Башҡортостандың Милли музейында үткән йылдың көҙөнән алып быйылғы 30 мартҡа тиклем дауам иткән “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлегенән: генеалогик аспект” республика ғилми-тикшеренеү бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
Республикабыҙға һәм уның Дәүләт архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән сара йәш быуында илһөйәрлек, тарихи-мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, уларҙы ғилми-эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған.
Сара башланыр алдынан конференцияла ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар өсөн музейҙа экскурсия турҙары эшләне, коридор диуарҙарында билдәле шәхестәрҙең шәжәрәләре урын алды.
Конференцияла республика ғилми-тикшеренеү бәйгеһендә призлы урындар яулаған йәш ғалимдар сығыш яһаны. “Башҡортостандың үҫешенә йоғонто яһаған шәхес роле” номинацияһында III урынды яулаған Айнур Хисаметдиновтың эшен күренекле Кинйә Арыҫлановҡа арнауы осраҡлы түгел. Ул – Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында физкультура уҡытыусыһы.
– Төп маҡсатым – йәш егеттәрҙе малай саҡтарынан алып Кинйә, Салауат кеүек көслө, ҡыйыу итеп тәрбиәләү, милли көрәшкә иғтибарҙы арттырыу һәм Кинйә Арыҫлановтың исемен мәңгеләштереү, – тине ул, сығышын йомғаҡлап.
Ошо уҡ номинацияла икенсе урынға лайыҡ булған Эльвина Латипова Х класта белем ала. Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан булған ҡыҙ үҙенең ғилми-тикшеренеү эшен билдәле башҡорт яҙыусыһы Фәрит Иҫәнғоловтың шәжәрәһенә арнаған.
Башҡорт автономияһы өсөн әүҙем көрәшселәрҙең береһе, тамырҙары Күгәрсен районының Теләүембәт ауылына барып тоташҡан Ғабдулла Иҙелбаевтың шәжәрәһе күргәҙмәләге башҡалары араһында ҙурлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Уның ейәнсәре Рәзилә Иҙелбаева үҙенең ғилми хеҙмәтендә олатайының тормош юлын өйрәнә.
– Ғабдулла Иҙелбаевты Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр”ендә бик йылы телгә ала, – тине ул үҙ сығышында.
Тамырҙарын ныҡлы белгән ил ҡоромаҫ. Йәш быуындың үҙ шәжәрәһен генә өйрәнеп ҡалмай, башҡа билдәле шәхестәрҙе лә ете быуынына тиклем өйрәнеүе, бының хаҡта ғилми-тикшеренеү эштәре яҙып, фәнгә, тарихҡа яҡын тороуы киләсәккә ҙур өмөт, ышаныс уята.