7 апрелдә “Торатау” конгресс-холында “Апрель” II республика балалар вокал сәнғәте фестиваленең гала-концерты була.
Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған конкурсҡа заявкалар ай дауамында ҡабул ителгән.
Жюри ағзалары ебәрелгән видеояҙмаларҙы ҡарап, икенсе турға 76 ҡатнашыусыны һайлай. Уларҙың сығыштарын 6 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда тыңлау ҡаралған. Жюри ағзалары – билдәле сәнғәт оҫталары.
Конкурсты ойоштороусылар – Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Белешмәләр өсөн телефон – 8(347)273-50-51.