Баймаҡ районының Байыш ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы, милли сәнғәтебеҙ ғорурлығы, ошонда тыуып үҫкән мәшһүр йырсы Рамаҙан Йәнбәков исемендәге конкурс үтте.
Йыр-моң сараһында Байыш, Ҡарамалы һәм Урғаҙа ауылдарында йәшәгән 15 кеше ҡатнашты.
Конкурстың төп бүләгенә Роза Сәлимова (Юлдыбаева) лайыҡ булды.