Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апрель 2019, 12:34

Дуҫлашҡың килһә, рәхим ит!

Благовар районының балалар сәнғәт мәктәбе “Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” милли мәҙәниәттәрҙең республика бәйге-фестиваленә саҡыра.

Благовар районының балалар сәнғәт мәктәбе “Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” милли мәҙәниәттәрҙең республика бәйге-фестиваленә саҡыра.


Сарала Шишмә, Дүртөйлө, Бүздәк, Туймазы, Архангел райондарынан, Ағиҙел ҡалаһынан килгән кескәй сәхнә әһелдәре ҡатнашасаҡ. Уларҙың сығыштары “Халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәренән өҙөк сәхнәләштереү”, “Музыка ҡоралдарында сығыш яһау”, “Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу”, “Биҙәү сәнғәте” номинациялары буйынса баһаланасаҡ.


“Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” республика фестивале иртәгә иртәнге сәғәт 10-да барыһын да Благовар район мәҙәниәт һарайында көтөп ҡала.


Фото: samddn.ru
Читайте нас: