Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Апрель 2019, 13:32

Музей – тарих көҙгөһө

Район үҙәгендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы – Ҡалтасы халҡының ғорурлығы һәм яратып йөрөгән урыны. Бында килеп ингән һәр кем, моғайын, тиҙ генә сығып китә алмайҙыр.

Район үҙәгендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы – Ҡалтасы халҡының ғорурлығы һәм яратып йөрөгән урыны. Бында килеп ингән һәр кем, моғайын, тиҙ генә сығып китә алмайҙыр.
Музейҙы йыһазландырыуға ошо төбәкте өйрәнеүсе ғалим Сергей Исә­мәтов ҙур көс һала. Барлыҡ ҡыйбатлы һәм ҡабатланмаҫ экспонаттар, документтар һәм фотографиялар, әсбап­тар – уның тынғыһыҙ хеҙмәт емешенең һөҙөмтәһе. Бында эшләгән залдың һәр береһе үҙенсәлекле һәм ҙур тәр­биәүи көскә эйә. “Райондың флораһы һәм фаунаһы” тигән бүлек алдында үҙе­беҙҙе ысын урман ҡосағындағы ке­үек хис иттек. Ағастарҙа ҡоштар “су­тылдаша”, тәбиғәттең һәр миҙгеле һүрәтләнгән панорамалағы ғорур мышы һыны бына-бына атлап китер төҫлө, бер урында хәйләкәр төлкө ята...
“Борон беҙҙең төбәк”, “Мари йорто”, “Башҡорт йорто”, “Рус йорто”, “Мил­ли кейемдәр”, “Хәрби һәм хеҙмәт даны” бүлектәренән дә тиҙ генә айырылып китермен тимә.
Музей – үткәндәрҙең көҙгөһө. Бар­лыҡ экспонат – тәрбиә, мәғлүмәт сыға­нағы, кешене рухи яҡтан байыта. Ба­тыр­лыҡ, тарих, мәҙәниәт дәрестәре лә йыш ҡына ошонда үткәрелә. Төрлө күргәҙмәләр ойошторола, иҫтәлекле даталарға арналған саралар ҙа йәнле уҙа.
Күргәҙмә залында урындағы рәс­сам­дарҙың картиналарының, яҙыусы­ла­рҙың китаптарының исем туйы үтә.
Ҡыҫҡа ғына осорҙа музей менән кем­дәр генә танышмаған да уның байлығына кемдәр генә хайран ҡалмаған! Махсус журналда хатта СССР-ҙың халыҡ артисы И. Кобзон, билдәле сәйәхәтсе Ю. Сенкевич, Финляндиянан, Канаданан, Эстониянан, Япониянан килгән ғалимдарҙың изге теләктәре яҙылған. Удмуртия, Мари Иле, Татарстан, Украина, Германия, Испания вәкилдәре лә һоҡланыуын белдергән.
Музейҙа район ауылдарының тарихы хаҡында бай мәғлүмәт тупланған. Тап шуға ла улар төрлө ярыштарҙа теләп ҡатнаша һәм мәртәбәле урындар яулай. 2013 йылда “Ауылдың иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” конкурсында диплом менән бүләкләнә, 100 мең һум күләмендә грантҡа эйә була.
Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар үткән­дәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Был йорттоң тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағыл­дыр­ған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Читайте нас: