Заман башҡа — заң башҡа, тип әйтһәләр ҙә, был һүҙҙәр фотоһүрәттәргә ҡағылмай, сөнки улар үҙҙәрендә тотош тарихты һаҡлай.
Ошо көндәрҙә баш ҡалалағы “Урал” галереяһында Александр Данилов менән Алик Хәсәновтың “Мәлдәр. Үҙгәрештәр” тигән күргәҙмәһе асылды. Әйткәндәй, Александр Данилов ҡасандыр “Башҡортостан” гәзитендә эшләп киткәйне.