Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы һәм Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә арҙаҡлы башҡорт шағиры, I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы (Мәскәү), 1917 йылғы Башҡорт ҡоролтайҙары делегаты, Башҡорт өлкә бюроһын ойоштороусыларҙың береһе Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарын ятлау буйынса Мең ырыуына ҡараған ун бер район уҡыусылары араһында шиғыр һәм ғилми эшкә тартым иншалар конкурсы иғлан итте. Дәүләкән ҡалаһында 24 апрелдә сараға йомғаҡ яһаласаҡ. Шуға тиклем һәр районда конкурстың төбәк этаптары бара. Ошо уңайҙан беҙгә Бишбүләк районы уҡыусыларының сығыштарын ҡарарға насип булды.
Бишбүләк районының 1-се мәктәбендә уҙған сарала ҡатнашырға 36 уҡыусы теләк белдергән. Улар беҙгә Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарын яттан һөйләп кенә ҡалманы, ә араларында музыкаль яҡтан биҙәп, ижади композиция яһағандар ҙа булды. Бынан тыш, өс бала ғилми эш тә яҙғайны. Сара бик ҡыҙыҡлы барҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, шағирҙың яҙыу стиле ябай түгел, ул боронғо һүҙҙәр ҡулланып, теге быуат башында башҡорттар нисек һөйләшкән, әҫәрҙәрен шул тел ҡағиҙәләрендә ижад иткән. Был — юғары кимәлдәге башҡорт әҙәби теле, тип әйтер инем хатта. Ул һүҙҙәрҙең байтағы беҙҙең һөйләштәргә инеп киткән, әммә бөгөн барыһын да ҡулланабыҙ тип булмай, әммә балалар быға әллә ни аптырап тормаған. Уҡытыусыларҙы ла маҡтап телгә алырға кәрәк! Ана нисек итеп ауылдары менән автобустарға тейәп, балаларҙы ошо сараға йыйғандар, шиғырҙар ятлатҡандар. Йәнә шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт, татар балалары ла саф башҡортса матур итеп һөйләне шиғырҙарҙы. Әлдә генә уҡытыусы түгелмен, сөнки уҡыусыларҙың береһенә лә “бишле”нән кәм мәрәй ҡуя алманым. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә ойошторолған баһалама ағзалары шулай ҙа еңеүселәрҙе билдәләп, ярыштың финал этабына сыҡҡандарҙы билдәләне.
Шулай итеп, башланғыс кластар араһында беренсе урынға Радмила Сәфәрғәлиева, икенсе урынға – Байрас Батраев, өсөнсө урынға Нияз Исламов лайыҡ булды. V – VIII кластар араһында еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: Камилә Ишмөхәмәтова – беренсе, Ильяс Ҡасимов – икенсе, Азалия Әхмәтшина өсөнсө урынға сыҡты. IХ – ХI кластар араһында Гөлсәсәк Йосопова, Илзидә Хәбибуллина, Ғәлинур Хәсәновтар алдынғы булды.
Урыҫ телле мәктәптәр араһындағы еңеүселәр айырым билдәләнде. Әлиә Сәйетгәрәева – беренсе, Гүзәл Хафизова икенсе урынға лайыҡ булды. Афарин, балалар! Бишбүләк районының Ҡаныҡай, Айыт, Елболаҡтамаҡ, Дим мәктәптәренән килгән уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Йосопова, Фәриҙә Нуриева, Алһыу Ҡасимова Сафуан Яҡшығолов тураһындағы ғилми эшкә тартым иншалары менән һөйөндөрҙө. Фәриҙә Нуриева иһә, видеояҙмалар, төрлө китаптарға һылтанмалар эшләп, райондаштары алдында телмәр тотто. Ә Гөлсәсәк Йосопова, әйтерһең, ғүмер буйы Сафуан Яҡшығолов ижадын ғына өйрәнеп ултырған: ул шағир хаҡында бар белгәнен, ғилми сығанаҡтарға таянып, сарала ҡатнашыусыларға һөйләне.
Бына ошондай балалар булғанда, уларҙың сығышын тыңлағандан һуң, күңел үҫә, милләтебеҙҙең киләсәгенә өмөт уяна ғына түгел, ышаныс нығына! Гөлсәсәктең яҙыу стиле лә бик матур, уҡытыусылар ҙа ярҙамға килгәндер (етәксеһе – Р. Тихонова), әммә ул яҡташы Сафуан Яҡшығоловтың ижадын һыу кеүек эскән. Моғайын, уға киләсәген милли матбуғат менән бәйләргә кәрәктер. Ул яҙыуға ғына түгел, ә фекерҙәрен башҡортса әйтеп бирергә лә бик маһир. Афарин, Гөлсәсәк!
Балаларҙың уңышлы сығыш яһауына ҡарап айырым Маҡтау ҡағыҙҙары ла тапшырылды: Илсур Хөсәйенов – “Ҡыйыулыҡ өсөн”, Руслан Ишниязов менән Милана Ишмөхәмәтова – “Тасуири уҡыу өсөн”, Лена Солтанова – “Артист оҫталығы өсөн”, Ленария Ғилманова менән Инсаф Хәсәнов “Өмөт” номинацияларында билдәләнде.
Һәр районда бына ошолай ойошторолорға тейеш Башҡортостан автономияһы башында торған шәхестәргә арналған саралар. Быйыл милләттең аҫыл кешеләренең исеме, эше, фиҙакәрлеге балаларҙың, йәштәрҙең аңына һалынырға тейеш!
Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Зарипов, сараны ойошторған уҡыусыларға рәхмәт белдереп, балаларҙы тәбрикләне.
Райондың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһында йәшәһә лә, Бишбүләк районында үткән сараға бүләктәрен тейәп ҡайтып еткән Альфред Шәймәрҙәнов был юлы ла конкурстан ситтә ҡалманы. Район хакимиәте әҙерләгән Маҡтау грамоталары менән бергә уҡыусыларға бүләккә китаптар тапшырылды.