Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апрель 2019, 20:22

“Стәрлебаш ынйылары” ынйылай балҡыны

Булыр бала – биләүҙән тигәндәй, сәнғәткә оҫталыҡ та бала саҡтан килә инде ул. Бына шул белем биреү учреждениелары уҡыусыларының йыр-бейеү сәнғәтенә ынтылышын хуплау һәм һәләтлеләрҙе асыҡлау маҡсатында үткәрелде Өфөлә “Халыҡ ынйылары” республика халыҡ ижады фестивале.

Сараның беренсе этабында видеоматериалдар ҡаралған. Барыһы 11 белем усағы ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә алты фольклор коллективы фестивалгә саҡырылған. I урынға “Бесән йыйыу йолаһы” конкурс программаһы менән “Өмөт” коллективы (етәксеһе Р. Ҡыуандыҡов) сыҡһа, II урынды “Сәскә ат, Башҡортостан!” программаһы менән Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының “Дуҫлыҡ” фольклор ансамбле (етәксеһе Л. Күҫәкова) яулаған. Ә бына III урынға бер нисә коллектив лайыҡ булған. Улар: Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжының “Йәйғор” ( С. Рысаева, А. Зәйнуллина, Ф. Юнысбаев) , Үрге Йәркәйҙәге Башҡорт аграр-технология колледжы ның “Йәдкәр” (М. Нурлығаянов, Р. Хәбибов) һәм Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш районындағы филиалындағы “Халыҡ ынйылары” (Г. Сәйепова, А. Ишмөхәмәтов) фольклор ансаблдәре.

“Стәрлебаш ынйылары” фольклор ансамбле “Ураҡ өҫтө” программаһы менән сығыш яһаған. Ҡыҙҙарға һәм егеттәргә тағы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Фото: libash.bashkortostan/ru
Читайте нас: