Семәрле сувенирҙар сит илгә лә китә.
Учалыла Аида менән Азат Хәбибуллиндарҙы күптәр яҡшы белә. Район кимәлендә уҙғарылған һабантуй, фестиваль, спорт ярыштары, конкурстар кеүек һәр сарала үҙҙәре эшләгән милли сувенирҙар менән һатыу итә улар. Вазалар, бәләкәй генә һандыҡтар, тирмәләр, ҡумталар, фотолар өсөн ҡыҫандар — ағастан семәрләп эшләнгән әйберҙәрҙең сағыулығынан күҙ ҡамаша хатта.
Хәбибуллиндар икеһе лә сығыштары менән Учалы районынан. Аида Яныбай ҡыҙы Баттал ауылында тыуып үҫә. Атаһы Яныбай Шаһыбал улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы, ул ваҡыттағы данлыҡлы “Байрамғол” совхозының алдынғы механизаторы була. Азат Мөбәрәк улы күрше Ҡаҙаҡҡол ауылынан, шуға ла улар бер-береһен бала саҡтан күреп-белеп үҫә. Икеһе лә етешәр бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләрҙә бәләкәйҙән эшкә күндәм, тырыш булып буй еткерә.
Ҡул эштәренә оҫта Аида тегенсе һөнәрен һайлай, ә Азат бала саҡтан техника яратып үҫә, шуға ла әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, техникум тамамлап, механик дипломын ала. Бала саҡтан бер-береһен оҡшатып йөрөгән ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты ҡабына. Гөрләтеп туй үткәргәс, йәш ғаилә Магнитогорск ҡалаһында төпләнә.
— Үҙгәртеп ҡороуҙар заманы ине. Ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ тыуҙы. Икебеҙ ҙә эшләһәк тә, яртышар йыл эш хаҡы тотҡарланған саҡтар булды, ә ғаиләне нисектер аҫрар кәрәк. Шул ваҡыттарҙа бер ҙә аптырап ҡалманыҡ, тормош иптәшем шарф бәйләр өсөн станок әтмәләп бирҙе. Иләнгән еп алып, буяп, шарф бәйләп һата башланыҡ, тапочкалар ҙа тегә инек, — тип хәтерләй хужабикә.
Тотороҡло эш, фатирҙары булһа ла, тыуған яҡ үҙенә тарта — Хәбибуллиндар Учалыға ҡайта. Колхоз-совхоздарҙың бөткән ваҡыты. Азат Мөбәрәк улы юғалып ҡалмай, крәҫтиән (фермер) хужалығы аса, иген сәсә, бал ҡорто, балыҡ үрсетә, пилорама һатып алып, урман эше менән шөғөлләнә. Берҙәм эштә – бәрәкәт тип юҡҡа әйтмәгәндәр, эргәһендә һәр саҡ кәңәштәре менән хуплап, аңлап, ярҙам итеп торған тормош иптәше булғас, эштәре лә уңа. Ҡала ситендә ике ҡатлы, заманса йорт һалып сығалар.
Тик тормош һин теләгәнсә генә барһа икән. 2006 йылда газ шартлап, ғаиләнең үҙ ҡулдары менән төҙөгән йорттары янып юҡҡа сыға, гаражда ултырған өр-яңы еңел автомобиль дә көл-күмергә әйләнә. Февраль һыуығында урамда тороп ҡалһалар ҙа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй Хәбибуллиндар, йәйен йорттарын тергеҙеп, артабан тормош көтәләр.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән бик аҡыллы башҡорт халыҡ мәҡәле Аида менән Азат Хәбибуллиндарҙың балаларына төбәп әйтелгән кеүек. Улар икеһе лә ата-әсәһенә оҡшап егәрле, йүнсел булып үҫә, мәктәптә лә яҡшы уҡый. Альбина БДУ-ны, Вадим Өфө дәүләт нефть институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Бөгөн үҙҙәре ғаилә ҡороп, икешәр бала үҫтерә.
Вадим уҡыу йортон тамамлау менән ағас һырлау өсөн лазер станогы һатып ала. Тәүҙә ручкаларҙы гравировка менән биҙәй, ағас ҡалаҡтар эшләй. Яйлап сувенирҙар ҙа яһай башлай. Әммә күп тә үтмәй, өмөтлө белгесте Когалым ҡалаһына “Лукойл” йәмғиәте эшкә саҡыра.
— Эште беҙгә ҡалдырып китәсәген ишеткәс, тәүҙә аптырап ҡалдыҡ, заманса станокты, компьютерҙы үҙләштерергә кәрәк бит. Тырыша торғас, яйлап өйрәнә башланыҡ, улыбыҙ ситтә йәшәһә лә, гел хәстәрләп, электрон почта аша эскиздар ебәреп торҙо, отпускыһы ваҡытында ла ярҙам күрһәтте. 2014 йыл алдынан ат төшөрөлгөн сувенирҙарҙы яһап, һатыуға сығарҙыҡ. Йыл хужаһы төшөрөлгән продукцияны халыҡ ихлас алды, хатта эшләп өлгөрә алмай инек, — тип хәтерләй Хәбибуллиндар.
Ошонан һуң ҡанатланып, тағы ла дәртләнеберәк тырыша башлай оҫталар. Ишек алдарында бәләкәй генә оҫтахана төҙөп, эш өсөн уңайлы итеп йыһазландырып та алалар. Яңынан-яңы сувенир тауарҙарын яһауҙы үҙләштерә улар.
Бөгөн һабантуйҙар, ҡала көндәре, башҡа байрамдар Хәбибуллиндарһыҙ үтмәй. Уларҙың семәрләп, милли һыҙат менән һуғарылған сувенирҙары һәр сараға йәм бирә. Күҙҙең яуын алырҙай матурлыҡҡа һоҡланыусылар, һатып алырға теләүселәр күп. Бөгөн оҫталарҙы республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙә, хатта сит илдәрҙә лә беләләр. Былтыр, мәҫәлән, республика умартасылары Германияға ебәреү өсөн семәрләп бал һауыттары эшләткән. Интернет заманы бит, ситтән дә заказдар күп, Учалы оҫталары үҙҙәре лә төрлө күргәҙмә, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша.
— Заказсы нисек күрергә теләй, шулай эшләргә тырышабыҙ. Иң тәүҙә әйберҙең эскизын һыҙып күрһәтәбеҙ, үҙебеҙҙең тәҡдимдәрҙе әйтеп, уртаҡ фекергә килгәс, эшкә тотонабыҙ. Уларҙың йөҙөндә ҡәнәғәтлек тойғоһо, шатлыҡ күреү – эшебеҙгә иң ҙур баһа, — ти Аида Яныбай ҡыҙы менән Азат Мөбәрәк улы.
Мәҡәлә геройҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Хеҙмәт йылдары үткәс, күптәр ни эшләргә белмәй, аптырап ҡала. Ә Хәбибуллиндар хаҡлы ялдары алдынан күңелдәренә оҡшаған шөғөлдө үҙләштереп, үҙҙәренең ғүмер көҙөндә шатланып, етеш йәшәүҙәрен тәьмин иткән.