Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Апрель 2019, 15:00

Берәүҙең һарайы ла буш түгел

Ауырғазы районында төбәк ҡоролтайы уҙҙы.


Ауырғазы районында төбәк ҡоролтайы уҙҙы.


Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы Талбазы башҡорт гимназияһында ишек төбөнән үк башланып китте тиһәк тә хата булмаҫ. Уҡыусыларҙың ҡурайсылар ансамбле милли моңдар менән ҡаршы алды. Шунда уҡ Зәки Нагаевтың балсыҡтан яһалған ҡул эштәре күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте. Хәҙер төбәктәрҙә ана шулай үҙ эше менән шөғөлләнеүселәр, милли кәсептәрҙе ҡайтарыусылар, Аллаға шөкөр, күбәйҙе. Балсыҡтан яһалған һауыттар беҙ бәләкәй саҡтарҙа ауылдарҙа һаҡланғайны әле, әммә уларға иҫкелек ҡалдығы кеүек ҡаралды. Ә бит уларҙан да яҡшыраҡ һауыт, һаулыҡ өсөн шифалы әйберҙәр булмаған. Ана бөгөн интернет тултырып пластик һауыттарҙың кеше организмына зыяны хаҡында яҙалар, баш тартырға саҡыралар. Белмәйем, кешелек ул яһалма, химик һауыттарҙан нисек ҡотолор, әммә урам тулып осоп йөрөгән, тегендә-бында ташланған пластик нәмәләр ғәҙәти күренешкә әйләнде. Зәки Нагаев ул әйберҙәр менән сауҙа итергә уйлаһа, миңә ҡалһа, һатып алырға теләүселәр булыр ине. Был – яңы заман эшҡыуарлығы!


Эшлекле тәҡдимдәр һәр саҡ ҡәҙерле


Ҡоролтайҙар йәмәғәт ойошма­һы булһа ла, уларҙың эшмәкәр­ле­ге туранан-тура район, ҡала етәкселәре менән бәйле, шуға кү­рә уларҙың был ҡорҙа ҡатна­шыуы хуплауға лайыҡ. Тик эш кенә барһын. Ауырғазы районы ха­ки­миәте башлығы Зөфәр Иҙрисовтың, сараның башынан аҙа­ғына тиклем ҡатнашып, һәр тәҡ­димде теркәп, иғтибарлап яуап биреүе – әлбиттә, ыңғай күренеш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр, федераль дәүләт стандарттарына ярашлы башҡорт телен һәм әҙә­биәтен уҡытыуҙың киҫкенлә­шеүе хаҡында һөйләне: “Әгәр заман талап итә икән, кәрәкле хоҡуҡи шарттарҙы үтәп, милләтебеҙҙе бар иткән туған телде һаҡлау, яҡлау юлдарын бергәләп эҙләргә, табырға тейешбеҙ”. Ул шулай уҡ был эшмәкәрлектең ата-әсәләр менән дә алып ба­рылырға тейешлеген билдәләне. Хәҙерге заманда уларҙың күбеһе үҙҙәре башҡорт телен белмәй, белергә лә теләмәй, сөнки берҙәм дәүләт имтихандарын урыҫ те­лендә тапшырыуға һылтана. Башҡорт теленең туған тел, ата-бабаларыбыҙ теле булыуы, уның баланың үҫешенә, донъяны ҡа­бул итешенә, фекерләүенә ыңғай йоғонтоһо хаҡында баҫмабыҙҙа байтаҡ мәҡәлә баҫылды. Әммә урыҫ телле ата-әсәләрҙең милли гәзит-журналдарҙа ҡайғыһы юҡ! Хәйер, сайттарҙа ла фекер алы­шыуҙар бара, социаль селтәр­ҙәрҙә лә туған телде өйрәнергә кәрәклеге хаҡында ил инәләре, ғалимдар, башҡа милләт зыялылары ла яҙып тора. Бары тик быуындар бәйләнеше тураһында һәр осрашыуҙа, һәр милләт­тәшебеҙ менән аралашҡанда яңынан телгә алып, күңелдәренә үтеп инерлек һүҙҙәр табып, гло­балләшеү осоронда милләте­беҙҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк!


“Рух”һыҙ ҡалып ҡуймағыҙ!


Ауырғазы районы ҡоролта­йына саҡырылған 64 делегаттың 58-е килде.

Сарала төбәк ҡоролтайы рә­йесе Фәүзиә Юламанова, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләзетдинов ҡатнашты.
Фәүзиә Ғәли ҡыҙы райондың социаль һәм иҡтисади хәл-торошо хаҡында һөйләне. Башҡорт ауылдарына ла туҡталып китте. Һәр төбәктәгесә, бында ла демографик хәл ҡыуанырлыҡ түгел. Мәҫәлән, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 36970 кеше теркәлһә, әле төбәктә 32482 кеше йәшәй. Былтыр 494 кеше вафат булған, 365 бала тыуған. Шунан ҡайҙан халыҡ һаны артһын инде? Әйткәндәй, ҡайһы бер төбәктәрҙә мәктәп­тәр­ҙең ябылыу сәбәбе уҡытырға балалар булмауына ла бәйле. Өршәк буйы уйындары, Рәшит На­заров уҡыуҙары, “Байыҡ” конкурсында уҡыусыларҙың ҡатна­шып еңеүе, кәсепселәр күргәҙ­мә­һе, Табын, Мең ырыуҙары йыйындарында ҡатнашыу – яҡшы күренеш.
Төбәктә сығып килгән “Рух” гә­зитенең яҙмышын урындағы баш­ҡорттар әлегә ыңғай хәл иткән. Ул баҫма – башҡорттар ҡулында. Кәрәк икән, халыҡҡа сығыр, әгәр инде зарланып, бына гәзитте ябалар, тип һөйләнеүҙән ары китмә­һәк, заман иҡтисады уны һелтәп ташлап китергә лә күп һорамаҫ. Ауырғазы районы башҡорттары, “Рух”һыҙ ҡалып ҡуймағыҙ!
Талбазы лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы, район методик берләшмәһе етәксеһе Айһылыу Ғүмәрова төбәктәге мәктәптәр менән таныштырҙы. Ауырғазы районында 20 төп белем биреү мәктәбе бар, шуларҙың береһе дөйөм, ҡалғандары урта белем бирә. 3758 баланың 596-һы – башҡорт милләтенән. Мәктәп­тәрҙә балалар биш туған тел өйрәнә – урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, украин. Башҡорт телендә уҡытыу алты мәктәптә алып барыла: Талбазы башҡорт гимна­зияһы, Түрһәгәҙе, Мораҙым, Төрөмбәт, Үтәймулла мәктәптәре һәм Усман башланғыс мәктәбе. Башҡорт милләтенән булған 596 баланың ни бары 176-һы ғына башҡорт телен туған теле булараҡ өйрәнә! Был ни хәл? Ә бит уҡытыусылар етәрлек: юғары белемле 22 белгес бар.
Әлеге лә баяғы ата-әсәләрҙән йыйылған ғаризаларға ярашлы, башҡорт телен барлығы 1428 ба­ла дәүләт теле булараҡ уҡый. Тө­бәктә башҡорт теле өс йүнә­лештә өйрәнелә: башҡорт дәүләт теле, урыҫ мәктәптәрендә баш­ҡорт теле, башҡорт мәктәптә­рен­дә башҡорт теле. Уҡытыусылар ҙа бик ауыр хәлдә ҡалды. Әгәр элегерәк башҡорт теле аҙнаһына өсәр сәғәт уҡытылһа, хәҙер дә­рестәр һаны йылдан-йыл кәмей. Ҡанундар ҡыҫҡан һайын, беҙ ризалаша барабыҙ түгелме, хөрмәт­ле милләттәштәр? Айһылыу Әхәт ҡыҙының башҡорт телен һаҡлар­ға теләп яһаған сығышындағы фекерҙәр I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында ла яңғырар, әммә аныҡ тәҡдимдәр ҙә кәрәк!
Табын ырыуы вәкиле Тимер­бәк Ғәлимовтың сығышы бик йәнле булды. Ул аныҡ тәҡдимдәр әйтеп, киләсәктә урындағы башҡорт халҡына ниндәй эштәр атҡарырға кәрәклеген, ниндәй мәсьәләләр тороуын билдәләне. Табындар Ауырғазы районында Үтәймулла, Сөләймән, Түбәнге Ләкәнде ауылдарында йәшәй икән. Билдәле рәссам, скульптор Өлфәт Ҡобағошов, был яҡтың зыяратында булып, бер әүлиәнең 1200 йыл элек ҡуйылған ҡәбер ташын тапҡан.

Тимербәк ағай ауылдаштар байрамына урындағы ҡорол­тай­ҙың ярҙам итеүе тураһында ла әйт­те. Халыҡ аҡса йыйып, Бө­йөк Ватан һуғышында һәләк бул­ғандарға обелиск асҡандар. Шәп бит. Хатта мәҙәниәт йортон ре­монт­ларға ла аҡса йыйғандар, эш ауырлыҡ менән барһа ла 150 000 һум йыйылған. Бына бит: теләгән таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға. Хәрәкәт бар был ауылдарҙа. Әм­мә әле һаман сәхнә йүнә­телмәгән, тәҙрәләр алыш­ты­рылмаған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы алдында әйтеүе юҡҡа түгел, тип аңланыҡ. Зөфәр Йәүҙәт улы, һәр һорауҙы теркәп, ярҙам итәсәктәре хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ милли кейемдәр, бильярд та булыр, тине.


Ҡырҡ күберәкме, әллә ун берме?


Эскелек темаһына ла ҡағылды Тимербәк Ғәлимов: “Эсеүселәр кәмене, юҡ тиерлек, сөнки күбеһе яҡты донъяны мәңгелеккә ташлап китте. Ваҡытында туҡтаған кеше­ләр эш менән мәшғүл. Ә бына араҡы һатыусы йәшәп ята – “Башспирт” тип йөрөтәләр уны”, – ти­не, әсенеп. Район ҡоролтайы ме­нән берлектә урындағы халыҡҡа эсәр таҙа һыу мәсьәләһен хәл итеүҙәре тураһында ла әйтте ул. Әллә ниндәй ҡот осмалы пландар менән янмай урындағы әүҙем ҡоролтай ағзаһы Тимербәк ағай, ә бына ауылдаштарына, яҡташ­тарына нимә кәрәк, шул хаҡта һөйләй: һыу, асфальт юл, милли ойошмаларҙың милли кәсепте үҫтереүе, туған телдә аралашҡан балалар тәрбиәләү, милли баҫма­ларға яҙылыу, ырыуына ҡағы­лышлы һәр сарала ҡатнашыу – замана атының йүгәненән тотоп барыу уның маҡсаты. Афарин, ағай! Һинең кеүек әүҙемселәр тота ла инде беҙҙең ауылдарҙы. Ә һөйләше ниндәй матур: мин теркәп барғанда ғына ул сығы­шында һигеҙ мәҡәл әйтте, урындағы диалект һүҙҙәрен ҡулланып, телмәренә моң өҫтәне. Кинәнеп тыңланыҡ.

Төрөмбәт ауылы китапханаһы китапханасыһы Рәсилә Юлмөхә­мәтованың сығышы төбәктәге төп хазинаға арналды. Бында 1977 йылда үҙәкләштерелгән китапхана системаһы булдырылған һәм дүрт филиал эшләй: Төрөм­бәт, Үтәймулла, Мораҙым, Яңы Итекәй. Иҫәптә йәмғеһе 62977 китап, һуңғы йылдарҙа 2045 китап менән тулыландырылған. Мат­буғат баҫмаларының һаны ла кәмегән. Элек ҡырҡтан ашыу гә­зит-журнал алдырһалар, хәҙер башҡорт телендәге баҫмалар һаны – ун бер. “Рух” гәзитен маҡ­тап телгә алды китапханасы. Бы­на ҡыҙыҡ: ә ниңә, улай булғас, ха­лыҡ унан ситләшә?! “Барыбыҙ ҙа көтөп алған баҫма, уҡы­тыу­сы­ларға, өлкәндәргә – ярҙам”, – тине Р. Юлмөхәмәтова. Ал­дырырға кәрәк милли баҫманы. Район яңылыҡтарын, хәлдәрен үҙәк баҫмалар хәбәр итмәй! Төбәктәге баҫмалар яҙмышы – һеҙҙең ҡулда!
Район китапханаһында электрон каталог та булдырылған, ә башҡорт әҙәбиәте менән таныштырыу “Минең төбәгем” про­грам­маһына ярашлы башҡарыла. Китапханалар башҡорт телен пропагандалау, башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләү өсөн байтаҡ эш атҡарған. Был төбәктә башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл вәкиле Рәшит Назаров тыуған. Ысын һүҙ сән­ғәте нимә икәнен ауырға­зыларға аңлатырға түгел. Ҡул оҫтаһы Гөлфиә Ханнанова ана нисек итеп даһиҙың шиғырҙарынан сигеп, картиналар эшләгән. Уларҙы күрергә кәрәк: нисәмә телдә Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырын сигеп, күңел яҡтылығы, йылылыҡ бөркөп торған эксклюзив күргәҙмә төҙөгән ул!
Район дауаханаһы табибы, тө­бәк башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Лилиә Килмө­хәмә­това демографик хәлдең бик аяныслы булыуын хәбәр итте: ра­йонда 1000 кешегә 11 бала тыуған. 2019 йылдың ике айында 97 кеше вафат булһа, 42 сабый донъяға килгән. Бала табырға яраҡлы ҡатындарҙың һаны ла мең ярымға кәмегән. Һандарға был төбәктең күрһәткесе, тип ҡарарға ярамай: беҙҙең һәр ра­йонда шундай хәл. Ҡайһылыр яҡта тағы ла яманыраҡ, икенсе­һендә бер аҙ яҡшыраҡтыр, бәлки.
Сарала, алдан планлашты­рыл­ғанса, V Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайына делегаттар һайланды. “Дуҫлыҡ” ҡурай­сылар (етәксеһе — Фәим Ғайсин), район мәҙәниәт һарайының “Шатлыҡ” өлгөлө хореографик (Альбина Йәлилова) ансамбл­дәре, Фәнәғәт Юлмөхәмәтов, Рә­мил Дәүләтов, Лиана Зәлилова, Гөлсинә Мөхәмәтова, Айнур Сәйфетдинов, Аделина Йәли­лева, Азалия Йомағоло­ваның сығыштары шундай матур концерт программаһын хасил итте! Балаларҙың, йәштәрҙең сығышы күңелдәргә дәрт, илһам бирә! Афарин!

Ауырғазы ҡоролтайы эшлекле тәҡдимдәр, әүҙемселәрҙең аныҡ эштәре менән нығыныр. Иң мөһиме – хәрәкәт бар!


Ауырғазы районы
Читайте нас: