Ҡырағай мөхит
14 Апреля , 19:30

Ташҡын мәлендә именлек һорау доғаһы

Ҡар ирей, боҙ китә, ямғырҙар яуа. Яҙғыһын ошо сәбәпле һыу баҫыуы бар. Был афәт урап үтһен өсөн доға уҡыйыҡ.

Ташҡын мәлендә именлек һорау доғаһыТашҡын мәлендә именлек һорау доғаһы
Ташҡын мәлендә именлек һорау доғаһы

Яҙ килә. Йылғаларҙа боҙ китеп, тирә-яҡты һыу баҫыу осраҡтары бар. Етмәһә һуңғы көндәрҙә ямғыр яуа. Ошондай тәбиғәт афәттәре мәлендә уҡыр өсөн доға:

Аллаһүммә иннии әс'әлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһи үә әғүүҙү бикә мин шәрриһәә, үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһи!

Мәғәнәһе: Йә, Аллаһ, ысынбарлыҡта Һинән үҙең ебәргәндең хәйерлеһен һорайым һәм шуның менән килгәндең хәйерлеһен. Үҙең ебәргәндең зыянынан, шуның менән килгәндең зыянынан һаҡланыу өсөн, Үҙеңә һыйынам.

Фото: МЧС Башҡортостан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас