Милләтебеҙҙең тарихы ғорурланырлыҡ та, күҙ йәштәрен түгерлек тә.
XX быуат әҙәм балаларының күңелендә шатлыҡ сатҡылары уятып, ижтимағи тормошта өр-яңы яңылыҡтар менән башланып китә. 1905 йылда Рәсәй күләмендә тәүгеләрҙән булып буржуаз түңкәрелеш тоҡанып, тәрәнәйә бара. Ул Башҡортостан эшсе-крәҫтиәндәре араһында ул тиклем үк эҙ ҡалдырмаһа ла, күп кенә ҡалаларҙа эшселәрҙе уятып, синфи көрәшкә ҡушылырға саҡыра. Өфө ҡалаһында күпләп сығыш яһауҙар 1905 йылдың 12 ғинуарында башлана, митингка 200-ҙән артығыраҡ кеше йыйыла. Түңкәрелеш хәрәкәтенең башында социал-демократтар һәм эсерҙар тора. Шулай уҡ урындағы ауыл эшсәндәре хәрәкәте һәм либераль интеллигенция реформа талаптарын алға ҡора.
Башҡорт халҡының уңыштары
Рәсәйҙә 1917–1918 йылдарҙа булған социалистик-демократик түңкәрелештәр илдәге хәл-ваҡиғаларҙы үҙгәртеүгә килтергән. Февраль айында булған демократик түңкәрелеш батшалыҡты емереп ташлаһа, Октябрь социалистик түңкәрелешенән һуң власть эшсе-крәҫтиән ҡулына күскән.
Бөйөк Рәсәй түңкәрелеше арҡаһында барлыҡҡа килгән хәрәкәткә ҡушылып, боронғо Рәсәй батшалығының көнсығыш сик ялпылары араһынан тәүгеләрҙән булып башҡорт халҡының территориаль үҙбилдәләнеше хаҡындағы лозунг менән сығыш яһаған һәм Рәсәй дәүләт төҙөлөшөнөң федераль башланғыстарын яҡлаусы булып торған. 1917 йылдың 1 майында Мәскәү ҡалаһында башланған 1-се Бөтөн Рәсәй мосолмандар съезында башҡорт халҡы исеменән килгән делегаттар (58 кеше) мөһим дәүләт мәсьәләләрен принципиаль хәл итеү тәңгәлендә үҙҙәренең сәйәси йөҙөн ярайһы ғына асыҡ күрһәтә алғандар. Башҡортостан делегаттары Рәсәйҙәге дәүләт төҙөлөшө мәсьәләләре тәңгәлендә федераль түңкәрелеш нигеҙҙәре принциптары хаҡында бәхәс ҡорҙолар: милли мәсьәлә өлкәһендә – территориаль (ер) үҙбилдәләнеш, тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡҡа тиклем, ауыл хужалығы буйынса – ерҙе социалләштереү.
1-се Бөтөн Рәсәй мосолмандар съезынан һуң, башҡорт халҡының алдынғыраҡ, аңлыраҡ, алға ынтылған синыфы, бер кеше кеүек, ирекле Башҡортостандың иҙелгән халҡының тарихи хыялдарын ғәмәлгә ашырыуҙағы әҙерлек эштәренә тотондо. Башҡортостанда түңкәрелеште башлап йөрөүселәрҙән күрмәксе, буласаҡ Башҡорт өлкә съезына халыҡты әҙерләү буйынса кәңәшмәләр һәм конференцияла ҡараласаҡ мәсьәләләрҙе тикшереүгә халыҡты әҙерләү буйынса эш алып барҙылар.
20 июлдә Ырымбур ҡалаһында 1-се Бөтөн Башҡортостан өлкә съезы асылды, ул ирекле Башҡортостандың ғәмәлгә ашырылыуына башҡорт халҡының ныҡ һәм көслө ынтылыуын асыҡ күрһәтте. Съезд башҡорттарҙың өлкә (милли) шураһын (советын) һайланы, уға агитаторҙар ҡатнашлығы аша, шулай уҡ матбуғатта баҫып сығарыу аша халыҡҡа съезд ҡарарҙарын киң аңлатыу эшен йәйелдереү һәм ирекле (автономиялы) Башҡортостандың ғәмәлгә ашыуын пропагандалау, башҡорт халҡын берләштереүгә әҙерләү бурыстары йөкмәтелде. Ҡаруанһарайҙың бинаһы (ул башҡорт ерендә йәшәгән кешеләрҙән йыйылған аҡса иҫәбенә төҙөлгән) башҡорт халҡының милли мөлкәте тип иғлан ителде.
1917 йылдың 10 авгусы Башҡортостан өлкә шураһы Башҡортостандың 11-се өлкә съезын Өфө ҡалаһында саҡырҙы, ул райондарҙа (төбәктәрҙә) һәм улыстарҙа шуралар (советтар) ойоштороу хаҡында, башҡорт халҡы йәшәгән губерналарҙан айырым исемлек менән Учредительный йыйылышына кандидаттарға тауыш биреүгә әҙерләнеү, буласаҡ Башҡортостандың сиктәрен билдәләү проектын (положениеһын) өлкә Милли шураһына тапшырыу хаҡында ҡарарҙар ҡабул итте.
Съезд тарафынан милли өлкәгә йөкмәтелгән бурыстар үтәлгән: ғөмүмән, район һәм улыс советтары яғынан һәйбәт ҡуйылған һүҙ һәм матбуғат агитацияһы барлыҡ өмөттәрҙе аҡланы, тиергә була.
Башҡорт исемлегенән күрһәтелгән туғыҙ башҡорт делегаты Учредительный йыйылышына һайланды.
Бөтөн Рәсәй Учредительный йыйылышын саҡырғанға тиклем Башҡортостан өлкә милли советы исеменән Бөтөн Рәсәй ваҡытлы хөкүмәте алдында башҡорттарҙың автономияһын таныу хаҡында тәҡдим индерелгәйне. Ваҡытлы хөкүмәт башҡорттарҙың тәҡдимен кире ҡаҡты, йәнәһе, ундай мәсьәләләрҙе хәл итеү Бөтөн Рәсәй Учредительный йыйылышына ғына рөхсәт ителгән.
Башҡорт халҡының шатлыҡлы уңыштарына илебеҙҙә күрше йәшәгән милләт вәкилдәре төрлөсә ҡараны. Ҡырғыҙҙар, һарттар һәм украиндар, Кавказ халыҡтары башҡорт милләтенең ошондай алдынғы хәрәкәтенә ярайһы ғына теләктәшлек күрһәтте һәм игелекле ҡараш белдерҙе.
Төрлө ҡыйынлыҡтар, кәртәләр булыуға ҡарамаҫтан, 1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбур ҡалаһында III Башҡорт учредительный съезы – Ҡоролтай асылды. Башҡортостан автономияһы хаҡындағы хәлде ғәмәлгә ашырыуға бәйләнгән мәсьәләләрҙе бөтә яҡлап тикшергәндән һуң, Ҡоролтай тантаналы шарттарҙа башҡорт халҡының территориаль (тупраҡлы) автономияһын – Башҡортостанды иғлан итте. Был бөтөн башҡорт халҡы араһында һөйләп бөтөп булмаҫлыҡ оло дәрт тыуҙырҙы.
19 көн буйы дауам иткән Ҡоролтай 1917 йылдың 27 декабрендә үҙенең эшен тамамланы. Башҡортостанға идара итеү өсөн Башҡоролтай, Башҡорт хөкүмәтен һәм 22 кешенән торған парламент һайланы. Парламент хөкүмәт ағзаларын ҡуйҙы, ошоларҙы ҡоролтай раҫланы. Хөкүмәт рәйесе итеп Ю. Бикбов, ағзалары итеп Ш. Манатов, Ә. Вәлидов, М. Ҡулаев, И. Мутин, А. Йәғәфәров раҫланды. Башҡортостандың төп закондары эшләнде. Административ идара итеү тәңгәлендә Башҡортостан кантондарға бүленгәйне, һайланған Башҡортостан хөкүмәте үҙ эшен башланы, ул ошо йүнәлештә ваҡытлыса Ырымбур ҡалаһында Советтар власын иғлан иткәнгә тиклем ҡалды. Ырымбурҙа Советтар власы 1918 йылдың февралендә иғлан ителде.
Башҡорт халҡының үҙенең йәшәү мөҙҙәтендә иң ҡатмарлы осор кисергән ошо ваҡиғаларҙы тере йәндәр аша һөйләп биреүгә Башҡортостандың сәнғәт хеҙмәткәрҙәре баҙнат иткән. Әйтергә кәрәк, тулы метражлы тарихи фильм төшөрөү еңел башҡарыла торған шөғөл түгел. Әммә “Беренсе республика” фильмын ҡарағас, ошондай оло эште үҙебеҙҙең оҫталар башҡара алыуына ышанаһың. Режиссер Б. Йосопов, сценарий авторҙары Т. Бабичева, Г. Саламатова үҙҙәренең өҫтөнә төшкән оло вазифаны еренә еткереп башҡарған. Актерҙар шулай уҡ үҙ ролдәренә етди ҡарап, бынан йөҙ йыл элек булған ваҡиғаларҙы кәүҙәләндереүҙә күп көс һалып башҡарып сыҡҡан, тип әйтһәң, һис тә яңылышмабыҙ. Картиналағы актерҙар ул заманда йәшәгән әҙәм балаларының тышҡы ҡиәфәтен биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың эске тойғоларын, уйҙарын да аңлап уйнайҙар, ошо образдарҙы элекке осорҙа йәшәгән ил ағзалары итеп, уларға ышанып, шатланып ултыраһың.
Бигерәк тә Ш. Бабич ролен башҡарған актер И. Таһиров “тере” Бабичты кәүҙәләндерә, уның тирә-йүндә барған ваҡиғаларҙа ысын шағир йөрөүен күреп ышанаһың, уның менән бергә шатланаһың, көйөнәһең.
Шағирҙың дуҫы булып уйнаған актер Р. Абдуллин тамашасы алдына Иркәбаевты ысын шағир итеп килтереп баҫтыра. Бәләкәй генә ролде (Сәрүәр) башҡарған А. Әҙеһәмова шулай уҡ үҙ ролен бирелеп уйнай, уның һүҙҙәре лә әллә ни күп түгел, ә актриса хәрәкәттәр аша үҙенең хәлен, икенсе кешегә (Бабичҡа) мөнәсәбәтен һәйбәт башҡара. Шулай уҡ Вәлиулла Иманский-Мортазин булып уйнаған (Р. Хайсаров), Ғ. Әлмөхәмәтов (Р. Хәсәнов), Ғ. Амантай – (Ф. Толомғужин), Ғ. Дәүләтшин (И. Миңләхмәтов), М. Халиҡов (Ф. Ғарипов), Д. Юлтый (Р. Сәлмәнов), И. Мәһәҙиев (А. Ҡунаҡбаев) һәм башҡа актерҙар үҙ ролдәренә оҫта инеп, ул саҡтағы дәрәжәле вазифаларҙы биләп, халҡыбыҙҙы алда торған оло бурыстарҙы башҡарыуға өндәп, ысын етәксе булып иҫтә ҡала. Бына ошо актерҙар экранда күренеү менән ирекһеҙҙән күҙҙән йәш эркелә башлай.
Ул заманда ла үҙ халҡының күренекле сибәр ҡыҙҙары хәлендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар булған. Улар, яуаплы вазифаларҙы башҡарып, милләтебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарын ирекле тормошҡа сығарыу тәңгәлендә яңы аҙымдар яһауға өндәгән. Ошондай ролдәрҙе бөгөнгө көндә лә әүҙемлек күрһәткән йәштәр оҫта итеп башҡара. Иң беренсе булып әҙәбиәт даирәһенә инеп, һәйбәт әҫәрҙәр тыуҙырған Һ. Дәүләтшина ролен Л. Исҡужина оло оҫталыҡ менән уйнап, яҙыусы Һәҙиәне кәүҙәләндерҙе. Шулай уҡ 1937 йылда репрессияға эләгеп, һуңынан СССР-ҙың халыҡ артисы булып киткән 3. Бикбулатова ролен Р. Бабич ифрат оҫта башҡарҙы. Д. Юлтыйҙың ҡыҙы Н. Юлтыеваны Р. Кристи йәнле итеп сағылдырҙы.
Совет осоронда йәшәгәндә Башҡортостан тормошонда үтә лә оло эштәр башҡарыла. Сәнғәт өлкәһендә ҙур аҙымдар менән алға китеш һиҙемләнә (яңы таланттар асылып, юғары уңыштарға өлгәшәләр), алтын, көмөш табып эшкәртеү, бигерәк тә нефть сығарып эшкәртеүҙә, төҙөлөш, транспорт өлкәһендә йылдам уңыштарға өлгәшелә. Ауыл тормошонда коллектив хужалыҡтарға (колхоз, совхоздар) берләшеп заман техникаһына хужа булып, крәҫтиәндәр оло уңыштар яулай. Ошо мәлдә милли мәктәптәрҙең киң селтәре, һөнәри училищеларҙың, техникумдарҙың, беренсе эшсе факультеттарҙың тәүге типтары барлыҡҡа килә. Башҡорт телен өйрәнеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә.
Ошо ваҡытта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, фәндең һәм мәҙәниәттең башҡа үҙәктәре асылып, эш башлай, театрҙар тәүге пьесаларын сәхнәгә сығара. Бер һүҙ менән әйткәндә, республикабыҙ тормошоноң һәр өлкәһендә тормош ҡайнай, алға китеш һиҙелә.
Бына шундай дөйөм күтәрелеш мәлендә республикабыҙ тормошонда репрессия тигән ҡәһәрле күренеш башланып китә. Бығаса үҙенең барлыҡ көсөн халҡының көнкүрешен, сәнғәтебеҙҙе, ауыл хужалығын, фәнде, мәҙәниәтебеҙҙе юғары күтәреүгә биргән шәхестәрҙе ҡулға алып, “халыҡ дошманы” тигән ҡушамат тағып төрмәгә яба, физик яҡтан юҡ итеүгә тотоналар.
Быға тиклем күренекле яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, артист, композитор булып йөрөгән шәхестәр юҡ ителә. Ошо процестарға эләгеп, төрмәләрҙә ғазап сиккән кадрҙарҙы ҡарау үтә лә ауыр бит.
“Беренсе республика” фильмын ҡарағас, берсә ғорурланып ултыраһың, уйлана төшкәс, тәрән төшөнкөлөккә бирелгәндәй булаһың. Ата-бабаларыбыҙ ғүмер-ғүмергә батша замандарында 10-12 йыл һайын идара итеүселәргә ҡаршы сығып, баш күтәргән, уларҙы ошоноң өсөн аҫҡандар, атҡандар, ҡолаҡтарын, телдәрен киҫкәндәр...
Ул баш күтәреүҙәрҙең һәр береһе кино таҫмаһына төшөрөлөргә хаҡлы лабаһа. Ни өсөн беҙ ошо хаҡта уйланмайбыҙ?! Бер уйлаһаң, уларҙы төшөрөү өсөн яҙыусыларыбыҙ ҙа, уйнау өсөн актерҙарыбыҙ ҙа бар бит. Сәбәбен эҙләһәң, уны табыуы ауыр түгел. Хәл итеү юлын табыр кәрәк.