Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Ғинуар , 22:10

Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙы Вәзимә Йылҡыбаева 2023 йылдың көҙөндә аҡ халатын хәрби кейемгә алмаштыра. Госпиталдә хеҙмәткәрҙәр етешмәй, тип ишеткәс, ул бергә эшләгән әхирәте менән яугирҙәргә ярҙамға ашыға.

– Интернетта яралы һалдаттарҙың фото һәм видеоларын күреп, бик ҡыҙғандыҡ. Провизор булып эшләһәм дә, беренсе белемем буйынса фельдшермын, шуға тәүге ярҙам күрһәтеү, яралыларҙы ҡарау буйынса тәжрибәм бар. Тик яу юлында барыһы ла беҙ уйлағанса ғына булмай шул. Мин госпиталгә түгел, ә блиндажға барып юлыҡтым, – ти Вәзимә Ҡорбанғәле ҡыҙы.

Медицина ротаһында эшләү дәүерендә Баймаҡ һылыуы туҡтауһыҙ осоп килгән дошман коптерҙарына ла, тревога сигналына ла, шартлау тауыштарына ла күнеккән, ҡурҡыуын еңгән. Тик өйҙә көткән ике ҡыҙын, туғандарын һағыныу тойғоһон ғына еңеп булмай.

– Их, ҡомалаҡ әсеткеһендә бешкән өй икмәгенең бер телемен генә ашарға ине, тип хыялланып йөрөгән саҡта бер объект эргәһендә шаулап үҫеп ултырған ҡомалаҡ тубырсыҡтарын күреп ҡалдым. Күп итеп йыйып, киптереп, әсетке яһаным да икмәк бешерҙем. Яуҙаштарыма ныҡ оҡшаны. Әленән-әле, икмәк бешер әле, тип һорайҙар, сөнки хуш еҫле әпәкәй беҙгә өй йылыһын хәтерләтә, – ти ефрейтор Йылҡыбаева.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Вәзимә Йылҡыбаева һәм уның яу ҡырында ҡомалаҡ икмәге әҙерләү мәле.

Фотолар Вәзимә Йылҡыбаеваның шәхси альбомынан алынды.

Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: