Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 20:52

Күңелдәргә изгелек өҫтәп

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары кескәй тамашасыларҙы ҙур бүләк менән ҡыуандырҙы.

Сибай театры сайтынан.
Сибай театры сайтынан.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары кескәй тамашасыларҙы ҙур бүләк менән ҡыуандырҙы.
Улар рус телендә “Ерема, Данила һәм ҡара көстәр тураһында” балалар әкиәтен күрһәтте. Әҫәрҙе сәхнәгә Магнитогорск опера һәм балет театры солисы һәм режиссеры, Бөтә Рәсәй конкурстар лауреаты Владимир Полторак ҡуйған. Музыкаль яҡтан биҙәүсе – РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Людмила Лядова.
Сағыу костюмдар, матур декорация, образдарын ҙур оҫталыҡ менән һынландырған артистар... Тамашаны балалар көслө алҡыштарға күмде. Тимәк, яҡшылыҡ, изгелек, дуҫлыҡ төшөнсәләренең тамыры ныҡ әле быуындар күңелендә.


Сибай артистары кескәй дуҫтарын артабан да матур, сағыу спектаклдәр менән ҡыуандырмаҡсы.
Читайте нас: