Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Апрель 2019, 13:10

Дала көйөн көйләп, шиғыр һөйләп...

Ырымбурға илткән юл.

Ырымбурға илткән юл.


Бер төркөм ижадсылар көньяҡ-көнбайышҡа ҡуҙғалғанда, ҡояш яңы уянғайны әле. Был яҙғы күңелле иртә юлсыларға уңышлы сәфәр фатихаланы, сөнки юлыбыҙ, тарихи шәхестәребеҙ эҙе буйлап, күренекле әҙиптәр Хисмәт Юлдашев менән Тамара Искәндәриәнең республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған ижад кисәһенә, киң даланың баш ҡалаһына табан баш алғайны.



Юл башы


“Ырымлы Ырымбурым” ижад кисә­һенә юлланған яҙыусыларҙы, “тимер ат”тарының йүгәнен ҡайҙа борһалар ҙа, асыҡ күңелле, ҡунаҡсыл милләт­тәш­тәр ҡаршы алды. Әйткәндәй, шиғри марафонға әүерелгән был сә­фәрҙең беренсе туҡталышы Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге үҙәк балалар китапхана­һында булды. Китапхана башҡорт яҙыусылары Динис Бүләков менән Булат Рафиҡовтың тыуған яғында урынлашҡанғамы, күңелдәр ошо ике шәхестең рухына тейенде. Беҙҙе, йәғни бейеүсе Һылыу Юлдашбаеваны, шағир, тәр­жемәсе Сергей Янакиҙы һәм балалар яҙыусыһы, журналист Фәрзәнә Аҡбу­ла­тованы, ижади Байтимеровтар ғаи­лә­һен, был сәфәргә әйҙәгән Тамара Иш­булды ҡыҙы баш­ҡорт халҡының тарих биттәрен барлап йөрөгәнебеҙ ту­ра­һында ғорур­ланып та, илһам­ланып та һөйләне.


Мәләүез яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Рәсимә Ғайсина-Дәүләт­бае­ва­ның яңы ғына сыҡҡан “Алтын миҙ­гел” исемле китабын милләт­тәш­тәргә тапшырып, тәүге ҡыуаныс-шат­лыҡ­тар­ҙы уртаҡлашҡандан һуң, автор­ҙың үҙе яҙған йырҙары, ша­ғирҙарҙың шиғырҙары һәм ҡурайсы­ның ҡурай моң­дары аҫтында сәй менән һый­ланғас, шиғри марафон артабан тәгәрәне...


Юлыбыҙ Баязит Бикбай, Раил Байбулатов, Рәшит Солтангәрәев кеүек шә­хестәребеҙҙең эҙҙәренән Көйөргәҙе районына илтте. Ә бында иһә Кү­мер­тау ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө мәктәбе балалары ашҡынып көтә ине. Ихатаһына ингәс тә, сынъяһау мәктәпте күреп, тәртип яратҡан, бөтмөр хужаларҙың ҡулдары тейгәне күҙгә ташланды. Ә инде Өфө ҡунаҡтарын ишек төбөнән үк милли кейемдәге балаларҙың тәбрикләүе осрашыуҙың оло бер байрамға әүерелеүенә осҡон өҫтәп ебәрҙе. Улай ҙа түгел, мәктәпкә ингәндән алып халҡыбыҙҙың күренекле ағинәйе Мәрйәм Бураҡаеваның рухы һиҙелә ине, яңылышмағанбыҙ – мәктәп директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Төлә­гәнованың әйтеүенсә, ысынлап та, был ҡала мәктәбенә ил инәһенең йоғонтоһо бик ҙур икән.


Ә инде шағирҙар Хисмәт Юлдашев менән Тамара Искәндәриә башланғыс класс уҡыусыларына туған тел, рух, милли ҡиммәттәр хаҡында һөйләгәс, милләтебеҙҙең киләсәге булған ба­лаларыбыҙҙың йөҙҙәренә ҡарап, ысын күңелдән тантана иттек. Улар­ҙың һәр береһенең күҙҙәре осҡонло, дәртле ине. Ш. Бабич, М. Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбу­латова менән тәржемәсе, шағир Сергей Янакиҙың мауыҡтырғыс әңгә­мә­һенән һуң Айҙар Байтимеровтың ҡурай моңона иҙрәне балалар. Баш­ҡорт халыҡ көйөн тыңлағандан һуң, һәр береһе ашҡынып Урал тауҙары, тирмәләр, ҡымыҙ бешеү, балаҫ һуғыу кеүек төшөнсәләр күҙ алдарына килеүен бәйән итте. Ә инде тартынып тормай, талпынып бейергә төшкән кескәйҙәргә ҡарап, бөтөнләй бала саҡ донъяһына инеп сумдыҡ.


Әйткәндәй, сәхнә түренә “Аҡбуҙат” беҙҙә ҡунаҡта” тип яҙып элгәйне улар. Ысынлап та, “Аҡбуҙат” журна­лының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә әйтеүенсә, мәктәптәре менән генә йөҙгә яҡын дана яҙҙыралар икән бында журналды. Шуға ла улар шағирә һәм яратҡан журналдарының етәксе­һен бик яратып тыңланы, ихлас әңгә­мәләште. Ә инде Өфөнән килгән “яғым­лы инәй” менән алсаҡ һәм көләс йөҙлө “олатай”, улар менән уйнап, бү­ләктәр ҙә таратты. Бар нәмәгә лә маһир булып сыҡты балалар, бигерәк тә “Урал батыр” эпосын яҡшы бе­леүҙәрен күрһәтте. Бәхетленең ҡуна­ғы бер көндә, тигәндәй, тағы ла бер яҡ­шы хәбәр килеп ҡыуандырҙы был мәктәпте. Белем усағына “прогимназия” тигән статус бирелгән, йәғни ҡаланың башҡорт балалар баҡсаһы мәктәп ҡарамағына тапшырылып, тарихта ҡалған мәртәбәле көн булды был.


Оло далаға табан


Хисмәт ағайҙың, мәктәпкә балала­рын алырға килгән ата-әсәләр менән башҡорт теле хаҡындағы әңгәмәһе барыһына ла һабаҡ булғандыр тип ышанғы килә. Ә бит бер ваҡытта ла шағирҙар шиғыр яҙып, китап итеп баҫтырып ҡына ултырмаған. Улар һәр ваҡыт, күҙ өҫтөндәге ҡаш һымаҡ, күренекле урын биләгән, йәмәғәт тормошо булһынмы, йәмғиәттең көнүҙәк мәсьәләләреме, һәр заманда ла ша­ғирҙар тура һүҙен ҡылыс итеп, дәрә­жәһен ҡалҡан итеп халыҡ алдына сығып баҫҡан. Хисмәт ағайҙың бөгөн йөрәктәребеҙҙе ҡанатҡан тел мәсьә­ләһе хаҡындағы әңгәмәһе лә быны раҫланы. Хәйер, мәктәп ғорурлыҡ менән исемен йөрөткән мәғрифәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт Исҡужиндың “Милләтебеҙҙе рухи тарҡаулыҡтан ҡотҡарыуҙың берҙән-бер юлы – балаларҙы туған телебеҙҙә тәрбиәләү һәм уҡытыу” тигән һүҙҙәре лә балаһы ошо мәктәптә уҡыған һәр ата-әсәнең йөрәгенә туранан-тура барып еткәндер. Һәр хәлдә, осрашыу барышында балаларҙың күҙҙәрендәге осҡон, дәрт, бик күпте һөйләй ине... Артабан Күмертау ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Рима Фәттәхетдин ҡыҙы Арыҫланова менән берлектә уҡылған рухлы шиғырҙар ҙа һәр кемебеҙҙең күңеленә хуш килеп, күмертауҙар өсөн шатланып та, ғорурланып та сыҡтыҡ юлға.


Юлыбыҙҙың өҫтөндә ятҡан Көйөр­гәҙе районының Мораптал ауылында ла беҙҙе көтәләр ине. Бында беҙ Ғә­зиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей­ға туҡталдыҡ. Музей директоры Әлфи­рә Ниғмәтуллина, халҡыбыҙҙың мәшһүр улының ғүмер юлы хаҡында тағы ла бер тапҡыр бәйән итеп, күңелдәрҙе моңһоуландырҙы. Милли шәхестәребеҙҙең аяныслы яҙмыш­тарын барлаған һайын йөрәк тетрәнһә лә, мираҫҡа ҡалдырған хеҙмәттәре өсөн рәхмәтле булып ҡалабыҙ. Уҡы­тыусылар Рәмилә Ҡужаҡова һәм Ғә­лиә Сынбулатова менән берлектә Өфө ҡунаҡтары шиғыр уҡып, борон­ғолоҡ аңҡып торған, күңелдәргә яҡын, ҡәҙерле милли йыһаздар янында рә­семгә төшөп, морапталдар менән дә хуш­лаштыҡ. Әйткәндәй, Ғәзиз Әлмө­хә­мәтов тураһында бөтәбеҙ ҙә белә­беҙ, әммә уның башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыуы, милли юҫыҡта бик күп эш башҡарыуы, шул иҫәптән сәйәси золом ҡорбаны булыуы тураһында ла оноторға ярамай.


Һүҙемдең башына килгәндә инде, оло далаға сыға торған берҙән-бер юл ул – Ырымбур. Шуға ла уны Урта Азия ҡапҡаһы тип атағандар. Был ҡап­ҡаға барып етеп, “тимер ат”тары­быҙҙың йүгәндәрен һалдырып элгәндә инде, көн кискә ауышҡайны. Уңған хужабикә лә, үткер телле шағирә лә Нәфисә Смаҡова беҙҙе йылы аштары, асыҡ күңеле менән ҡаршы алды.
Башҡортостандың көньяҡ-көнба­йыш райондарын киҫеп үткән шиғри марафон боронғо башҡорт ере, ата-бабаларыбыҙҙың аҙым һайын аҫыл һөйәктәре ятҡан ырыҫлы Ырымбур ерендә дауам итте. Тамара Искән­дә­риә менән Хисмәт Юлдашевтың әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән шағир Сергей Янаки ҙа ҡурайҙа уйналған “Буранбай” көйөн бирелеп китеп, тетрәнеп тыңланы... Һәм, әлбит­тә, бынан һуң тағы ла үткерерәк, рухлыраҡ шиғырҙар биҙәне кисәбеҙҙе.


Ә иртәгәһенә инде беҙҙе Башҡорт йорто “Каруанһарай” көтә ине. Был яҡтарға юлы төшкән бер башҡорт та изге йортҡа килеп доға ҡылмайынса китмәйҙер... Әле лә “Каруанһарай” ди­ни ойошмаһы рәйесе Гөлимә Жангабилова, филология фәндәре кандидаты, ғалимә Лидия Фәтих ҡыҙы Әбү­бәкирова беҙҙе киң күңел менән ҡаршы алды. Бында йәшәгән ҡәрҙәш­тәр менән донъя хәлдәрен һөйләшеп хәл белешкәнсе, Башҡортостандан килгән яҡташтарының ижад кисәһенә тип, Ырымбурҙан ғына түгел, күрше тирә-яҡтан халыҡ йыйыла ла башлағайны инде.


Шатлыҡлы мәлдәр


“Ырымлы Ырымбурым” тип атал­ған ижад кисәһенә Хөсәйен Ямашев исемендәге китапхана залына ярат­ҡан шағирҙарын күрергә тип килгән, шиғырға, моңға һыуһаған милләт­тәштәр йыйылды. Тамара апай, килен булараҡ, был изге ерҙән үҙенә ырыҫ, бәрәкәт, ҡот алырға килһә, Хисмәт ағай инде тыуған яҡтарының йәшәү та­мырҙарынан көс, һут алып йәшәй. Яҡташтары менән осрашыуға ашҡын­ған әҙиптәрҙең өмөтө ысынлап аҡлан­ды. Иң мөһиме – ырымбурҙар үҙ телдәрендә аралашып, күңелдәре ял итеп, бүләккә китаптар, рух, илһам алып таралышты. Әйткәндәй, яҡташ­тары, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев­тың да сәләмдәрен һәм дә бүләккә ебәрелгән китаптарын ҡәҙерле күреп ҡабул итте ырымбурҙар.


Ижад кисәһе барышында ысын һәләттәрҙе күреп, хайран ҡалдыҡ. Хис­мәт ағайҙың бала саҡ дуҫы Марат Сарбаев бәләкәй саҡ хәтирәһен яңыртып ҡына түгел, шиғырҙар уҡып, йырлап байрамға йәм өҫтәне. Күрше ауыл ҡыҙы Флүзә Хәлитова ла Новосергеевка районының Әхмәр ауылынан килеп еткән. “Өлкәнәйә башла­ғас ҡына йырлай башланым”, – тине ул. Үҙе йырҙар ҙа яҙа, Хисмәт ағайҙың шиғырына яҙылғаны ла күңелдәрҙе нурландырҙы. Ә инде башҡорт халыҡ йыры “Сәлимәкәй”ҙе йырлап ебәргәс, уның тауышында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас аһәңде, моңдо тоймау мөмкин түгел ине, тауышы әллә ҡайҙарға, Урал ҡаяларына сың­лап бәрелеп, тарих төпкөлөнә алып китә. Халыҡ араһынан сыҡҡан ошондай йырсыларҙа йәшәй ҙә инде ауыҙ-тел ижадыбыҙ.


Йыр сәнғәтенең бар оҫталығына төшөнөргә тырышҡан йәштәребеҙҙе лә тыңлап кинәндек. Марат Яҡшымбәтов менән Азалия Фазылова – урындағы халыҡ яратҡан йырсылар. Хәҙер башҡортостандар ҙа уларҙың ысын мәғәнәһендә шәп йыр­сылар икәнен таный. Ә инде ярат­ҡан шағирҙарын ҡотларға, хәтирәләр менән бүлешергә, шиғырҙар уҡырға теләүселәр, ысынлап та, бик күп ине.


Ошо урында Сергей Янаки тураһында тулыраҡ әйтеп китеү дөрөҫ булыр. Бар йәне-тәне менән башҡорт шиғриә­тен, донъяһын тойған яҡташыбыҙ беренселәрҙән булып Тамара Ишбулды ҡыҙының, аҙаҡ инде Хисмәт Хәсән улының шиғырҙарын тәржемә итә. Етмәһә, уларҙы йөрәктәргә үтеп инерлек итеп уҡый. Ошо арала ғына алтмыш ике йәшен тултырған Хисмәт Юлдашевтың һәм уның ғүмер юлдашы, шулай уҡ ошо арала “Марафон” исемле яңы китабын ҡулына алған Тамара Искәндәриәнең ижад кисәһен ҡылғанлы далаларҙың баш ҡалаһы Ырымбурҙа үткәреүенә һөйөнөп бөтә алманы милләттәштәребеҙ. Сара барышында уйындар уйнатылып, еңеүселәр өсөн килтерелгән махсус бүләктәр ҙә көтөлмәгән шатлыҡ булды был яҡ ҡәрҙәштәребеҙгә.



Өфө – Ырымбур
Читайте нас: