17 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуы булды. Көн тәртибендә – республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, махсус хәрби операцияға ярҙам итеү мәсьәләләре.
– Радий Фәрит улы, беҙ һеҙҙең менән бөгөн бик күп сәғәттәр буйы аралашабыҙ, эшләйбеҙ. Республикала хәлдәрҙең нисек тороуы хаҡында һөйләй башланығыҙ инде. Шуға ҡарамаҫтан, бәлки, иғтибарҙы айырым нимәгәлер йүнәлтергә теләр инегеҙ? – тип мөрәжәғәт итте Владимир Владимирович республика етәксеһенә.
– Тәү сиратта, Башҡортостанда “Рәсәй – спорт державаһы” форумын уҙғарыу ҡарары өсөн рәхмәт әйткем килә. Бөгөн спорт буйынса совет ултырышында әйтелгәнсә, йондоҙҙар спорттың киң таралыуына этәргес бирәсәк икәнлеген аңлайбыҙ. Илебеҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен күрәбеҙ, шуға күрә бының өсөн ҙур рәхмәт. Спорт объекттарын аҙағынаса еткерәбеҙ, тағы ла төҙөйәсәкбеҙ, – тип башланы Радий Фәрит улы.
Ул Башҡортостанда махсус хәрби операцияға нисек ярҙам ителеүе тураһында әйтте.
– Республиканың төп бурысы – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Бөтәһе лә шуға бәйләнгән. Тәүге бурыс – әлбиттә, беҙҙең егеттәргә, яугирҙәргә ярҙам итеү. Владимир Владимирович, рәхмәтемде белдерәм: 18 сентябрҙә лейтенант Суфийәровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Һоҡланғыс батырлыҡ. Материалдар уҡығанда һәр ваҡыт сағыштыраһың – был бит Бөйөк Ватан һуғышынан! Ул һуңғы һулышына тиклем көрәшә, яңғыҙы ғына ҡалып, яраланғас, уны уратып алғастары, үҙе менән бергә дошмандарыбыҙҙы юҡ итте. Ҙур әхмәт, ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ, – тине ул.
Владимир Путин да яҡташыбыҙҙың ысын герой икәнлеген таныны.
– Эйе, ысын герой. Беҙҙә 11 Герой бар. Был “Башҡортостан” полкының икенсе Геройы. Егеттәрҙе бик хөрмәт итәләр, бының өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ, әйткәндәй, егеттәребеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, һәм шуныһы мөһим, ул дәүләт тарафынан ғына түгел, бөтә республика, бөтә кешеләрҙән тиерлек килгән иғтибар. Беҙҙә, моғайын, МХО-ға булышлыҡ итмәгән бер генә район да юҡтыр... Ауылдарҙа ла селтәр үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр, быҡтырылған ит әҙерләйҙәр. Беҙҙә был эш тейешенсә яйға һалынған. Уны еңеүгәсә дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең ҡуйған төп бурыстарҙың береһе – реабилитация һәм һуғыштан ҡайтҡан егеттәрҙе беҙҙең ғәҙәти граждандар тормошона әҙерләү. Беҙҙә көҙөн муниципаль һайлау ҙа үтте, хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан 35 егет ҡала округтары һәм район депутаттары итеп һайланды. Ауыл советы рәйесе булған хәрбиҙәр ҙә бар. Уларҙың иң яҡшы сифаттары тыныс тормошта файҙаланыла.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы яралы егеттәрҙе реабилитациялау тураһында һөйләне. Был эш “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы менән берлектә алып барыла, тине. Бынан тыш, реабилитация ҡорамалдары етештергән предприятиелар һәм уларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы тураһында әйтте.
Артабан Башҡортостан Башлығы Президентҡа республиканың шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһы, уның үҫешеүе тураһында һөйләне:
– Иҡтисад хаҡында һүҙ йөрөткәндә, республика һәйбәт үҫешә, беҙҙә иҡтисади үҫеш күрһәткестәре ярайһы уҡ юғары. Быйылғы йылға өмөтлө ҡарайбыҙ, уны һәйбәт тамамларбыҙ, киләһе йылға ла ышаныс һәйбәт. Был шулай еңел бирелә, тип әйтә алмайым. Яңы баҙарҙар ҙа эҙләйбеҙ. Белорустар, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар менән бик тәрән кооперация булдырабыҙ. Һәм ҡытайҙар менән хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Айырыуса Белоруссия һәм Үзбәкстан менән берлектәге кооперация проекттары барлыҡҡа килә, уларҙы дауам итәсәкбеҙ, – тине ул. – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән бөтә ғәмәлдәге иҡтисади ярҙам сараларын эшкәртәбеҙ. Был махсус иҡтисади зона ла, индустриаль парктар, технопарктар ҙа – беҙ ошо эште алып барасаҡбыҙ. Иҡтисадтың үҫеш темптарын тейешле кимәлдә һаҡларбыҙ тип уйлайым.
– Һеҙҙә сәнәғәт һәйбәт темптар менән үҫешә, бөтә ерҙәге кеүек үк эшһеҙлек минималь кимәлдә. Ә ауыл хужалығында хәлдәр нисек? – тип һораны Владимир Путин.
– Хәлде төҙәтәбеҙ. Яҙ көнө үк әйткәйнем – былтыр беҙҙә ҡырау ныҡ төштө һәм ҙур зыян килтерҙе, 3,2 миллион тонна уңыш алдыҡ. Быйыл ул биш миллион тонна булырға тейеш ине, ти белгестәребеҙ. Ләкин июль уртаһынан август уртаһына тиклем тиерлек ҡойма ямғырҙар яуҙы. Шуға ҡарамаҫтан, 3,2 миллион тонна иген йыйып алдыҡ.
Яҡшы уңыштар ҙа бар. Сөгөлдөрҙө бер ярым тапҡырға күберәк алдыҡ. Беҙҙә ике ҙур шәкәр заводы бар. Дөйөм алғанда, беҙгә кәрәккәнгә ҡарағанда алты тапҡырға күберәк шәкәр етештерәбеҙ, шуға күрә шәкәр менән тәьмин ителәсәкбеҙ. Майлы культуралар йыйыуҙы дүрттән бер тапҡырға арттырҙыҡ, шулай уҡ ике ҙур май эшкәртеү заводы бар, үҙебеҙ ҡулланғанға ҡарағанда алты тапҡырға күберәк йыйылды быйыл. Шуға күрә быйыл сәнәғәт етештереүе индексын, ауыл хужалығын үҫтереү индексын арттырасаҡбыҙ. Йәғни беҙ алға барабыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Әле эшкәртеү сәнәғәтенә һәм бөтөн ауыл хужалығын индустриялаштырыуға баҫым яһай башланыҡ. Былар - ҙур фермалар, тауар фермалары, ҙур ит хужалыҡтары һәм, әлбиттә, техника һатып алыу. Алты йылда яҡынса 60 миллиард һумға техника һатып алдыҡ, ә техника тиҙ генә сәсергә һәм тиҙ генә йыйып алырға, шуға ярашлы бөтә иҡтисади талаптарҙы үтәргә мөмкинлек бирә.
Республика етәксеһе Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә лә туҡталды.
– Былар барыһы ла социаль-иҡтисади күрһәткестәргә йоғонто яһай. Милли проекттарыбыҙҙың бөтә бурыстарын үтәп барабыҙ. Мәғариф һәм медицина өлкәһендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы көтәбеҙ. Владимир Владимирович, беҙ - ауыл республикаһы. Беҙҙә ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Тәү ҡарашҡа, бәләкәй биналар һымаҡ, әммә унда фельдшер, шәфҡәт туташы бар – һәм шунда уҡ ауыл тормошо ҡайнай. Беҙ һеҙҙең беренсел звеноны яңыртыу программағыҙ сиктәрендә һәм бюджетыбыҙҙың көсө менән 500-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты астыҡ.
– Былар бик һәйбәт. Ләкин ашығыс ярҙам хеҙмәте белгестәре һанына иғтибар итергә кәрәк, – тине Владимир Путин.
– Эшләйбеҙ. Эйе, был - проблема. Һеҙ был хаҡта миңә яҙ көнө лә әйткәйнегеҙ. Был эште башҡарабыҙ, ыңғай тенденция бар, – тип яуап бирҙе Радий Фәрит улы.
Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Башлығы сайты.