан да ҡурҡмайбыҙ. Беҙгә хатта айыу ҙа килде. Кешеләрҙән ҡурҡырға кәрәк", - ти ҡатындарҙың береһе.

Туристар уларҙың йәшәгән урынын ҡарап сыҡҡас, ҡатындарға ярҙам итеү теләгенән яҡында үҙҙәре туҡталған урынға барып, аҙыҡ-түлек - аш, ит, картуф алып килә. Ҡар иреп, юл рәтләнгәс, тағы килергә вәғәҙә иткәндәр.

Ҡатындар был ирҙәрҙән үҙҙәренең йәшәгән ерен белдермәүҙе үтенә. Әммә 17 марта ҡотҡарыусылар уларҙы таба һәм Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһына алып китә. Тиҙҙән ташҡын башланып, был урындың һыу аҫтында ҡалыуы бар икән. Улар аҙаҡ урманға кире ҡайтырҙармы - билдәһеҙ.

Фото: Orenday

 

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас