Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2019, 13:51

Йәшәйешебеҙ сағылдырылған

Күптән инде фотоһүрәттәр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Хатта кеҫә телефоны дисплейына ла, компьютер мониторына ла яҡындарыбыҙҙың фотоларын ҡуйырға күнеккәнбеҙ.

Күптән инде фотоһүрәттәр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Хатта кеҫә телефоны дисплейына ла, компьютер мониторына ла яҡындарыбыҙҙың фотоларын ҡуйырға күнеккәнбеҙ.


Шуныһы ҡыҙыҡлы: фотография нин­дәйҙер бер мәлде генә “эләктереп ала” һәм иҫтәлеккә ҡалдыра. Ошо сифаты ме­нән ул бик ҡиммәтле. Әйт­кәндәй, Өфөләге “Урал” галереяһында Александр Данилов менән Алик Хәсәновтың фоторәсемдәр күргәҙмәһе эшләй. Ундағы эштәрҙе ҡа­рағас, үрҙә әйтелгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инанаһың.


Александр Данилов үҙенең фотоларын “гәзит эштәре” тип атай. Ҡасандыр фотограф “Башҡортостан” гәзите редакция­һында ла эшләгәйне. Хәҙер ул – “Баш­ҡортостан ҡыҙы” журналы фоторәссамы.


– Александр фотоларында һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә генә хас һыҙаттарын аса. Уның ошондай оҫталығы һоҡландыра. Хатта ауылда саҡта ла беҙ күрмәгән әйберҙәрҙе фотоларында сағылдыра. Фоторәссамды ижади эштәре журна­лы­быҙ биттәрен биҙәй. Унһыҙ баҫмабыҙ сыға ла алмаҫ ине, – тине күргәҙмәне асыу тантанаһында “Башҡортостан ҡыҙы” жур­налының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева.


Тормош нисек бар, шулай һынлан­дырыла Александр Даниловтың эштә­рендә. Уларҙа Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәт мөйөштәрен, ил һәм республика сәхнә йондоҙҙарының концерттарынан һәм тормошобоҙҙоң башҡа өлкәләренән төшөрөлгән фотография­ларҙы күрергә мөмкин.


Ә Алик Хәсәновтың фотоларында, нигеҙҙә, пейзаж, натюрморт һәм портреттар. Ҡасандыр үҙе менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә уларҙа сағылыш тапҡан.


Ике фоторәссам, тормошҡа ике төрлө ҡараш. Уларҙың ижади эштәрендә бар йәшәйешебеҙ һынландырылған.
Читайте нас: