Бөгөн “Юлдаш” радиоһын тыңламаған, уның ялҡынлы фекерҙәренән рухланмаған милләттәшебеҙ юҡтыр, моғайын. Радио тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде: уны юлда ла, өйҙә лә, баҡсала ла – ҡайҙа ла, айҙа ла тигәндәй, тыңлай милләттәштәребеҙ, сөнки уның аша мәғлүмәт кенә алып ҡалмай, ә рухи байлыҡ менән һуғарыла. Был осраҡта әҙәби, мәҙәни, тарихи, дини темаларға арналған тапшырыуҙарҙы күҙ уңында тотам. Шул уҡ ваҡытта радио даими рәүештә төрлө акциялар уҙғара, көнүҙәк темаларға саралар ойоштора.
Яңыраҡ Башҡортостан Автономияһына 100 йыл тулыуға арнап “Тыуған илкәйемде данлайым” тип аталған аудиодиск сығарыуҙары хаҡында барлыҡ мәғлүмәт саралары хәбәр иткәйне инде. Ошо араларҙа дискты тулыһынса тыңлап сығыу бәхетенә ирештем. Ҡалай ҙур эш башҡарылған! Ҡасан һәм нисек ишетер инек әле Рәшит Ниғмәтиҙең, Сәләх Кулибайҙың, Рәми Ғариповтың, Яҡуп Ҡолмойҙоң тауышын? Ә бит йәш быуын өсөн Кәтибә Кинйәбулатованы, Әнғәм Атнабаевты, Ғәзим Шафиҡовты, Зәйнәб Биишеваны, Ирек Кинйәбулатовты, Тимер Йосоповты тыңлауы ҡыҙыҡлы. Ярай, улар беҙҙең замандаш булды, аралаштыҡ, күрештек, ә киләсәк өсөн был яҙмаларҙағы һәр авторҙың үҙ тауышы менән уҡыған шиғыры ҡәҙерле буласаҡ. Юҡҡа ғына шағирҙың әҫәрен үҙе еткереүе икенсе төрлө аһәңдә яңғырай тимәйҙәр, күрәһең. Был аудиойыйынтыҡ – Башҡортостан Автономияһына ҙур бүләк, шул уҡ ваҡытта мәңгелек шиғри аһәң дә! Ҙур рәхмәт ошо изге ғәмәлде башҡарып сыҡҡандарға!
“Юлдаш” радиоһының тағы ла бер эше хаҡында әйтеп китке килә. Ул – даими рәүештә йырҙарҙы художество Советында тикшереү. Был хатта ниндәйҙер кимәлдә Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә элегерәк булған сәнғәт Советы эшен үҙ өҫтөңә алып, халыҡҡа яңы йырҙар еткереү бурысы менән яныу тигән һүҙ. Сираттағы ултырыштарҙың береһенә беҙҙе лә саҡырҙылар: композитор Юлай Үҙәнбаев, йырсы Хима Йәнбирҙина, композитор, каналдың баш режиссеры Риф Арыҫлан менән бергә тыңланыҡ авторҙар тәҡдим иткән яҙмаларҙы. Эйе, ҡайһы бер йырҙарҙың сифаты маҡтанырлыҡ түгел. Төрлөләре бар. Әммә, нисек кенә булмаһын, композиторҙар ижад итә, халыҡҡа замана көйөн еткерергә тырыша. Хатта матур моңдар тыуа уларҙың күңелендә.
Ә бына шиғырҙарға килгәндә, уй, Аллам, тип ҡуйған саҡтар ҙа булды. Бигерәк мәғәнәһеҙ, логикаға ятмаған әҫәрҙәр бар. Бөгөн бит һәр кем шиғыр яҙа, көй ижад итә һәм үҙе үк шуны башҡара. Донъяла урын һәр кемгә етә, әйҙә, яҙһындар, әммә был бит әле халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында ижад итеп килгән зауығы кимәленә тап килә тигән һүҙ түгел. Әлбиттә, һәр автор, ошо яҙмам менән замандаштарыма, халыҡҡа нимә әйтергә теләйем, ниндәй маҡсат менән ижад иткәнмен, тигән һорау бирергә бурыслы. Дан, шөһрәт, шәхси ҡәнәғәтлек өсөн генә яҙылған яҙмаларҙың эске аһәңе лә шул сама була инде. Ижади әҫәр ул тыуырға тейеш, ә көсәнеп яҙылырға түгел!
Беҙ хужожество Советында эшләгән көндө, дөйөм алғанда, 50-нән ашыу йыр ҡаралды, 13-ө эфирға үтмәне, ә дүрт йырҙы төҙәтергә тәҡдим иттек.
Был хаҡтағы яҙманы “Бәйләнештә” социаль селтәренә ҡуйыуым булды, Силәбе өлкәһенән Юлиә Исмәғилева: “Тағы ла шул уҡ йырҙарҙы тыңлайбыҙ инде, яңыларҙы тыңлағы килә”, – тип үтенес белдерҙе. Тимәк, халыҡ яңы, күңелгә үтеп инерлек йырҙар көтә һеҙҙән, хөрмәтле композиторҙар! Шағирҙар тимәйем, сөнки йыр яҙам тиһәң, шиғырҙар күп, йыр тексы яҙыусылар ҙа етерлек. Башҡарыусы таба алмай ҙа аптырамаҫбыҙ: бынамын тигән йырсыларыбыҙ ҙа байтаҡ беҙҙең!
“Юлдаш” – заман менән бергә атлаған, замандаштарының тын алышын тойған радио. “Теге өсәү”гә әйләнгән алып барыусы егеттәрҙең дәрт-дарманы ла, ижтимағи-сәйәси, социаль-көнкүреш, мәҙәни-рухи һәм башҡа тапшырыуҙарҙың кимәле лә башҡорт радиоһының зауығын күрһәтә, тыңлата! Барыһы ла хас башҡорттарса!