Яҡташыбыҙ, танылған яҙыусы, ағинәй Мәрйәм Бураҡаева (Биктимерова) – республикала башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау буйынса оҙайлы йылдар эш алып барған абруйлы шәхес. Ул һуңғы осорҙа ғына Башҡортостандың әллә күпме ҡалаһында һәм районында осрашыуҙарҙа булды, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә лә йәштәрҙән уҙҙырмаһа, һис ҡалышмай әүҙем яҙыша, халҡыбыҙҙың изге йолаларын пропагандалауға ҙур көс һала. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ваҡыты бик тығыҙ – уның менән күрешергә, кәңәшләшергә, ярҙам һорарға теләгәндәр күп, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән әңгәмәләшергә форсат таба алды. Әлбиттә, һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, Мәрйәм Бураҡаеваның әйткән һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй еткерәбеҙ.
– “Тормош һабаҡтары”н яҙыу ниәте нилектән килеп сыҡты? Әле был дәрестәр мәктәптәрҙә уҡытыламы?
– Миңә төрлө мәктәптәрҙә, йәғни башҡорт, башҡорт-рус теллеләрҙә эшләргә насип булды. Әлбиттә, уҡытыусыларҙың август конференцияларында ла ҡатнаштым, тәрбиә темаһына сығыш та яһаным. Әммә ул сығыштарға иғтибар итеүсе булдымы-юҡмы – билдәһеҙ ине, сөнки мәктәптәрҙә тәрбиә эше икенсе планда ҡала килде. Отчеттар, мәктәптең баһаһы фәҡәт балаларҙың уҡыуҙағы өлгәше, юғары уҡыу йортона инеү һанына ҡарап ҡына билдәләнде һәм әле лә шулай.
Әлбиттә, һәр уҡыусының төп бурысы – белем алыу. Әммә тормошта ошо белемде файҙалана алыу, маҡсатлы йәшәү, юғалып ҡалмау, һөнәр һайлау һәм ғаилә ҡороу өсөн иш һайлауҙа яңылышмау – бихисап ошондай тормош һабаҡтары мәктәптә бирелмәй ине. Киләсәк быуындың яҙмышын хәл итеүҙә мөһимдәрҙән дә мөһим ошо мәсьәләләр мине һәр саҡ борсоно, уйға һалды. Ошо уйланыуҙар алып килде “Тормош һабаҡтары”н әҙерләүгә.
“Ни өсөн тәрбиә мәсьәләһен хәл итеү тотош уҡыу предметы программаһы һәм дәреслектәр яҙыуға килтерҙе?” тигән һорау тыуыуы ихтимал. Һәр халыҡтың үҙ тәрбиә ҡанундары булған һәм әле лә һаҡланып килә. Уларҙың нигеҙе – кеше иң элек үҙ баһаһын белергә, үҙен тиңдәр араһында тиң итеп тойорға тейеш. Кәм күңел менән йәшәү бер ваҡытта ла яҡшы һөҙөмтә бирмәй, кеше йәмғиәттә үҙ урынын тапмай; ғүмере, ҡанына һалынған һәләте, быуындан-быуынға күсә килгән рухи ҡиммәттәре юҡҡа сыға. Тәрбиәлә төп нигеҙҙе тәшкил иткән шарт – үҙ баһаңды белеү. Үҙ баһаңды белеү өсөн халҡың баһаһын белергә кәрәк. Кем һин? Ниндәй халыҡ вәкилеһең? Халҡың тарихы, мәҙәниәте, теле, ҡыҫҡаһы, халҡыңдың быуаттар буйы тупланған һәм әлегәсә һаҡланған рухи ҡиммәттәре тураһында хәбәрҙар булғанда ғына, һин күкрәк һуғып ғорурлана һәм маҡсатлы йәшәй алаһың. Был тормошта үҙеңде юғалтмаҫ өсөн төп шарттарҙың береһе – маҡсатлы йәшәү. Ваҡ маҡсаттар менән түгел, халыҡ һәм ил киләсәге юғарылығынан сығып ҡуйылғаны – кешене донъяға айныҡ ҡарашта булырға этәргән ҙур көс. Шуның өсөн “Башҡорт мәҙәниәте” (“Тормош һабаҡтары”) тип аталған һәм егерме йылдан ашыу уҡыусыларҙың ғына түгел, уҡытыусыларҙың да, атай-әсәйҙәрҙең дә яратҡан предметы булып уҡытыла килде. Һуңғы бер нисә йыл ғына системалы рәүештә уҡытыу аҡһаңҡырай, мәктәп директорҙары ҡарамағына ҡалдырылды. Байтаҡ ҡына мәктәптәрҙә баланың киләсәген хәл иткән, балаға тормош һабаҡтары биргән предмет фәҡәт бер яҡлы ғына маҡсатҡа – имтихандарҙы уңышлы тапшыртыуға ҡайтып ҡалды. Артабан, уҡыусының юғары уҡыу йортона инеү-инмәүенә ҡарап, мәктәп эше баһалана. Әммә юғары белем тураһындағы дипломдарын тотҡан йәш белгестәрҙең ҡайҙа эш бар – шунда йөрөүенә, хатта алған белемдәрен, түккән көстәрен бөтөнләй ихтыяжы булмаған йүнәлештә файҙаланыуҙарына иғтибар итеүсе лә юҡ.
– Һеҙ яҙған әсбап башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем биргән уҡытыусыларҙың, ғөмүмән, барлыҡ мөғәллимдәрҙең даими ҡулланыу китабылыр?
– Өс автор (улым Илгизәр Бураҡаев, ғалим Миңдебай Юлмөхәмәтов һәм мин) менән берлектә яҙған программа буйынса күп уҡытыусылар эшләй. Уҡыусының, халыҡтың, илдең киләсәгенә бер яҡлы ғына ҡарамаған, уларҙың киләсәген үҙ хәстәренә алған мәктәп етәкселеге һәм уҡытыусылар ең һыҙғанып эшләй. Ундай мәктәптәр тәртип һәм маҡсатлы йәшәү яғынан айырылып тора. Ә инде предметтың артабанғы яҙмышы хаҡында әйткәндә, беҙ, авторҙар, киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ, сөнки заман һулышын тоябыҙ һәм “Башҡорт мәҙәниәте” предметын “Башҡорт тарихы” менән берләштереп, яңы талаптарға тап килтереп, программаны яңырттыҡ һәм камиллаштырҙыҡ. Авторҙар коллективы тулыланды: тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев та ҡушылды. Ул ваҡыттағы мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова был предметты артабан дауам итеү һәм айырыуса тәрбиә эшендә даими файҙаланыу яғында ине. “Балалар һабантуйы”, “Шәжәрә байрамы”, “Йәйләү” программалары ошо предметты ғәмәли тормошҡа ашырыу маҡсатында барлыҡҡа килде, хуплап ҡаршы алынды, бөтөн республикаға таралды.
“Йәйләү” программаһы буйынса ял итеү балаларға шул тиклем оҡшай, улар үҙҙәрен тулыһынса асырға ынтыла, үҙ мөхитенә ҡайтыу шатлығын тоя. Уларҙың ҡыуанысына ҡарап, аң аҙаштырыу өндәмәһенә ышанған атай-әсәйҙәрҙең балаларын ниндәй оло бәхеттән мәхрүм итеүен күреп йөрәк әрней. Ошо уҡ “Йәйләү”ҙә Өфөнән, Мәскәүҙән саф башҡортса һөйләшкән, йырлаған-бейегән, музыка ҡоралында уйнаған, тарихын яҡшы белгән балалар менән сағыштырып ҡарайым да туған телдең әһәмиәте тураһында яҙған-әйткән фекерҙәремдең дөрөҫлөгөнә ҡабат-ҡабат инанам.
– Ғаиләмде аҫрайым тип, беренсе сиратта, күберәк аҡса эшләүҙе генә уйлаған ата-әсәләргә еткерер һүҙҙәрегеҙ?
– Атай-әсәйҙәр ни өсөн аң бутаусылар фекеренә нығыраҡ ҡолаҡ һала икән? Ошо аңлашылмай. Ә бит... Беҙ әле йәшәү ҡағиҙәһе итеп алған ҡанундарҙан тыш, Тәбиғәт ҡанундары бар. Кешелек донъяһы ла, ундағы бар тереклек тә, үҫемлек донъяһы ла ошо ҡанундар менән йәшәй, аҙ ғына тайпылыу ҙа төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтерә. Әммә Ер йөҙөндәге иң аңлы тип һаналған кеше ошо ҡанундарҙы тупаҫ боҙа, сөнки ул, әйтеп үтеүемсә, ни өсөндөр алдауға, алдаштырыуға, аң бутауға тиҙ бирешә. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында, кешене ҡол иткең килһә, уның теленә хужа бул, тигән фекер әйтелгән. Аң бутаусылар быны оҫта файҙалана. Байлыҡ яратыусыларға байлыҡ, һылыу ҡыҙға ымһыныусыларға – ҡыҙҙар, вазифа яратыусыларға вазифа вәғәҙә итеп, телебеҙгә хужа булырға, телһеҙ ҡалған халыҡты илһеҙ ҙә ҡалдырып, ҡол хәленә төшөрмәкселәр. Ә ҡол кем ул? Үҙең өсөн йәшәмәү, икенселәр мәнфәғәте өсөн көс түгеү, ғүмереңде сарыф итеү.
Аң бутаусылар кешенең, айырыуса әсәйҙәрҙең иң нескә тойғоларына баҫым яһай һәм уларҙың ғәзиздәре – балалары мәнфәғәте аша эш итә. Имеш, туған тел – артыҡ йөк, балаң наҙан ҡала. Ә тәбиғәттә һәр йән эйәһе үҙ балаһы менән ӨН аша аралаша, өн аша яҡыная, күңелдәре өн аша тоташа. Ҡаныбыҙға һалынған тойғолар: күңел яҡынлығы, һәләт, илһам, сәләмәтлеккә тәьҫир, аң яҡтылығы, зирәклек ошо өн-моң аша асыла. Тимәк, ҡанға һалынған бөтөн рухи ҡиммәттәрҙең асҡысы – ул туған өн. Туған өнһөҙ ҡалыу, тимәк, туған тел аша аралашмау, балабыҙҙы туған телдән яҙҙырыу арҡаһында улар туған моңда йырламай. Тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән ҡан һәләте уянмай; кеше йыр аша нервы күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай алмай, тимәк, үҙ сәләмәтлегенә тәьҫир итә алмай; балалар атай-әсәйҙәре менән күңел яҡынлығы тоймай (күҙ алдына килтерегеҙ әле, донъялағы бөтә йән эйәләре лә балаларын үҙ өндәре менән иркәләй, үҙ өндәре аша табыша – баҡыра, баҡылдай, һайрай, сутылдай, өрә, мыяулай һ.б.). Ә кеше балаһы тыуғандан алып сит өнгә күсә, имеш, сәңгелдәктән үк имтихан бирергә әҙерләй.
Тәбиғәт кеше мейеһенә шундай мөмкинлек биргән: ул әллә нисә тел үҙләштерә ала, аңлай, һөйләшә. Тик туған телең – ҡан телең иҫәбенә булмаһын тигән фекер һалынған был сифатҡа. “Үҙ аңыбыҙ менән йәшәйек, туғандар, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмайыҡ, баланы үҙебеҙҙең дауамыбыҙ итеп табабыҙ бит!” – тип ҡабат-ҡабат өндәшке килә. Бындай тайпылыштар даими булып тора, һәм шул арауыҡта беҙҙә мәҙәни яҡтан да, ғилем өлкәһендә лә үҫеш туҡтай.
Үҙемдең Ейәнсура районында тыуып үҫкән күренекле шәхестәребеҙҙе барлап ҡарағыҙ әле: барыһы ла тиерлек башланғыс белемде туған телендә алған һәм ҡанына һалынған һәләтте ошо алтынға бәрәбәр асҡыс менән асҡан. Артабан уны ниндәй телдә булһа ла үҫтереп була. “Йәйләү”ҙә туған мөхитендә аҙ ғына йәшәп алған балаларҙың күңелдәре нурланып китеүен күреп, сикһеҙ ҡыуанам.
– Тормош иптәшегеҙ Диҡҡәт ағай менән йәшәгән ғаилә, йәшлек йылдары ни менән иҫтә ҡалды?
– Мин Диҡҡәт Бураҡаев менән һаман да бергә йәшәйем һымаҡ. Балаларҙы уның рухында тәрбиәләйем, бергә башлаған маҡсатты – халыҡ өсөн йәшәргә, туған халҡыбыҙҙың рухи байлығын ишәйтергә, йәғни халыҡтың үҙ рухи байлығын өйрәнеп, үҙенә ҡайтарырға тигән ниәтте дауам итергә тырышам. Был йүнәлештә балаларым да әүҙем эшләй һәм башҡарылған эшебеҙгә һәр саҡ Диҡҡәт ҡарашы менән баһа бирәбеҙ.
– Һеҙ – телде яҡлаған ағинәй. Халыҡ сабыр һәм аҡыллы кәңәштәрегеҙгә бик мохтаж.
– Ҡурайлы илебеҙҙә моң һаҡлайыҡ, Ураллы илебеҙҙә ер һаҡлайыҡ! Йәшәйек! Ысын йәшәйек. Ҡайһы бер халыҡтар милләтте әсәйгә ҡарап билдәләй, ҡайһылары – атай милләтенән, ә беҙ, шәжәрәле халыҡ, милләтебеҙҙе ейәндәребеҙгә ҡарап билдәләйек. Ейәнең ниндәй телдә һөйләшә, ниндәй халыҡ рухында тәрбиәләнә – шәжәрә шуның менән дауам ителә йәки һуңғы нөктә ҡуйыла. Атай-олатайҙарыбыҙ шәжәрәне юҡҡа ғына ағас рәүешендә төҙөмәгән һәм нәҫел ағасы тип атамаған. Беҙ бит ағас төрөн тамырын ҡаҙып ҡарап та, олонон һыйпап та түгел, ә япраҡтарына ҡарап билдәләйбеҙ. Тимәк, япраҡтар – ағас төрөн, ейәндәр нәҫел милләтен билдәләй. Ысын йәшәү – ул үҙең булып ҡалыуҙа. Халҡыбыҙға Ҡояш ғүмере теләйек!
– Кем ул башҡорт халҡы, тип ҡапыл сит илдәгеләр һорау бирһә, нисек яуап ҡайтарырға?
– Халҡыбыҙ бөйөктәр араһында бөйөк, зирәктәр араһында зирәк. Башҡорт – ул иң боронғо һәм иң заманса халыҡтарҙың береһе. Меңйыллыҡтар башында уҡ тиерлек телгә алынған, боронғо карталарҙа башҡорт булып билдәләнгән (ә бит уның менән бергә телгә алынған хазар, ҡыпсаҡ (половец), болғар һымаҡ бөйөк халыҡтарҙың исемдәре генә ҡалған!) башҡорт ХХI быуатҡа тиклем башҡорт булып йәшәй. Беҙ әлегәсә үҙебеҙ булып йәшәүҙе дауам итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта замандан да артта ҡалмайбыҙ: ҡурай ҙа тартабыҙ, органда ла уйнайбыҙ боронғо “Һунарсы” бейеүен дә бейейбеҙ – “Сыңрау торна” легендаһын балет сәнғәте аша ла аңлатабыҙ, әлегә саҡлы бишбармаҡ та бешерәбеҙ, ҡымыҙ ҙа бешәбеҙ, ҡорот та ыҫлайбыҙ, талҡан да тартабыҙ, кирәм менән үрмәләп солоҡ балын да йыябыҙ – заманса аш-һыу ҙа әҙерләй беләбеҙ.
Милли көрәшебеҙҙе лә онотмағанбыҙ – Америкаға барып, бокс буйынса ла еңеп ҡайтабыҙ. Әкиәттәребеҙҙә телгә алынған сатраш уйынында ла, йәғни шашка ярыштарында ла тиҫтәләрсә дәғүәселәрҙе еңеп ҡайтабыҙ, боронғо гимныбыҙ “Урал”ды ла онотмайбыҙ, опералар башҡарып, донъя кимәленә лә сығабыҙ... Беҙ – бай мираҫлы халыҡ, һәм тарихыбыҙ тәрәнгә киткән, мираҫыбыҙ яһалма бар ителмәгән, ҡаныбыҙға һеңгән, шул уҡ ваҡытта заман һулышын йәһәт кенә тойоп алырлыҡ яҡты зиһенлебеҙ ҙә.