Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Апрель 2019, 23:02

"Яҙғы тамсы" юл яра

Дүртөйлө ҡалаһында йәш таланттарҙың “Яҙғы тамсы” республика вокал конкурсы үтте. Ул төбәгебеҙҙең бер быуатлыҡ юбилейына бағышланды.

Фото: vk.com/trcilish
Фото: vk.com/trcilish
Дүртөйлө ҡалаһында йәш таланттарҙың “Яҙғы тамсы” республика вокал конкурсы үтте. Ул төбәгебеҙҙең бер быуатлыҡ юбилейына бағышланды.


Конкурста республиканың 45 район-ҡалаһынан 350 бала ҡатнашты. Уларҙың сығыштарын Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле композитор Нур Дауытов рәйеслегендәге жюри баһаланы.


Мәҙәни сарала башҡорт, рус, татар һ.б. телдәрҙә йырҙар яңғыраны. Йәш таланттар башҡарыу һәләтен генә түгел, үҙҙәрен сәхнәлә тотоу оҫталығын да күрһәтеп, “Яҙғы тамсы”ның юғары кимәлдә үтеүенә булышлыҡ ҡылды.


Еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.
Читайте нас в