Өфөләге “Родина” кинотеатрында “Родина”ла туған тел сәғәте” акцияһы дауам итә. Кинотеатр директоры Татьяна Разинаның башланғысын “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы шатланып күтәреп алды. Март айынан башлап һәр йәкшәмбе балалар ата-әсәһе һәм “Тамыр” телеканалы менән мауыҡтырғыс мәҙәни сәйәхәткә юллана.
Йәш тамашасылар “Тел асҡысы”, “Умырзая”, “Балҡас” фильм-әкиәттәрен ҡарап та өлгөрҙө. Балалар өсөн актерҙар, фильм төшөрөүселәр менән осрашыуҙар, уйындар, фотоға төшөүҙәр ойошторола. Йөкмәткеле, күңелле аралашыуҙар туған телдә үтә.