Ә бит уларҙы, бер-береһенә ғашиҡ булып, шашып һөйөшөп өйләнештеләр тип тә әйтеп булмай. Гөлниса, ҙур кәүҙәле, ирҙәр кеүек көслө, сәләмәтлеге ташып торған, бәләкәйҙән эшләп үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, башҡалар кеүек ҡалаға уҡырға китеү тураһында уйламаны ла. Уҡыуы ла бик шәп булмағас, зәңгәр хыялдар ҙа ҡороп маташманы, унынсыны бөттө лә фермаға һауынсы булып килде. Ауыр эшкә тиҙ өйрәнде. Уның хеҙмәтен күрҙеләр, ә үҙенә күҙ һалманылар. Эйе, тырышлығын хупланылар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеләр, ә ҡыҙға иғтибар итеүсе лә, “яратам” тип йөрөүсе лә, клубтағы киске уйындарҙан һуң оҙатып ҡуйыусы ла табылманы.
Ул шулай “ҡартайып” барғанда, колхозға яңы ветеринария табибы ҡайтып төштө. Юғары белемле, малға ла, кешегә лә иғтибарлы һәм яғымлы Мансур исемле был егет күрше ауылдыҡы ине. “Өфөлә, Ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, аспирантурала уҡып йөрөгәндә өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡан ҡыҙы, быны ташлап, икенсегә кейәүгә сыҡҡан, ти. Егет, шул ҡайғыһын онотор өсөн, барыһын да күтәреп һуғып, ауылға ҡайтып киткән икән”, – тигән халыҡ араһында йөрөгән имеш-мимеш хәбәр Гөлнисаның да ҡолағына салынмай ҡалманы, әлбиттә. Ләкин егет клубҡа сыҡмай, эштә лә ҡатын-ҡыҙға артыҡ иғтибар итмәй, һөйләгән һүҙе лә гел эш тураһында ғына. Ҡыҙҙар төрлөсә төртмә һүҙҙәр менән шаяртырға тырышып та ҡарай, ә ул бер ни ҙә өндәшмәй, йылмайып ҡуя ла эше менән була.
Бер көн шулай Гөлнисаның йәш танаһы быҙаулай алмай ыҙаланды. Ҡыҙ уны тәүлек буйы янынан китмәй ҡарауылланы, унда ла мал табибы ярҙамында саҡ быҙаулатып алды. Һуң ғына ҡайтырға сыҡтылар.
– Рәхмәт, Аҡбаштың кендек бабайы булдың инде, – тип көлдө Гөлниса, ул бик яҡын уҡ таныш булмаған кешегә тәүгә шулай “һин” тип өндәшеүенә, шаярып хәбәр һөйләүенә үҙе лә аптыраны.
– Үҙегеҙгә рәхмәт. Мине ваҡытында саҡыртҡанығыҙ өсөн.
– Инде таң атып килә, ауылығыҙға ҡайтып тормайһығыҙҙыр инде? Беҙгә инеп сәй эсәйек.
– Уңайһыҙ булмаҫмы? Кеше бимазалап...
– Юҡ-юҡ, әсәйемдәр күптән йоҡлайҙыр инде. Аласыҡта миңә тигән киске ашты ҡалдырған булырға тейештәр.
Егет көтөлмәгәнсә ҡыйыу икән дә, ҡапыл ғына ризалашты ла ҡуйҙы. Элекке оялсанлығы юғалып, теле лә сиселеп китте. Яйлап ултырып аш ашанылар, сәй эстеләр.
Ошо көндән һуң эштән тағы ла бер-ике тапҡыр бергә ҡайттылар, ә киләһе йомала Мансур Гөлнисаға яусы ебәрҙе...
Бергәләп донъя көтөүҙәренә лә ике тиҫтә йыл үтеп киткән икән дә… Ҡортоҡайҙың уйҙарын һөрән һалып ҡайтып килгән һарыҡ-кәзә көтөүе бүлде. Әҙер мунсаның иҙәнен йыуып, ишеген нығытып япты ла мал ҡаршыларға йүнәлде. Һарыҡтарын индереп, һарайға бикләгәндә күҙенә бер ят ҡара тәкә салынды. Инде икенсе көн килә ошо кеше һарығы. Кисә Гөлниса уны ҡайырып, ҡыуып ебәрергә маташты, ләкин малҡай ныҡыш булып сыҡты, уның һарыҡтарынан айырылмай, бергә ҡыҫыла-ҡыҫыла кәртәгә инеп китте. Бөгөн дә ҡыуып, таяҡ менән һелтәнеп ҡараны, ҡара тәкә барыбер һөҙөшөп тигәндәй килеп инде. “Ней, инәүе күренмәй. Үрелгән сепрәге лә уңып бөткән, төҫө лә беленерлек түгел. Кемдеке булыуы мөмкин? Ярай, иртәгә иртән көтөү ҡыуғанда һораштырырмын әле”, – тип, Гөлниса һыйырҙарын һауырға ашыҡты.
Мунса инеп, киске ашты һуң ғына ашағандан һуң, ҡатын иренә ғәйепләгән кеүегерәк итеп теҙеп китте:
– Бөтә кеше бесәнен эш итеп, инде ташып алып бөтөп бара. Беҙ ҡасан төшәбеҙ? Ямғырға тейһә, ҡарая бит ул. Бәрәкәте лә булмай, мал да яратып ашамай ундай бесәнде... Мансур, һин мине ишетмәйһең дә шикелле?..
– Ҡуй, безелдәмә әле, бәйләнсек һағыҙаҡ һымаҡ! – ире әллә шаяртып әйтте, әллә асыуланып... Кәйефе юҡ ине: хужа сираттағы отпускыһын бирмәй аптырата. Ҡортоҡай үпкәле тауыш менән ҡул һелтәне:
– Һағыҙаҡ ағыулы була. Сағылғаның юҡ шул, әтеү белер инең...
Эйе, саҡһа, яман саға Ҡортоҡай. Үткән йыл булды был хәл. Эштән былай ҙа һуңлап ҡайтып, ашарға ғына ултырғайны, иренең телефоны шылтыраны.
– Эйе, Гүзәл Фәритовна... Ниңә, минһеҙ үҙегеҙ генә хәл итеп булмаймы?.. Ярай, хәҙер, – тигән иренең һүҙҙәренән бер нәмә лә аңламай тороп ҡалды ул. Тәҙрәнән ҡарағанда, иренең машинаһы ҡуҙғалып киткәйне инде.
“Һмм… Гүзәл Фәритовна, тиме... Харап, имеш... төн уртаһында шылтыратырға ине тағы, оятһыҙ!” – тип үртәлде ҡатын. Күңеле болара, үте таша, тынысланырлыҡ түгел ине ул. Район үҙәгендә йәшәгән, баҙарҙа бергә һатыу иткән таныш ҡатынға шылтыратып, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт тупланы, план ҡорҙо. Иртәгәһенә төшкә ҡарай берәүгә лә әйтмәйенсә, юҡ йомошон бар итеп, бер юлы һатып ҡайтырмын тип, ҡаймаҡ, һөт, май алып, район үҙәгенә китте. Ире эшләгән ойошмаға яҡынлашҡанда кешеләр төшкөлөккә тарала башлаған саҡ ине. Мансурҙың машинаһы күренмәй: ашханаға киттеме икән, әллә теге бисәгәме? Күңелен әлеге көнсөл бесәй тағы тырнай башланы.
Әһә, ана ике ҡатын сыҡты.
– Миңә Гүзәл Фәритовна кәрәк ине, – тип уҫал ғына өндәште Гөлниса йәшерәгенә. Уныһы баш ҡаҡты:
– Һөйләшә торған һүҙ бар, – тип ситкәрәк атланы Ҡортоҡай. – Ни өсөн һеҙ эштән һуң, етмәһә, кис минең иремде саҡыртып ала башланығыҙ әле? Тағы бер шылтыратып ҡына ҡара! Эштә лә уға бәйләнеүеңде туҡтатмаһаң, үҙеңә үпкәлә. – Гөлниса теге ҡатынға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй ағыуын сәсә генә, “һеҙ”ҙән “һин”гә күскәнен дә, ҡысҡырып әрләшә башлағанын да һиҙмәне. Ә бит тыныс ҡына һөйләшергә, аңлашырға тип килгәйне.
– Әгәр ҙә ошо һөйләшеүҙе Мансур Вәлиевичкә еткерһәң, һинең ҡарт ҡына, сирле генә әсәйең бар икән, ул үҙенең ниндәй битһеҙ ҡыҙ үҫтергәнен беләсәк. Ҡыҙыңа ла, мәктәбенә барып, оятһыҙ әсәһе тураһында еткерерҙәр! Ишетһен ҡолағың!
Гөлниса килгәндәге кеүек ҡырт боролоп, үҙенең ауыр аҙымдары менән шәп-шәп атлап китеп тә барҙы. Теге меҫкен йәш ҡатын баҫҡан урынында бағаналай ҡатып тороп ҡалды. Бындай ағыулы сағыуҙан, ай-һай, иҫән ҡалыуҙары ла...
Эйе, ул хәл шулай тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китте. Иренең дә, теге йәш ҡатындың да бер ғәйебе лә юҡлығын белһә лә, Гөлниса ул ҡылығы өсөн үкенмәй ҙә, оялмай ҙа. Шулай алдан сараһын күреп тормаһаң, бер көндө ирһеҙ ҙә ҡалып ҡуйырһың. Былай ҙа ирҙәр етешмәй, тиҙәр. Ул бит үҙенең бер нәмәһен дә кешегә биреп өйрәнмәгән!