Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2019, 13:42

О, Һеҙ, ижад кешеләренең ҡатындары! Алдығыҙҙа баш эйәм...

Әсәйебеҙ атай өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға тырышты.

Әсәйебеҙ атай өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға тырышты.


Атай йорто. Усаҡта сырт-сырт утын яна. Бүрәнәнән һалынған өй ҙур түгел ине, ләкин атай йортонан да ҙурыраҡ, мейес усағынан да йылыраҡ, өй эсен йәмләп, нурлап торған әсәй, атай ҡарашынан да, икеһенең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәтенән дә ҡәҙерлерәк ни бар һуң бала өсөн был донъяла?!
Сәмле булдылар


Бәләкәй саҡ хәтирәләре ҡасан хәтергә уйыла башлайҙыр, уныһы һәр кемдең үҙенә генә хас, әммә минең күңелгә ул атай, әсәй булып һеңеп ҡалған. Миңә ул саҡта өс-дүрт кенә йәш, ләкин һәр бер күренеш бөгөнгөләй иҫтә. Бәлки, күңел-аҡ ҡағыҙға тәүге тапҡыр аң-хәтирә булып яҙыла башлағанға ла шулайҙыр.
Бәләкәй, әммә ыҡсым бүлмә. Әсәй ҡулы менән биҙәлеп тегелгән тәҙрә ҡорғандары, атайҙың китаптары тулы кәштә. Төн ҡараң­ғылығы бар донъяны йоҡоға сумдырғандай. Кескәй мейес алдындағы өҫтәлдә лампа яна. Атайҙың бармаҡтары, етеҙ йүгереп, машинка хәрефтәренә баҫа. Туҡ-туҡ-туҡ... Беҙ был тауышҡа күптән өйрәнгән, күнеккән, ул күңелгә яҡын булып һеңгән. Туҡ-туҡ-туҡ...
“Башҡортостан” тип аталған ҡара төҫлө механик машинка өйҙә ҙур әйбер һанала. Ауылдарҙа әбей-бабайҙарҙың серле, үҙҙәре өсөн хазина һандығы нисек булған, шундайыраҡ, юҡ, унан да ҡәҙерлерәк йыһаз ул. Атай ижад емештәрен ҡағыҙға төшөрә тора, машинка туҡылдай бирә. Беҙ иһә был тауышты ла ишетмәйбеҙ, атайҙың уй-хистәренең урғылыуын да белмәйбеҙ. Тик тоябыҙ ғына һәм үҫеп еткәнсе шулай буласаҡ. Был беҙҙең өсөн, ғаилә өсөн бик ябай һәм ғәҙәти хәл ине...
Икенсе серле донъя — театр. Театр кейем элгесенән башлана, тигән әйтем бар. Кеше яҙмыштарының инештәре лә ҡайһы саҡ уның ишеген асыуҙан башланалыр. Юҡ, сәхнәнән кеше тормошон сағылдырғаны түгел, ә ысынбарлыҡта осраштырып, күрештерә торған урын да ул. Һәр хәлдә, атайым менән әсәйем нәҡ театрҙа танышып, бер күреүҙән үк ғашиҡ булышҡан.
Ә бит башҡаса ла булырға мөмкин ине. Әсәйем — ул саҡтағы йәш, сибәр ҡыҙ — Рәйфәне әхирәттәре Башҡорт драма театрын шаулатҡан “Еҙнәкәй” спектакленә саҡ өгөтләп алып бара ул көндө. Күптән түгел генә атаһын юғалтҡандан һуң ҡыҙҙың әсәһен бәләкәй туғандары менән генә яңғыҙын ҡалдырғыһы килмәһә лә, курсташтары һүҙен йыҡмай — теләр-теләмәҫ кенә риза була. Өләсәйем дә: “Бар, ҡыҙым, йөрөп ҡайт, һиңә йәшәргә, артабан уҡырға кәрәк. Өйҙә ҡайғырып ҡына атайыңды ҡайтарып булмай. Һин, туғандарың бәхетле булһа, уның рухы ла тыныс булыр”, — тип ҡала. Һәм... Бына бит ул яҙмыш ҡушыуы: ҡараштар осраша, йөрәктәрҙә осҡон ярала. Бер, ике, өс...

Секунд булғанмы, күберәкме — йәшен ҡамсыһы һауаны телеп үткәндәй генә мәл, ләкин ул ғүмерлек була. Театрҙағы ваҡыт та һиҙелмәйенсә үтә, ҡыҙҙы бер күреүҙә үк оҡшатҡан егеттең ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына оҙатырға рөхсәт һорауы, өйөнә етер-етмәҫ оҙатып барыуы ла... Барыһы күҙ асып йомғандай ғына тойола Башҡорт дәүләт университеты студенты Ким Әхмәтйәновҡа. Ә ҡыҙ иртән техникумға килһә, вестибюлдә “Рәйфәгә” тип исемләнгән хат көтә. Ким!

Ҡош телендәй генә был хат ҡыҙҙың күңелендәге осҡондо ялҡынлата, егеттең ышанысын арттыра. Тәүге сәләм хаты ике йылға һуҙылған романтик осрашыуҙарға күпер һала. Быныһы артынан хистәре мөлдөрәмә тулып, ташып торғандары ағыла, хистәр урғыла, шиғырҙар ҡойола. Беренсе ғашиҡ булыу тойғоһо оло һәм саф мөхәббәткә әүерелә.
1954 йылда әсәйем китапхана техникумын тамамлап, 16-сы ҡала китапханаһында эш башлай. Икенсе йылына атайым да Башҡорт дәүләт университетын “бишле”гә генә тамамлай һәм башҡорт әҙәбиәте кафедра­һында ассистент итеп ҡалдырыла (һуңынан унда ике йыл уҡыта). Әсәйем иһә университет китапханаһына күсә.
Йәштәр 1955 йылда өйләнешеп, ярты йыл самаһы кешелә фатирҙа торғас, ғаилә кәңәшмәһендә Әлфиә өләсәйем (әсәйемдең әсәһе) мунса төҙөр өсөн әҙерләнгән бүрәнәләрҙән бәләкәй булһа ла үҙ өйҙәрен һалырға тәҡдим итә. “Һәләтле кеше бөтә эштә лә һәләтле” тигән һүҙҙәр тап атайым тураһында. Отпуск ваҡытында күрше ағай ярҙамы менән бура бурап, өй һалалар. Атай үҙ ҡулдары менән мейес сығара, өйҙө йыһазландыра. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев (ул саҡта берҙән-бер) исемен йөрөткән бәләкәй генә урамдағы, Диниә назараты эргәһендә, өләсәйемдең йорт ихатаһында, үҙ өйҙәрендә донъя көтә башлайҙар.
Атайымдың, ауыл балаһының, ҡулынан килмәгән эш юҡ ине. Үҙе лә тынғыһыҙ булды: төндәрен ижад итә, таңдан утын яра, һыу ташый, мейесенә яға — ғаилә усағына әленән-әле ҡуҙ өҫтәп тора. Һуңынан инде эшләй генә башлаған СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына юллана. Әсәйем иһә Башҡорт дәүләт универси­тетындағы филология факультетының рус теле һәм әҙәбиәте бүлегендә ситтән тороп уҡыны, китапханала эшләне. Ҡустым Илдар менән икебеҙҙе ике балалар баҡсаһына йөрөттөләр. Бөгөн килеп аптырайым, нисек өлгөргәндәрҙер, нисек көс тапҡандарҙыр, ләкин улар һис төшөнкөлөккә бирелмәне, һәр саҡ йәшәүгә сәм таба белде, дәрттәре ташып торҙо, шуға ла бәләкәй генә өйҙән дуҫтары, туғандары өҙөлмәне.


“Эш бөтһә, тормош та бөтә...”


Әсәйем атайыма тоғро, яҡшы ҡатын ғына түгел, ысын ярҙамсы, үҙе иҫән саҡта эшендә, ижадында терәге, ә инде фанилыҡтан беҙҙе мәңгегә ҡалдырып киткәс, хеҙмәттәрен туплап баҫтырыусы ла булды. Бының өсөн физик көс кенә түгел, ә рух ныҡлығы һәм белем дә кәрәк ине. Быларҙың барыһын атҡарыу өсөн Хоҙай биргән аҡыл, нәҫелдән килгән бөтмөрлөк, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ та мөһим бит. Ә тамыры бик тәрәндән һут ала әсәйем Рәйфә Шәйгәрҙән ҡыҙының.
Әсәйем үҙенең сығышын, атай-ола­тайҙарының кем булыуын һуң ғына, СССР тарҡалғас, Дворяндар йыйылышына саҡы­рылып, грамота тапшырғас ҡына ныҡлап белә. Баҡһаң, уның атаһы Шәйгәрҙән Ҡудашев кенәз Хөсәйен Ҡудашевтың улы булған икән дәбаһа! Боронғо бабалары Себер тарафынан килеп, башҡорт ерендә һыйынған. Дворян булараҡ, батша хөкүмәте тарафынан бик күп ер бирелгән, хәҙерге Бүздәк районы биләмәһендә айырым усадьбалары ла булған. Әммә быларҙың барыһын Шәйгәрҙән балаларынан да, башҡа кешенән, бигерәк тә властарҙан йәшергән. Тик уйланып, балалыҡ йылдарын иҫләп ултырған сағында ғына күҙҙәренән йәш тамған. “Үҙем яфа сиктем, ғаиләмде михнәттәрҙән арындыр инде, Хоҙайым”, — тигәндер ҙә тағы көндәлек мәшәҡәттәренә сумғандыр.
Рәйфә атаһының һөйләгәндәренән шуны ғына белеп үҫә: революция еле иҫә башлағас, егет күңелендә лә яңы тормош төҙөү осҡоно ярала, һәм ул, социаль сығышын йәшереп, 1918 йылда Ҡыҙыл армия сафына яҙыла. Яҙмыш ҡушыуы буйынсамы, Петроградҡа эләгә. Хатта бер митинг ваҡытында Лениндың сығышын тыңлай.
Йәш совет республикаһына кадрҙар бик кәрәк була ул саҡта. Белемле егеткә хәрби курсҡа барырға тәҡдим итәләр, ләкин ул тәҡдимде кире ҡаға. Өфөгә ҡайтып ғаилә ҡора, бер-бер артлы дүрт балалары тыуа: Мәҙинә (1921), Камилә (1923), Рауил (1925), Зифа (1928). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәненә ун бер йәш тулғанда, ҡатыны үлеп китә. Дүрт бала менән яңғыҙы ҡала ир, етмәһә, үҙе лә эшендә ғәрипләнә. Ярай әле тормошонда тол ҡалған, балалары булмаған Әлфиә исемле йәш ҡатын осрай. Был – минең өләсәйем.
1933 йылда ул – Әлфиә Шәймөхәмәт ҡыҙы Ғәбиҙуллина – олатайыма кейәүгә сыға. Тиҙҙән минең әсәйем – Рәйфә тыуа, һуңынан тағы өс сабый донъяға килә. Бына шулай, өләсәйемә нисәмә бала тәрбиәләп үҫтерергә, олатайыма ҡулынан килгәнсә ғаиләне ас-яланғас итмәҫкә тура килә. Әсәйем иһә үҙен иҫләй башлағандан бирле туғандарын ҡараша. Нисек тә ата-әсәһенә ярҙам итергә тырыша. Уны атаһы бик ярата: “Ҡыҙым, һиңә Хоҙай матурлыҡты ғына түгел, аҡылды ла мул биргән, изге күңелле иткән”, — ти ул һәр саҡ.
Мәктәп йылдары, башҡа бик күп тиҫтерҙәренеке һымаҡ уҡ, һуғыш осорона тура килә. Ҡанлы алыш хатта алыҫ тыл иҫәпләнгән Өфөлә лә үҙен ныҡ һиҙҙерә: яралылар тейәлгән машиналар ағыла, эвакуация күнекмәләрендә Ағиҙел ярындағы Трунилов соҡоронда барлыҡ 14-се мәктәп менән окоп, траншея ҡаҙалар, Тыуған ил яҙмышы, фронттағылар өсөн хәүефләнәләр.
Ҡәһәрле һуғыштың эҙемтәләрен күрер өсөн күп тә барырға кәрәкмәй — үҙҙәренең мәктәбенең тәүге ҡатында эвакогоспиталь урынлаштырыла. Барлыҡ ҡатта койкалар ҡуйыла, яралы һалдаттар үлем менән йәшәү араһында ята, ыңғырашыуҙары, һаташыу­ҙары ишетелә... Уҡыусыларҙың нисек тә уларға ярҙам иткеһе килә: үҙҙәре яҙа алмағандарының туғандарына хат яҙышалар, санитарҙарға булышалар, концерт ҡуялар.
1945 йылдың 9 Майы — Еңеү! Был көн Рәйфә өсөн икеләтә байрам. Нәҡ ошо көндә Айһылыу һеңлеһе тыуа. Ике аҙна үткәс инде, шул саҡтағы закон буйынса, әсәһе эшкә сығырға мәжбүр була. Шулай итеп, ун бер генә йәшлек Рәйфә иңенә өйҙәге мәшәҡәттәр һалына, Совет майҙанында урынлашҡан ашханаға көнөнә әллә нисәмә тапҡыр һеңлеһен әсәһе ҡырына имеҙергә йөрөтөүҙәр өҫтәлә. Ҡаршыға осраған ҡайһы бер ҡатындар туҡтатып, бала ҡулындағы сабыйҙың йүргәген ипләп төрөшә, аҙ ғына булһа ла хәл алдыра. Нисек кенә ауыр булмаһын, түҙергә тырышалар. Ә йәйен ғаилә тағы бер шатлыҡ кисерә — һуғыштан Рауил ҡайта. Киткән саҡта буйға бигерәк бәләкәй була ул, шуға ла тәүҙә ялан кухняһына ҡуялар, ләкин егеттең сослоғон, үткерлеген күреп, разведкаға күсерәләр. Нисәмә йыл эсендә буйға ла тартыла, көс тә ултыра. Әммә һуғыш Рауил өсөн эҙһеҙ үтмәй — аяғы ҡаты яралана...
Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, атайым менән әсәйем иртәгәһе көндәренә өмөт менән ҡарап, ышаныслы атланы. Икеһенең дә ижади көсө, дәрте, эшләргә теләге урғылып торҙо. Атайымдың төндәр буйы яҙышып ултырыуын, иртән эшкә йүгереүен күреп, әсәйем гелән: “Ким, бик күп эшләйһең, хәл йый, һаулығыңа аҙ ғына булһа ла иғтибар ит”, — ти торғайны. Атайым уға: “Кешенең эше күп булырға тейеш, эш бөтһә, тормошо ла, ғүмере лә бөтә”, — тип яуапланы.


Ғаилә үҙәге


1960 йылдан Ким Әхмәтйәнов инсти­туттың кесе ғилми хеҙмәткәре була. Икенсе йылына ул башҡорт әҙәбиәте фәнендә яңы тема аса: “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре”. Алған темаһын тулы һәм төплө итеп яҡтыртып, 1962 йылда китап итеп баҫтыра. Был иһә кандидатлыҡ диссертацияһына әйләнә. 1963 йылда В.И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетында уны уңышлы яҡлай. Был йылда ғаилә тағы бер шатлыҡ кисерҙе — “Балалар шифаханаһы” (хәҙер “Госцирк”) туҡталышындағы биш ҡатлы өйҙән фатир бирҙеләр. Атай-әсәйемдең бәхетенең сиге юҡ ине, сабыйҙарса шатланыуҙарынан түбәләре күккә тейгәндәй тойолдо. Хәҙер бит беҙҙең ике бүлмәле фатирыбыҙ бар! Ә өс йылдан, 1966 йылда, һеңлем Зифа тыуҙы!
ХХ быуаттың 60-сы йылдары бар донъяла әҙәбиәттең, фәндең күтәрелеш осоро булған икән. Нәҡ ошо мәлдә атайым “Әҙәбиәт теорияһы” тигән фундаменталь хеҙмәт тураһында уйлап йөрөнө һәм был эшкә тотондо. 1971 йылда оло хеҙмәте баҫылып сыҡты, шунда уҡ йәмәғәтселектең юғары баһаһын алып, филология фән ҡаҙаныш­тарының береһен тәшкил итте. Был китабы өсөн Ким Әхмәтйәновҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Әҙәбиәтселәрҙән республикабыҙҙың иң ҙур премияһының беренсе лауреаты булды ул.
Әсәйемә килгәндә, 1966 йылдан БДУ китапханаһының өлкән китапханасыһы итеп тәғәйенләнде. Ә 1971 йылда яңы асылған Мәскәү технология институтының Өфө филиалы китапханаһына мөдир итеп саҡы­рылды. Институт ул саҡта яңы тармаҡ — халыҡтың көнкүрешен хеҙмәтләндереү буйынса кадрҙар әҙерләү өсөн асылғайны. Барыһын нулдән башларға кәрәк була: яңы өлкә, Баҡалы (хәҙерге Аҡназаров) урамын­дағы яңы бина, китапхана өсөн бәләкәй генә бүлмә, бер генә уҡыу әсбабы ла, башҡа китап та юҡ.
Рәйфә Шәйгәрҙән ҡыҙы алдында китапхананы тулыландырыу, Мәскәүҙәге фондтарҙан китаптар, кәштәләр юллау, Башҡорт дәүләт университеты, нефть, авиация институттары етәкселәре менән һөйләшеп, фондтарынан аҙ ғына булһа ла әҙәби китаптар һорау һәм башҡа бик күп ойоштороу эштәрен атҡарып сығыу бурысы торҙо. Ул китаптар, әсбаптар ҙа туплай, үҙе үк өләшә лә. Йыл аҙағына барлыҡ ике мең студент та (ситтән тороп, уҡыусылар менән бергә) дәреслектәр менән тулыһынса тәьмин ителә, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерерлек әҙәби китаптар ала. Уҡыу залы асыла, тағы бер китапханасы штаты булдырыла. Ә дүрт йыл үткәс, китапханасылар һаны дүртәүгә етә, эш көнө иртәнге 9-ҙан 20 сәғәткәсә һуҙыла. Әйткәндәй, китапханасыларҙың ике сменала эшләүе республикалағы бер генә вузда ла булмай. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Рәйфә Шәйгәрҙән ҡыҙы инс­титут китапханаһын алдынғы уҡыу йорттары кимәленә күтәрә. 1989 йылда институт яңы корпусҡа сыға, китапхана ла яңы һулыш ала: китап фонды киңәйтелә, хеҙмәткәрҙәр һаны һигеҙгә арта.
Әсәйем үҙе лә тик кенә тора торған кеше түгел. Студенттар араһында тәрбиә эше алып барһынмы, “Китапхана — библиографик белем нигеҙҙәре”, “Эш башҡарыу” дәрестәрен үткәрһенме — бөтәһен еренә еткереп башҡарҙы.
Институттың профком рәйесенең урынбаҫары, һайлау комиссияһы ярҙамсыһы булып, уҡыу йортоноң барлыҡ йәмәғәт эштәрендә гел ҡатнашты. Етәкселек тә уның тырышлығын юғары баһаланы: “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, БАССР-ҙың Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығының Почет грамотаһы, уҡыу йорттарының федераль кимәлдәге грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. “Институттың почетлы ветераны” тигән исем бирелде.
Ғүмер тауына артылған һайын, кеше үҙенең үткәнен нығыраҡ иҫләй, хәтирәләре менән йәшәй башлай. Әсәйем дә йыш ҡына атайым тураһында һөйләй, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәтер һандығын аса. “Йыш ҡына” тип әйтеүем, бәлки, бигүк дөрөҫ тә түгелдер, ул уны һис кенә лә хәтеренән сығарманы, теленән төшөрмәне. Бөгөнгө уҡыусы-уҡытыусылар, телсе белгес­тәр Ким Әхмәтйәновтың ғилми хеҙмәттәре менән таныш, уны файҙалана, ҡуллана икән, бында әсәйемдең — Рәйфә Шәйгәрҙән ҡыҙының да хеҙмәте ҙур. Атайым аранан киткәс, үҙе иҫән саҡта баҫтыра алмаған өс китабын әҙерләп тапшырҙы: “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт” (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1982), “Поэтик образлылыҡ. Икенсе өлөш” (Өфө, “Китап”, 1994), “Әҙәби тәнҡит” (Өфө, “Китап”, 2012).

Шулай уҡ 1985 йылда “Әҙәбиәт теорияһы”ның икенсе баҫмаһын әҙерләп, ҡайтанан баҫтырҙы. 2010 йылда Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улының хеҙмәттәре буйынса биобиблиографик күрһәтмә (Өфө, “Ғилем”, 2010) төҙөнө.

Иренең хеҙмәттәрен әҙерләгән, баҫтырған өсөн 2002 йылда әсәйемә Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия тапшырылды. Был премияны 1992 йылда яҡташтары үтенесе буйынса Әбйәлил районы хакимиәте булдырғайны. Тағы шуныһын да әйтергә кәрәк: әсәйем Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылындағы Ким Әхмәтйәновҡа, прозаик һәм дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаевҡа, шағир Рәмил Ҡол-Дәүләткә арналған әҙәбиәт музейын ойошторғанда ла ярҙам итте.
Атай ғаиләнең үҙәге ине, дөрөҫөрәк әйткәндә, атайым үҙе лә һәм уның ижады ла. Әсәйем беҙгә: “Шым булығыҙ, балалар, шаярмағыҙ — атайығыҙ эшләп ултыра”, — тип әйтә торғайны. Ысынлап та, һәләт тынлыҡта асылалыр, илһам килгәндә эшләп ҡалырға кәрәктер. Атайым үҙен һәләтлемен тип йөрөмәне, үҙе өсөн ғәҙәти эш менән шөғөлләнде, тейешлеһен башҡарҙы — ижад итте. Ким Әхмәтйәнов — 12 китап һәм 200-ҙән ашыу мәҡәлә авторы. Мәҡәләләрҙең күпселеге 40—50 йыл элек гәзит биттәрендә генә баҫтырылып ҡалған. Ә ваҡытлы баҫма бит ул тарихтың бер мәле генә. Бына ошоларҙы аңлай әсәй, шуға ла бар ғүмерен атай мираҫын туплап баҫтырыуға арнай.

Әсәй һәр ваҡыт атай өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға тырышты. Уны көндәлек, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән арындырҙы, үҙенсә ярҙам итте: ҡулъяҙмаларын тәртипкә килтерҙе, хеҙмәттәренең картотекаһын төҙөнө, эштәрен иң тәү уҡыусы һәм баһалаусы булды, китапханаларҙан һирәк китаптар яҙҙырып алды.
О, һеҙ, шағир һәм яҙыусыларҙың, ижад кешеләренең ҡатындары! Һәләтле ирҙәрегеҙ ижадына һеҙҙең күпме көйөүегеҙ, ныҡышмалылығығыҙ, наҙлы хәстәрегеҙ һалынған. Һеҙҙең алда баш эйәм...
Читайте нас: