Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апрель 2019, 01:02

Төклө аяғың менән, Туҡай!

Мин “Туған тел”де әсәйем башҡарыуында тыңлап үҫтем, шуға күрә Ғабдулла Туҡай исеме бала саҡтан таныш булды.

Мин “Туған тел”де әсәйем башҡарыуында тыңлап үҫтем, шуға күрә Ғабдулла Туҡай исеме бала саҡтан таныш булды.


Бынан ике йыл элек Ҡырлайҙа “Туған тел”де йырлап күрһәткәйнем, бер уҡыусы: “Апа дөрес жырламый бит!” – тине. Ни өсөн тигәндә, мин уны тап үҙем ишетеп үҫкәнсә башҡарҙым:


“Әй, туған тел, әй, матур тел!

Атам-әсәмдең теле!..”


Туҡайҙың тетрәндергес яҙмышы, йырлап торған әҫәрҙәре уны беҙгә тағы ла яҡыныраҡ итте. Хатта ниндәй милләттән булыуын да абайламаныҡ шикелле. Шуға ла бөгөн Ғабдулла Туҡайҙың ижады төрки донъяһының байлығы тип һанала.


Бер йыл Өфөлә Туҡайға арналған йыйынтыҡ сығарҙылар. Башҡортостандағы татар шағиры Мөнир Вафинға тапшырған, шул китапта сыҡҡан әҫәрҙе бөгөн, тап Туҡайҙың Өфөлә булып киткән көнөндә, уҡыусыларға тәҡдим итәм.


Мәшһүр шағирҙың әсәһе Барҙа башҡорто булған. Ижадсылар бер-береһен тарта, тиҙәр. Ана, Бабичҡа һәйкәл асылыуға ла күп ҡалманы. Әҙәбиәт асманын сафландыр, төклө аяғың менән, Туҡай!!!


ТУҠАЙҘЫҢ ҺЫУ ИНӘҺЕНӘ ҺҮҘ


Һинең алтын тарағыңды

Бик урлар инек әле.

Шуҡ үҫмерҙәр бар икән, тип

Бик ҙурлар инең әле.

Малай шаянлығы нимә?

Табылған ҙур ҡараҡтар.

Нимә тороп ҡалған, ана,

Күлеңдән һәм тараҡтан?

Ярға тиклем ер – беҙҙеке,

Башҡалар хужа һыуға.

Ҡайҙа икән Һыуһылыуҙар

Был күлдә сәсен йыуған?

Табылып тора сәбәбе, ‒

Ерҙе лә алмаҡсылар.

Ер-һыуҙан һуң үҙебеҙгә

Шәп ҡармаҡ һалмаҡсылар.

Һыу инәһе!

Сығып күрен,

Һыулы сәстәрең уйнат.

Үҙем тараҡ бүләк итәм,

Йә юрый, бәлки, уйлап…


2012 йыл.
Читайте нас: