“Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының журналистика өлкәһендәге премияһына лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында үтте.
Журналистика өлкәһендә егерме йылдан ашыу хеҙмәт иткән Зөһрә Арсаева үҙ тапшырыуҙарында Башҡортостандың эшсән халҡын данлауға, республикала үткән төрлө сараларға ҙур иғтибар бүлә, шул уҡ ваҡытта төрки донъяһы тураһында яҙмалары ла бихисап.
“Был наградаға лайыҡ булыуым – минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Бигерәк тә Радио көнө алдынан оло бүләк алыу беҙҙең дуҫ, берҙәм коллективтың хеҙмәтенә лә юғары баһа тип иҫәпләйем, – тине Зөһрә Арсаева.
“ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының журналистика өлкәһендәге премияһы 2010 йылда булдырыла. Төрлө йылдарҙа уға Башҡортостандан Гөлназ Ҡотоева, Рафиҡ Әхмәтшин, Сәмиғә Ғафарова, Ғәзиз Йосопов, Ләйлә Аралбаева, Гөлназ Яҡупова, Лариса Абдуллина лайыҡ булды.