Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Апрель 2019, 16:28

“Радио һәм сәхнә яҙмышыма яҙылғандыр...”

Халыҡҡа хеҙмәттәре ҡала.

Халыҡҡа хеҙмәттәре ҡала.


Уның тауышы өлкән быуынға яҡшы таныш. Донъяны интернет сорнап алмаған ваҡытта телевидение менән радио мөғжизәгә бәрәбәр булған, был өлкәлә эшләгән һәр кем халыҡтың гел иғтибар үҙәгендә торған. Йырсы, радиожурналист, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәниә Хәлитова-Сөләймәнованы ла ифрат яраталар, күп йылдар уның почта йәшнигенән хаттар өҙөлмәй, хатта уға булған мөнәсәбәттәрен республика матбуғаты аша ла еткерәләр.


“Стеналағы ҡара тәрилкәнән моң сәселә...”


Фәниә Байгилде ҡыҙының фекеренсә, кешегә тәбиғәттән тауыш, йырлау һәләте бирелә икән, бында башҡа һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Йырға бәләкәйҙән тартыла ул:

– Радио һәм сәхнә кескәйҙән яҙмышыма яҙылғандыр. Бала сағым йәнәш торған Мәләүез районының Һыртлан һәм Күгәрсен районының Йомағужа ауылдары араһында үтте.
Миңә алты йәш тирәһе. Әсәйемдең апайҙарының өй стенаһында ҡара тәрилкә тора, унан моң һибелә... Ишеттем дә аптырап ҡалдым. Алып ҡарар инем эсендәге артистарын, радиоға буй етмәй. Үҙҙәре сыҡмай... Әмәлгә ҡалғандай, күршеләге Клара тигән апайҙың ҡара тәрилкәһе түбәндә генә тора. Ҡайҙандыр бысаҡ таптым, тегене аҡтарып, сымдарын сығарҙым. Бер кем дә юҡ эсендә, радио үҙе лә шып туҡтаны, боҙолдо...
Шул осорҙан алып радио, унан ағылған моң уның йәшәү рәүешенә әйләнә. Тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан мәлен дә иҫләй ул. Апайҙары спектакль әҙерләй – Александр Пушкиндың “Батша ҡыҙы һәм ете батыр” әкиәтен сәхнәләштерергә йыйына. “Мин дә ҡатнашам, миңә лә роль бирегеҙ”, – тип ныҡыша бәләкәй Фәниә. “Ярай, эт булып уйнарһың”, – тип ризалаталар уны.
– Байрамбикә инәйҙең шәлен һорап ябындым, үҙемсә шулай сәхнәгә сығырға әҙерләнгән булам. Сығыуын-сыҡтым, тик тулҡынланыуҙан өрөп булмай ҙа ҡуя, – ти Фәниә Байгилде ҡыҙы, ул саҡты иҫләп.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, Таһир ағаһы кәләш алып ҡайта. Таңһылыу еңгәһе үҙе менән патефон алып килә. Пластинканан ағылған “Ураҡсы ҡыҙ” йырын отоп алып, сәхнәгә сығара йәш Фәниә, уның сығышы барыһының да күңеленә хуш килә, ихлас ҡул сабалар.


Хыял саҡыра


– Фәниә, һин, әлбиттә, матур йырлайһың, әртис булырға төҫ-ҡиәфәтең дә килешеп тора, әммә барыбер уҡытыусы булырға тейешһең. Һинән һәләтле педагог сығасаҡ.

Ошо һүҙҙәр менән ун алты йәшлек Фәниә Хәлитованы уҡытыусыһы район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә алып китә. Ҡыҙҙы Нөгөш буйында күҙ ауырыуҙарынан дауаланған 50 балаға тәрбиәсе итеп ҡуялар.
– Миңә ун алты йәш, ә балалар араһында минән бер-ике йәшкә генә кесе булғандар бар. Араларында ҡасып ҡайтыусылар етерлек, ат егеп, арттарынан барып алам, – ти ул.
Был ваҡиғаларҙың барыһы ла Фәниә Хәлитова Йомағужа урта мәктәбен тамамлаған йылда була. Ошо ваҡытта райондар буйлап йөрөп, музыка белгесе, дирижер Николай Болотов йәш таланттарҙы йыя. Ул ҡыҙҙы Мәскәү консерва­торияһына уҡырға саҡыра, әммә баш ҡалаға барыу мөмкинлеге булмай. Шулай ҙа уҡыу йылы баш­ланыуға ҡарамаҫтан, Өфөлә сәнғәт училищеһынан саҡырыу телеграммаһы килеп төшә. Фәниә баш ҡалаға юллана.
Сәнғәт училищеһында уҡыған сағында буласаҡ йырсыға төрлө һынауҙар аша үтергә тура килә, хатта бер аҙға тауышы ла өҙөлөп тора. Әммә былар уның сәхнәгә, йыр-моңға булған һөйөүен һүндермәй. Фәниә Байгилде ҡыҙы уҡып бөткәс тә, тормошон сәхнә менән тығыҙ бәйләргә уйлап, Башҡорт дәүләт филармонияһына солист-вокалист булып эшкә урынлаша, артабан Өфө йорт төҙөү-фанера комбинаты клубының музыка мәктәбендә эшләй. Әммә ғүмер көтөлмәгән бүләктәрҙән тора: 1971 йылдан Фәниә Хәлитова “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында мөхәррир булып эш башлай.


“Халыҡ илһам бирҙе”


Фәниә Хәлитова – “Илһам”, “Йыр менән ҡанатланып”, “Музыка донъяһы”, “Тере хәтер”, “Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?”, “Халыҡ моңон – халыҡ күңеленә” кеүек башҡорт радиоһының алтын фондына әүерелгән, үҙ заманында киң билдәлелек яулаған тапшырыуҙарҙың авторы.
Хәҙерге ваҡытта “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиоларында ҡулланылған элекке яҙмаларҙың барыһы ла уның тарафынан йыйылған.
– Ҡанатланып эшләргә халыҡ илһам бирҙе, гел уның иғтибарын, һөйөүен тойоп йәшәнем. Радиола эшләгән осорҙа теге йәки был сәбәптәр арҡаһында сәхнәгә килә алмай ҡалған таланттарҙы күтәрергә тейешлегемде аңланым. Халыҡ араһында шул хәтлем һәләттәр күп бит ул! “Илһам” тапшырыуы шулай тыуҙы, – ти Фәниә Байгилде ҡыҙы һәм, райондан-районға, ауылдан-ауылға йөрөп, йыр-моңдарын йыйған аҫылташтарҙың исемдәрен һанап китә: Ғәзим Ильясов, Фатима Кәримова, Ришат Вәхитов, Фәрзәнә Баһауетдинова...
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһындағы эше йыр-моң менән тығыҙ бәйле, сәхнәне йырсы булараҡ та бөтөнләй ташлап ҡуймай Фәниә Хәлитова. 1989 йылда Ҡазанда үткән концерттарҙа сығыш яһай. Һәр ерҙә лә уны яратып ҡаршы алалар, “тауыш һинеке генә түгел, халыҡтыҡы!” тиҙәр.
Тылсымлы радио донъяһында тир түккән оҙайлы йылдарҙы оло йылылыҡ менән хәтергә ала Фәниә Байгилде ҡыҙы.

– Минең бәхеткә башҡорт сәнғәтенең гөрләп сәскә атҡан ваҡыты эләкте. Халыҡ сәғәткә ҡарап түгел, концерт ваҡыты буйынса йәшәй торғайны. Мәҫәлән, бер мәлдә планлаштырылған концерт ниндәйҙер сәбәп арҡаһында эфирға сыҡмай ҡалды. Быға борсолоп, ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә йәшәгән ҡатындар телеүҙәккә килеп еткәйне... Халыҡҡа гәрәбәләй теҙеп эшләгән хеҙмәттәрем ҡала, ошонан сығып, тормошом бушҡа үтмәгән икән, тигән уй килә, – ти ул.


“Рухлы йәштәр килә”


Фәниә Байгилде ҡыҙының бөгөнгө һүҙ, йыр сәнғәте, башҡорт эстрадаһына мөнәсәбәте, ҡарашы менән ҡыҙыҡһындым.


– Һәр яҙылған йыр ул йыр түгел. Йырҙа моң булыу зарур. Уны ижад иткән композитор заманын, дәүерен, тыңлаусыһын белеп, улар зауығына эшләргә тейеш. Йөкмәткеһеҙ йырҙарҙың заманы үтер, тип уйлайым. Сәнғәткә рухлы йәштәр килә. Ғөмүмән алғанда, халыҡ ерлегенән, асылынан айырылмаған. Эстрадабыҙҙа “Арғымаҡ” кеүек көслө ижади коллективтар барлыҡҡа килде, Зәйнетдин тигән егет үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Халыҡҡа ниндәй музыка һәм уның ни өсөн кәрәклеген был өлкәлә ижад итеүселәр яҡшы аңларға бурыслы, – тигән яуап алдым унан.


* * *


Йырсы, мөхәррир, диктор... Бынан тыш, Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова – билдәле фольклорсы, ғалим, яҙыусы Әхмәт Сөләймәновтың ике тиҫтә йыл буйы иңгә-иң терәп, уң ҡанаты булып ғүмер кисергән һөйөклө ҡатыны ла.


Фәниә Байгилде ҡыҙының ҡарашында яҡты һағыш сағыла:

– Егерме йыл егерме көн һымаҡ үтеп китте. Әхмәт ағайың елкенеп эшләне, күп яҙҙы. Шул уҡ ваҡытта миңә даими иғтибар бүлергә лә ваҡыт таба торғайны. Кешеләр менән аралашырға яратты, өйөбөҙҙән ҡунаҡ өҙөлмәне. Икәүләп гел бер һүҙҙән булып йәшәнек...
Читайте нас: