Ҡырағай мөхит
27 Апреля , 21:30

Һалҡындар ялҡыттымы? Ҡапыл йылыта!

Ҡасан? Тәүге ялдар ҡыуандырмай, ә бына 4-нән һуң...

Һалҡындар ялҡыттымы? Ҡапыл йылыта!Һалҡындар ялҡыттымы? Ҡапыл йылыта!
Һалҡындар ялҡыттымы? Ҡапыл йылыта!

Оҙаҡҡа һуҙылған аномаль һыуыҡтарҙан арынығыҙмы? Оҙаҡламай йылыта. Май байрамдары һәм тотош май ниндәй буласаҡ? Синоптиктар яуап бирҙе.

“Гисметео” порталы мәғлүмәттәре буйынса, оҙон ял көндәренең беренсе яртыһы (1 майҙан 3-өнә тиклем) һалҡын була: көндөҙ +11,+12 градус, төндә +5,+7. Был, әлбиттә, пикник өсөн һауа торошо түгел.

Ысын йылы 4-5 майҙа ғына килә: дүшәмбе һауа +17, ә шишәмбе, 5 майҙа, +19 градусҡаса йылына.

Ә инде 6 майҙан Башҡортостанда ысын метеорологик йәй башлана. Был көндө төбәктә һауа +21 градусҡаса йылына, ә 7, 8 һәм 9 майҙа тағы ла йылыраҡ була: көндөҙ +22 градусҡаса. Шул саҡта, ниһайәт, баҡса миҙгелен асып, тәбиғәткә сығыу мөмкинлеге бар.

10 һәм 11 майҙа термометр бағанаһы +18,+19 градус күрһәтәсәк.  Синоптиктар фекеренсә, айҙың икенсе яртыһы йомшаҡ һәм тотороҡло йылы була: көндөҙ +16,+20, ә төндә +15-кә тиклем. Шул уҡ ваҡытта болотло көндәргә ҡарағанда ҡояшлы көндәр күберәк буласаҡ, тип вәғәҙәләй метеорологтар.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас