Башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл өлгөләрен тыуҙырған бер төркөм яҙыусыларҙың бер быуатлыҡ юбилейҙарын билдәләйбеҙ. Былтыр Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, йырсы-шағир Яҡуп Ҡолмой, башҡорт корчагины – Ибраһим Ғиззәтуллин, балалар яҙыусыһы Рәйес Ғабдрахмановтарҙың тыуған көндәрен республикабыҙ киң билдәләп үткәйне. Быйыл был саралар прозаик Ғәли Ибраһимов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына бәйле дауам итә. Тап ошо ваҡиғалар аша әҙәбиәт тарихына өр-яңы ҡараш менән бағабыҙ, мираҫыбыҙҙы барлайбыҙ, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙәбеҙ.
Халыҡ тарихы ябай яҙмалар түгел…
100 йыллыҡ юбилей йыл буйы дауам итергә тейештер, тип уйлайым. Сираттағы яҙмала Ғәли Ибраһимовтың рухи мираҫына иғтибар итеп, тарихи роман тураһында фекер йөрөтәбеҙ.
Бер аҙым алға баҫыр алдынан, эргә-тирәңә, артҡа бағыу — йәмғиәт һәм кешелек өсөн хас күренеш. Үткәнебеҙгә, тарих төпкөлдәренә бағып, бөгөнгө хәлебеҙҙе генә баһаламайбыҙ, ә киләсәккә дөрөҫ йүнәлеш, ҡараш һәм мөнәсәбәт булдыра алабыҙ. Шуға ла халыҡ тарихы — уның ябай яҙмалары түгел, ә бөгөнгө йәшәйешебеҙҙең компасы, тип билдәләп була. Әлбиттә, хәҙер ил, милләт тарихына ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Һуңғы йылдарҙа ғына боронғо осорҙарҙың өр-яңы биттәре асылып, объектив ҡараш булдырырҙай тарихи ысынбарлыҡ халыҡҡа ҡайтарылды.
Был яңылыҡ тарих фәнендә генә түгел, һүҙ сәнғәтенең башҡа өлкәләрендә лә ныҡлы урын алды. Башҡорт әҙәбиәтендә бындай ынтылыш XX быуаттың 70-се йылдарында башланды. К. Мәргәндең “Бөркөт ҡанаты” әҫәре тарихи башҡорт ерҙәрендәге XVI быуат ваҡиғаларын һүрәтләгән роман булһа, Ғ. Ибраһимовтың “Кинйә”һе ошо сылбырҙың тағы ла бер күренеше тип баһаланды. Тәүге емештәр үҙҙәренең бай һөҙөмтәһен дә бирмәй ҡалманы: бөгөн беҙ башҡорт әҙәбиәтендә тарихи романдарҙың төрлө йүнәлештәре, жанр формалары хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ. Ошо һуҡмаҡтың башында торған яҙыусы Ғәли Ибраһимов ижадының иң мөһим әҫәренә бай тәжрибә туплап килде. Яҙыусының 100 йыллыҡ юбилейы алдынан “Кинйә” романының өс томы башҡорт һәм рус телдәрендә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе.
Ғәли Ибраһимов 1919 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Башланғыс мәктәпте тыуған ҡалаһында тамамлай. 30-сы йылдар башында Ишембай нефте табылғас, ата-әсәһенең күсеп китеүе сәбәпле, артабанғы уҡыуын яңы урында дауам итә. 1935—1937 йылдарҙа ул “Башҡортостан вышкаһы” гәзитендә тәүге шиғырҙарын баҫтыра. 1937—1939 йылдарҙа Өфөлә педагогия рабфагында уҡый. 1940 йылда һабаҡташы Әхмәт Шакири (Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була) менән “Бәхетле ғүмер” тигән шиғырҙар йыйынтығын сығаралар.
Ғәли Ибраһимов 1939 йылда Совет Армияһына алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Фронтта күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында инглиз теленән уҡыта, һуңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә хәбәрсе, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Шул йылдарҙа ул ситтән тороп педагогия институтын тамамлай, Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый, оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналында яуаплы сәркәтип булып эшләй.
Совет Армияһында хеҙмәт итеү, гәзит һәм журналда эшләү Ғәли Ибраһимовҡа бай тормош тәжрибәһе бирә. Былар уның очерктарында, хикәйәләрендә сағылыш таба.
Әҫәрҙәре өсөн геройҙарҙы, ваҡиғаларҙы яҙыусы үҙ күҙе менән күргән, үҙе танып белгән йә булмаһа, һуңынан ныҡлы тикшереп, өйрәнеп асылған күренештәрҙән сығып һайлай. Тап ошо ерлектә “Ете төш уртаһында”, “Йомро граната” хикәйәләре ижад ителә.
Һәр ваҡиға романға торошло
Ғәли Ибраһимов яңы жанрҙарҙы ла үҙләштерә, бигерәк тә роман жанрында әүҙем эшләй. Жанрҙың милли әҙәбиәттә бай тәжрибәһе булмаһа ла, яҙыусы бай сюжет һыҙыҡтары менән персонаж характерҙарын тулайым асып бирә. “Бер полк кешеләре” тигән тәүге әҫәре 1956 йылда донъя күрә. Бер полк кешеләре — башҡорт егеттәре Әхмәров менән Бүләков, рус егеттәре Ртищев, Соловьев, украин Клименко, үзбәк Үткер һәм башҡа милләттән йыйылған һалдаттар хәрби антҡа, илгә тоғролоҡ һаҡлай. Авторҙың бөтә совет кешеләрен полкташтар — ватандаштар тип атауы бик хаҡлы. Роман илебеҙ халҡының рухи берҙәмлеген, ҡаһарманлығын сағылдырыуы менән әһәмиәтле.
Ғ. Ибраһимовтың “Умырзая”, “Ай битен йыуғанда” романдарында сюжет һыҙығын билдәләгән конфликт аныҡ, образдар ҙа сағыу. Дилогияла Тимерҡаҙыҡ, Михайла, Катерина һәм Умырзая-Алһыу образдары ыңғай тәьҫир ҡалдыра.
Ғәли Ибраһимов ижадының иң юғары нөктәһе — өс китаптан торған “Кинйә” тарихи романы. Әҫәр мауыҡтырғыс тарихи тикшеренеү рәүешендә яҙылған. Романға түл туплаған саҡта, автор бик күп документтар, тарихи әҫәрҙәр уҡый, көндәлек тә алып бара. “Был тарихи тема буйынса ике-өс йыл эсендә байтаҡ ҡына уҡылды. Уҡылғандарҙан сәйер бер нәмә тойола. Бөгөнгө тарихсылар һаман революцияға саҡлымғы буржуаз тарихсылар йоғонтоһонан сыға алмай... Ҙур полотнолы “ҡалын” китаптар яҙырға ваҡыт та, белем дә күп кәрәк шул. Ә бит беҙҙең халыҡтың тарихында ниндәй шаулы ваҡиғалар бар! Һәр ҡайһыһы роман яҙырлыҡ… Ер һатыу, ерҙәрҙең алыныуы, таланыу – төп асыу, бөтә ҡаршылыҡтарҙың, яуҙарҙың сәбәбе. Шуның өсөн был әҫәр буйынаса һиҙелә барыр… Һай, беҙҙең халыҡтың тарихы! Бик бай. Ниндәй генә ваҡиғалар юҡ?! Ләкин береһе хаҡында ла йүнләп яҙылмаған”, — тип теркәй автор көндәлектәренә.
Трилогияла XVIII быуатта башҡорт ырыуҙарының тормош-көнкүреше, уларҙың үҙ-ара бәйләнеше, тарихи эшмәкәрлеге ифрат киң планда һүрәтләнә. 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы алды көндәрендәге тормошто, азатлыҡҡа ынтылыш рухын сағылдыра әҫәр. Барлыҡ ваҡиғалар ҙа герой Салауат Юлаевтың яҡын көрәштәше Кинйә Арыҫланов образы аша бирелә, “Тапалған йәйләү” тип аталған тәүге китапта шул осорҙағы Башҡортостан ерлегендәге ҡатмарлы, фажиғәле ваҡиғалар һүрәтләнә.
Тәүге роман туғыҙ бүлектән тора. Демидовтар, Твердышевтар башҡорт ерҙәрен, урмандарын талап, заводтар һала, батша наместниктары Кириллов, Соймонов, Неплюевтар халыҡты төрлөсә яфалай, ҡала һәм крепостар төҙөүгә ҡыуа, карателдәр кешеләрҙә батша власының ғәҙелһеҙ эштәренә ҡаршы ризаһыҙлыҡты рәхимһеҙ рәүештә баҫтыра тора. Шул уҡ ваҡытта батша властары һәм сәнәғәтселәр тарафынан бында мәжбүри килтереп ултыртылған рус крәҫтиәндәре һәм заводҡа беркетелгән кешеләр араһында ла ризаһыҙлыҡ көсәйә бара. Эпик планда башҡорт ерҙәренең хәле, халыҡтың рус колонизаторҙарына ҡарашы төрлө ваҡиғаларҙа сағылыш таба.
Үҙ дәүеренең алдынғы ҡарашлы кешеһе Арыҫлан батыр ғаиләһендә тыуған Кинйә ана шул ҡатмарлы хәлдәрҙе күреп үҫә. Романда геройҙың бала сағы, уҡыу йылдары, төрлө кешеләр менән аралашыуы бик ҡыҙыҡлы сюжет һыҙыҡтары аша бирелә. “Белем – аҡыл биҙәге” тигән бүлектә Кинйәнең Шәреҡ илдәренә, Бохара, Хиуа яҡтарына барып белем эстәүе лә ваҡиғаларҙы ғына байытмай, ә характерҙы асыуға этәргес яһай. Әйтәйек, Кинйәнең Ҡонҡас сәсәндең, Ғәбдессәләмдең хикмәтле һүҙҙәрен күңел түрендә һаҡлап йөрөтөүе уның рухи байлығы хаҡында һөйләй. Кинйә үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, сит халыҡтар менән дә аралашып, уларҙың тормош-көнкүреше, уй-ниәттәре менән таныша. Әҫәрҙә шулай уҡ бөтә Башҡортостан тормошо ғына түгел, Петербургтағы хәл-ваҡиғалар ҙа бәйән ителә.
Башҡорт халҡының энциклопедияһы
“Ил ағаһы” тип аталған икенсе китапта Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлеген тулыһынса күрәбеҙ. Роман ете бүлектән тороп, эпик киңлекте лә яулай бара. Полифоник сюжет осор ваҡиғаларынан тыш, лирик сигенеүҙәрҙе, һөйкәлмә ваҡиғаларҙы, ретроспектив алымды ла үҙ эсенә ала. Ул — Нуғай даруғаһы ҡороноң етәксеһе, хөрмәтле абыҙ. 1757 йылда Пруссия менән һуғышта батырлыҡтар күрһәтеүе, һуңынан Себер һыҙығын һаҡлауға ебәрелеүе, ил эсендәге барлыҡ ижтимағи ваҡиғаларҙа ҡатнашыуы Кинйәне ил ағаһы кимәленә күтәреүгә булышлыҡ итә.
Романдың һәр сюжет боролошонда төп геройҙың тарихи ваҡиғаларҙа, тормош-көнкүреш картиналарында, халыҡтың социаль хәлен ҡайғыртыуҙа гел үҙәктә булыуын күрәбеҙ. Кинйәнең үҙ халҡын яҡлағанын һәм һаҡлағанын яҙыусы аныҡ ваҡиғалар менән дәлилләй. Ғ. Ибраһимов үҙ геройының киләсәктә С. Юлаев менән берлектә халыҡ азатлығы өсөн көрәштең башында тороуын әҫәрҙең динамикаһында нығыта. Романда шулай уҡ төп геройҙың күңел донъяһы бер яҡтан ғына түгел, ә ҡатмарлы, көсөргәнешле ваҡиғалар аша сағылдырыла. Бигерәк тә Юлай Аҙналин менән бергәләп Көҙәй ырыуы ерҙәренең таланыуына шаһит булыуы характер үҫешен күрһәтә. Шулай уҡ Салауат менән тәүге тапҡыр осрашыу картиналары ла һәр яҡтан әһәмиәтле һәм тулҡынландырғыс.
Трилогияның өсөнсө китабы “Бүгәсәү батша ҡанаты” тип аталғанын яҙыусы Ғәли Ибраһимов нөктәһен ҡуя алмай вафат була, ләкин барлыҡ ҡулъяҙмаларҙы ҡыҙы Һөйөклө Ибраһимова махсус мөхәррир Марсель Искәндәров менән әҙерләп нәшер итә. Китап булып айырым әҙерләгәндә прозаик Сабир Шәрипов та ҙур ярҙам күрһәтте.
Хәҙер өс роман да өр-яңынан баҫылып сыҡты. Өсөнсө роман да туғыҙ бүлектән тора. Ваҡиғалар Салауат яуының ахыры, ихтилалдың баҫтырылыуын һүрәтләй. Яҙыусы халыҡ батыры Салауат Юлаев образына ла ҙур урын бирә. “Салауат та тигән ир” тигән дүртенсе бүлектә геройға объектив баһа ғына түгел, байтаҡ яңы һыҙаттар ҙа өҫтәй.
Роман шул замандың тарихи-социаль мөхитен, халыҡтың көнкүрешен һәм рухын, донъяға ҡарашын, мәҙәниәт кимәлен, тел үҙенсәлектәрен — барыһын да шул тиклем аныҡ күҙ алдына баҫтыра, әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, уҡыусы үҙен XVIII быуатҡа барып ҡайтҡан һымаҡ тоя. Тарихи романдың ышандырыу көсө, зиһенгә, күңелгә көслө тәьҫире архив материалдарын һәм шәжәрәләрҙе ентекләп өйрәнеү арҡаһында ғына түгел, әлбиттә. Халыҡтың боронғо йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, күп төрлө ышаныуҙарын, ырымдарын һәм шул замандан бирле һаҡланған рухи мираҫын — фольклор әҫәрҙәрен (бигерәк тә героик эпос, ҡобайыр һәм легендаларҙы), сәсәндәр ижадын һәм ҡулъяҙма китаптарҙы — тәрән өйрәнеү, уларҙың социаль айышына төшөнөү, тарихи роман туҡымаһында тейешенсә ҡулланыу һөҙөмтәһе лә ул.
Ғәли Ибраһимов тормош-көнкүрештең милли үҙенсәлектәрен һүрәтләүгә шулай уҡ бик иғтибарлы. Юғиһә уның ҙур күләмле һәр әҫәрендә, органик рәүештә урын алған этнографик материалдар, боронғо фольклор әҫәрҙәренән, йәнле һөйләшеүҙән алынған лексик һәм стилистик берәмектәр, мәҡәлдәр һәм башҡа төрлө афоризмдар, милли үҫеш ихтыяждары тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар күп булмаҫ ине. Был йәһәттән “Кинйә” романын башҡорт халҡының энциклопедияһы тип тә атарға мөмкин.
Шулай итеп, Ғ. Ибраһимов башҡорт әҙәбиәтендә тарихи теманы бер баҫҡысҡа юғары күтәреп, уның офоҡтарын киңәйтеүгә ҙур өлөш индерҙе.