Мәүлиҙә Әхмәтйәнова “Атайыма аҡ эшләпә, пар аяҡ” исемле әҫәрен яҙмышнамә тип атаған, әммә ул нисек аталһа ла, тыуған иленә, еренә, яҡындарына, ғөмүмән, кешеләргә мөхәббәт менән һуғарылған әҫәр был. Автор геройҙарының бөтә ҡылыҡтарын, эш-хәрәкәтен аңлап, яҡшы яҡтарын иҫкә алып, насар яҡтарын ғәфү итеп, үҙ йөрәге аша үткәреп яҙа. Шуға ла әҫәр уҡымлы һәм уҡыусыны ышандырыу көсө лә ҙур.
Әҫәрендә Мәүлиҙә геройҙары, уҡыусылары һәм үҙе араһында туҡтауһыҙ бәйләнеш алып бара. Ул уҡыусыға өҙлөкһөҙ мөрәжәғәт итә, геройҙары менән берлектә уҡыусыны ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Был йәһәттән ул лирик сигенеүҙәрҙе, риторик һорауҙарҙы, өндәү һөйләмдәрҙе бик уңышлы ҡуллана.
Әҫәргә исем биргән, әҫәр барышында туҡтауһыҙ иҫкә алынған деталь – ул аҡ эшләпә. Яҙыусы уға хатта тотош бер бүлекте арнаған. Был художестволы деталь аша авторҙың геройға (бында иң элек бабаһы Хужаға, һуңынан – атаһына) мөнәсәбәтен күрәбеҙ. Авторҙың эске донъяһын, күңел кисерештәрен дә ошо деталь аша һиҙемләйбеҙ.
Әҫәрҙе мауығып, бер тынала тиерлек уҡып сығаһың. Башта әйткәнемсә, автор уҡыусыһы менән туҡтауһыҙ бәйләнештә булһа ла, ул үҙ фекерҙәрен көсләп таҡмай, ә уға уйларға урын ҡалдырып, үҙ артынан эйәртә лә эйәртә.
Автор геройҙарының ҡыҙыҡлы ла, михнәтле лә тормошон үҙе хәтерләгәнсә, үҙе аңлағанса һәм үҙе күҙ алдына килтергәнсә тасуирлай һәм художестволы һүрәтләү алымдарын һис йәлләмәй ҡуллана. Бындағы эпитеттар, сағыштырыуҙар, метафоралар һәм башҡа бик күп һүрәтләү саралары Мәүлиҙәсә генә яңғырай. Уның терегөмөштәй һыулы шишмәһе лә көйләп аға, ап-аҡ эшләпәһе лә ҡысҡырып тора, күперҙәге бүрәнәләре лә, йән ингәндәй, тәгәрмәс артынан йүгерә, туҡтамай алға саба.
Хикәйәләүгә урындағы халыҡ телмәрен дә индереү әҫәрҙе тағы ла байытып, терелтеп ебәрә.
М. Әхмәтйәнованың геройҙарының бөтәһе лә тиерлек, яҙмыштары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, яҡты уйлы, тормошҡа ғашиҡ кешеләр. Автор өсөн улар – йәшәүгә көс, һут биреп торған тамырҙар. Ә тамырһыҙ кешенең үткәне юҡ. Кем үткәнен хәтерләмәй, уның киләсәге лә юҡ, тиҙәр. Автор уҙған заманда тороп ҡалған яҡын кешеләрен үҙе менән бергә хәҙерге заманға күсерә, сөнки улар уның хәтерендә һәр ҡайһыһы үҙ урынын белеп һәм биләп йәшәй. Авторҙың күңел түренә мәңгелеккә урынлашып, уны яҡтыртып тора улар. Һәм был яҡтылыҡтың нуры уҡыусыға ла төшә икән, һис ғәжәп түгел.