Шулай ул Ҡортоҡай, ғаиләһенә, йортона, улы менән иренә ҡалҡан булып, уларҙы “дошмандарҙан” һаҡлай.
Бөгөн иртән Мансурҙың кәйефе шәп ине. Күренеп тора: ниндәйҙер етди ҡарарға килгән. Эшкә йыйынғанда ҡатынына:
– Мин бер нәмәгә ҡарамай иртәгәнән отпускыға сығам. Бесәнде башларбыҙ. Һин бөгөн үк берәй һарыҡты һуйҙырып ҡуй. Кем белә, көндәр ямғырға тартһа, өмә яһарға ла тура килер.
Малдарын көтөүгә ҡыуырға йөрөгән Гөлниса һыйырҙарын һауып бөттө лә һарыҡ ҡураһына инде. Бәй, теге тәкә һаман бында бит. Ана, мөйөштәрәк ҡайһылай эре генә ята. Ҡапыл Ҡортоҡайҙың башына хәтәр уй килде:
“Эй, эйәһеҙ йөрөһәң әле, һиңә хужа тиҙ табылыр”, – тип һөйләнә-һөйләнә, әлеге тәкәне мөгөҙөнән һөйрәп алып барып, икенсе бүлмәгә бикләне лә ҡуйҙы.
“Ә ниңә? Үҙе килеп ингән мал. Эҙләгән кеше лә юҡ. Яҙған ризыҡ теш һындырып керә, тиҙәр бит” тип аҡланған кеүек уйланы ул көтөү ҡыуғанда. Әмәлгә ҡалғандай, һарығын йәүкәләгән кеше лә ишетелмәне, көтөүсе лә һорашманы.
Күрше Хәйҙәр ағай бер сәғәт эсендә һарыҡты һуйып, тиреһен тунап, эс-ҡарынын алып, шул арала итен турап та бирҙе. “Һеҙҙең ҡара һарыҡтарығыҙ ҙа бармы ни?” – тип бына-бына һорар кеүек тойолдо күршеһе Гөлнисанан. Ҡатын уға, салыу һөйәгенә ҡушып, матур ғына еренән бер-ике өлөш ит бирҙе, рәхмәт әйтте, ә бына сәй эсергә саҡырып торманы. Былай ҙа ауыл ҡатындары менән сәй-мәйгә йөрөшмәй ул. Тәүҙәрәк күршеләре ҡунаҡ күрһәтергә, тыуған көндәренә йә нимәлер “йыуырға” булһынмы саҡырып-саҡырып ҡаранылар ҙа, үҙҙәренә бер тапҡыр ҙа Ҡортоҡайҙың аш-һыуын, сәйен ауыҙ итергә насип булмағас, туҡтанылар. “Күркүл Ҡортҡа” тип бер аҙ әрләп йөрөнөләр ҙә аҙаҡ ҡул һелтәнеләр. “Хатта тыныс” тип уйланы Гөлниса ла.
Һарыҡ һуйғанда үҙен бер ни булмағандай тоторға тырышһа ла, нисектер ҡыйын ине Ҡортоҡайға. Йә, мал-тыуарһыҙ кешеме инде ул? Йәки ас йәшәйме? Дөрөҫөн әйткәндә, ул нисә баш һарығы барлығын, янсыҡта күпме аҡсаһы ятыуын да ҡапылда теүәл генә әйтә лә алмаҫ әле. Йә, нимә тип кеше малына ҡул һуҙғандыр – башына һыйҙыра алмай. Ә Мансуры белеп ҡалһааа?.. Бөттө баш!
Ул тиҙ генә ҡара тәкәнең тиреһен, баш-тояғын аҙбар артына алып барып күмә һалды. Шунан ғына эсәк-ҡарынын йыуҙы, итен туңдырғысҡа урынлаштырҙы ла тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк булмаған көндәлек эштәренә тотоноп китте…
– Һәй, Аҡтүш, нимә ул? Әллә бәрәс йолҡҡослайһың инде? – Эштән ҡайтып ингән Мансур этенең аяҡ аҫтындағы тирене ситкә типте.
– Аһ… ҡырҙан табып алып килгәндер… – тине баҡсанан сығып килгән Гөлниса, ни әйтергә белмәйенсә. Ул арала бер хәйләһеҙ, гонаһһыҙ эт ояһынан һөйрәп сығарып, һарыҡ башын кимерә башланы, эргәһендә ҡара тояҡтар ҙа ята ине. Иренең һораулы уҫал ҡарашынан ҡатын ҡойолоп төштө, тамағына тығылған төйөр һүҙ әйтергә ирек бирмәне. Мансур бөтәһен дә аңланы шикелле:
– Инде хәҙер урлашырға тотондоңмо?.. Бөтөнләйең менән Ҡортло Ҡортоҡай икәнһең дә!.. Оятың юҡтыр һинең! – Ир кеше һуңғы һүҙҙәрен ныҡ әсенеп һәм хурланып әйтте. Гөлниса, йәшенә быуылып, аласыҡҡа инеп китте. Күптән илағаны юҡ ине, был юлы күҙ йәштәренә ирек бирҙе, улар даръя булып аҡты. Үкенеү, оялыу, ғәрлек хистәре иҙә ине уны. Былай ҙа түбән, намыҫын юғалтырлыҡ ҡылыҡ ҡылырмын тип уйланымы икән ул берәй ҡасан? Шулай инде, нәфсе тигән нәмә тәүҙә ҡыл нәҙеклеге генә була, ти бит! Өҙөп, йолҡоп ташламаһаң, аҙа, ти. Аҙһа, арҡан йыуанлығы булып китә, ти. Ул саҡта үҙеңде быуа башлай тигәндәре хаҡ икән!
Гөлниса ла донъя ҡыуҙы. Булған һайын булдырғыһы килде. Аҫраған малының да, йыйған аҡсаһының да кәмеүен теләмәй шул ул. Һаман арттыра барырға тырыша. Ирен, ғаиләһен яратыуын шулай аңлатырға теләнеме, уға ярарға тырышыуы булдымы – хәҙер үҙе лә әйтә алмаҫ. Мансурға уның менән күңелһеҙ икәнен, уның ҡайһы саҡта толҡа тапмай ыҙаланыуын, эсе бошоуын тоя ине бит инде ул. Йә, былтыр йәй санаторийға барып, дауаланып ҡайтайыҡ, тип инәлде. Сит илгә сығып, сәйәхәт итә кеше, тип тә ҡараны.
“Донъяны кемгә ҡалдыраһың? Себеш, ҡорт, баҡса…” – тип теҙеп китә ундай саҡта Гөлниса… Эйе, донъяһын ҡыҙғанды шул. Бына тормошо етеш, бай, ә күңел китек. Китек кенә лә түгел, буп-буш. Ярһып та, буҫығып та оҙаҡ иланы ул. Ире инмәне лә, күренмәне лә.
Ҡапыл Гөлнисаның күҙенә аласыҡ тәҙрәһенең башында торған һағыҙаҡ ояһы салынды. Эйе, һағыҙаҡ шул! Тапҡандар урын!.. Улар ҙа бит умарталарҙан бал урлай. Бал тәтемәһә, аласыҡтың өҫтәлендәге шәкәргә, ҡайнатмаларға, башҡа тәм-томға һырый. Гөлниса ояға ытырғанып та, шомланып та ҡарап торҙо. “Мин бал ҡорто түгел, һағыҙаҡ икәнмен шул!.. Ҡортлаған Ҡортоҡай!.. Эйе, эсем тулы ҡорт!.. Мансур дөрөҫ әйтә!” Ире иҫенә төшкәс, ихатаға сыҡты, берәү ҙә күренмәгәс, өйгә инде. Унда ниндәйҙер ҡотһоҙ тынлыҡ урынлашҡан. Мансур юҡ. Кис еткән бит. Ҡайҙа китте икән? Кейемдәре лә күренмәй. Бәй, шкаф башындағы юл сумкаһы ла юҡҡа сыҡҡан. Тимәк, ауылына әсәһенә ҡайтып киткән…
– Юҡ, Һағыҙаҡ түгел мин! Ғүмер буйы Бал ҡорто булдым! Бер яңылышҡан тип, ошо донъяны, бөтә тормошобоҙҙо емереп булмай бит инде! Ни эшләргә? Эйе, нимәлер эшләргә кәрәк! Йәһәтерәк!..
Артабан Гөлниса былай йәшәмәйәсәк! Ғүмер бер генә, уны матур ҙа, намыҫлы ла, ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла итергә. Тик нисек? Эште ниҙән башларға?.. Иң алда хатаны төҙәтергә! Һарыҡтың кемдеке булыуын асыҡларға, итен, эс-ҡарынын, тиреһенә тиклем алып барып бирергә, “яңылыш булды, ғәфү итегеҙ” тиергә! Аңларҙар, ярлыҡарҙар, дүрт аяҡлы ат та абына. Унан бейеме йәшәгән күрше ауылға барыр. Ғәйебен таныр, тәүбә итер. Уны ире ярата бит, бейеме лә яҡын итә, Гөлниса ғүмер эсендә уның менән бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешмәне, татыу булды, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Ғәфү итерҙәр…
Ҡортоҡай еңел һулап урынынан торҙо, әллә ҡасан алынған, тик кейелмәй торған матур һары күлдәген, бейек үксәле туфлиҙарын кейҙе. Урамға сыҡты. Ул беренсе тапҡыр өйөн, ҡапҡаһын бикләмәне, күптән ҡайнап ултырған ашына ла, ем таптырып ҡысҡырышҡан ҡош-ҡортона ла иғтибар итмәне, көтөү ҡайтып килгәнен дә күрмәне… Уның әле һағыҙаҡ та, бал ҡорто ла булғыһы килмәй, ә сағыу, нәфис, еңел, матур күбәләккә әйләнгеһе килде. Ҡупшы кейенеп, сәскәнән-сәскәгә осоп-ҡунып, бейеп-йырлап, иркәләнеп-наҙланып, һөйөп-һөйөлөп йәшәү теләге йөрәген өттө. Рәхәт тулҡындар уның йәнен-тәнен, бөтә булмышын биләп алды…
Бына Гөлниса урамдан атлай. Тәүҙә уның күңеле күтәренке, аҙымдары дәртле, ҡулындағы йөгө еңел кеүек ине. Атлай торғас, тәүҙә башы түбән эйелде, унан кәүҙәһе алға бөгөлдө. Аяҡтарына таш бәйләгән кеүек ауырайҙы, тубыҡтары ҡалтыраны. Аҙымдары ла инде үтә ышанысһыҙ ине уның… Ә йәйге оҙон көндөң егәрле ҡояшы байыуға табан бара ине инде.