Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Апрель 2019, 15:13

Бына шулай йәшәй милләттәштәр!

Ысын башҡорт яратырға тейешИлен, телен, халҡы күңеленҺәм йәшәргә Урал батыр кеүек,Мәңге бөтмәҫ данға күмелеп!Ошондай шиғыр юлдары менән башланып китте Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған байрам концерты.

Ысын башҡорт яратырға тейеш
Илен, телен, халҡы күңелен
Һәм йәшәргә Урал батыр кеүек,
Мәңге бөтмәҫ данға күмелеп!
Ошондай шиғыр юлдары менән башланып китте Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған байрам концерты.
Ысынлап та, ысын башҡорт ҡайҙа ғына булмаһын, Тыуған иленә, үҙ теленә тоғро ҡалып, башҡорт рухын һаҡлап йәшәй белә. Шуға ла сит ерҙә йырҙар ҙа моңлораҡ, бейеүҙәр ҙә дәртлерәк, һүҙҙәр ҙә яҡыныраҡ, һағышлыраҡ төҫлө. Әммә “Гөлнәзирә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, быйылғы отчет концертын республика­быҙҙың 100 йыллығына арнап, данлыҡлы, дәртле бейеүҙәрен, моңло йырҙарын һәм иң матур теләктәрен яңғыратты.
Байрам кисәһендә башҡорт ойошмаһы­ның балалар мәктәбе уҡыусылары ҡатнашлығында сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтелде. Сәхнәлә улар өләсәйҙәрен, Башҡортостандың дәүләт флагы һәм төҫтәренең аңлатмаһын әйтеп, үҙҙәренең йыр, бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Залда ултырған милләттәштәребеҙ тамашала ихлас алҡышланы, сөнки тыуған ерҙең, тыуған тупраҡтың ни тиклем ғәзиз икәнен ситтә йәшәгән һәр кем аңлай. Был юҫыҡта эшләгән башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Балаһетдинованың эшен хуплап, ҡунаҡтар дәррәү ҡул сапты.
Артабан байрамды “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле сығышы биҙәне. Күп йылдар инде төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған төркөм халыҡ исемен йөрөтә. Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Ландыш Ишалина рәхмәт хаты тапшырғанда, быларҙың барыһын да билдәләп, ансамблдең иң әүҙем вәкилдәрен ҡотланы. Улар араһында бейеүсе Фәриҙә Баһаува, быйыл үҙенең 70 йәшен билдәләгән Мөхәмәтйән Вәлиев һәм Башҡортостанда сәсәндәр бәйгеһендә еңгән Рауза Мусина ла бар ине.
Башҡорт ҡайҙа булһа ла ҡунаҡ йыя тигән кеүек, был байрам да шунһыҙ уҙманы. Рәсәй конкурсы лауреаты, билдәле ҡурайсы Йәмил Үтәбаев башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү”ҙе һәм халыҡ көйҙәрен күкрәгенән генә түгел, йөрәгенән сығарып уйнағанда, залда битарафтар ҡалманы. Шулай уҡ “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә еңеүҙәр яулаған Рәсим Вахитов дәртле бейеүҙәре менән һәр кемдең кәйефен күтәрҙе.
Байрам барышында алып барыусылар ойошманың ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итте. “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһы етәксеһе Рәмилә Йосопова, мәҫәлән, “Оҙон көй” конкурсында еңеү яулаған. Концертта ла ул тамашасыларға бүләк итеп “Етегән шишмә” йырын башҡарҙы. Ансамблдең тағы ла бер моңло “һандуғасы” Әнисә Тихоненкова концертта ҡатнашыр өсөн Ҡазан ҡалаһынан килеп еткән. Яҡташтарына ул ихлас күңелдән музыкаль күстәнәсен тапшырҙы.
Әлбиттә, сәхнәлә йәштәр өсөн дә урын етерлек булды. Дамир Исламов, оҫта баянсы һәм йырсы булараҡ, ансамблдә яңы ғына эшләй башлаған. Әммә уның дәртле йырын ихлас алҡыштар менән ҡаршыланы тамашасы. Тағы ла бер яҡты, сағыу тауышты билдәләмәй булмай. Башҡорт­останда Фидан Ғафаров, Илфаҡ Смаков кеүек мәңге илһамландырырлыҡ тауыш­тарға тиң тауышлы йырсы Рәмил Кәримов – бында һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ. Башҡорт йырҙарына ғашиҡ был йырсыны белмәгән кеше юҡ. Ул тамашасыларға, ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арнап, “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”, “Юлдар саҡыра” тигән йырҙарҙы башҡарҙы. Автор-башҡарыусы Валерий Манкушев яҡташыбыҙ, шағир Рәҡит Әбделмәнов шиғырына ижад иткән “Арғымаҡ”ты башҡарҙы, ә инде Флүрә Талипова яңы йырын ишеттерҙе.
Риф Аралбаев ҡумыҙҙа уйнап ҡына ҡалмай, уны оҫта итеп яһай ҙа. Ансамблдең бер сығышы ла унһыҙ үтмәй тиһәк, яңылыш булмаҫ. Фәриҙә Баһауваны был ансамблдең йөҙөк ҡашы тип йөрөтәләр – халҡыбыҙҙың легендар бейеүе “Заһиҙәне” башҡарҙы ул. Ансамблгә яңы ғына килгән бер туғандар Ғәзинур менән Айнур Хәсәншиндарҙың моңло көйҙәре, Клара Ишкилдинаның дәртле бейеүе залда ултырыусының береһен дә битараф ҡалдырманы.
Һүҙ оҫталары, сәсәндәр ҙә үҙенсәлекле ижад өлгөләре менән уртаҡлашты был кистә. Рауза Мусина ҡобайыр һөйләп ишеттерһә, Зөлхизә Райымғужина әсәйҙәргә бағышлап шиғыр уҡыны. Башҡорт ҡурайына арнап, Миңзәлә Ғүмәрова шиғыр уҡып ҡына ҡалманы, үҙен оҫта алып барыусы итеп тә танытты.
Ике сәғәт ярым ваҡыт эсендә Халыҡтар дуҫлығы йорто сәхнәһенән фәҡәт башҡорт көйҙәре, бейеүҙәре, йырҙары яңғыраны. Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ үҙҙәренә дәрт, көс туплап, артистарҙы ихлас алҡыштарға күмеп, оҙаҡ ебәрмәй торҙо.
Татарстан,
Яр Саллы ҡалаһы.
Читайте нас: