Үҙ халҡын юғары сөйгән шәхес.
Өлфәтте үҙем килеп таптым. Йомошом, үҙемә ҡалһа, бик ҙур һәм изге. Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында ерләнгән ишан-хәҙрәт шәйех Ғиләжетдин олатайымдың ҡәберенә уның рухына ярашлы һәм минең хәлдән килерлек хәтер ташы ҡуйҙырыу өсөн миңә уның кәңәше бик мөһим ине.
Скульпторҙың оҫтаханаһына килеп ингәс тә, ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған доғаларҙан торған шаманлы ҡәбер ташы һүрәтенә күҙем төштө, мин уға бөтә күңелем менән тартылдым. “Ошондай ташты олатайымдың ҡәберенә бик теләп ҡуйыр инем”, – тип Өлфәткә һүҙ ҡуштым.
Күңелендә дөлдөл йөрөткән
Һәр һүҙен уйлап, дәлилләп, ашыҡмай ғына һөйләгән яҡташым: “Һинең ул тиклемгә көсөң етмәҫ, күләмен мөмкин тиклем бәләкәйләтеп ҡуй, әммә бөтөнлөгөн һаҡла”, – тип кәңәш бирҙе.
Өләсәйем Хәйерниса Ғабдрахман ҡыҙы Ғиләжетдинованың һөйләүенсә, “ишан хәҙрәтте ерләргә тирә-яҡтан хәтәр күп кеше йыйылған, уны ҡәҙерләп, хөрмәтләп зыяраттың ҡалҡыу битләүенә ерләп, Бохаранан дөйәгә тейәп килтерелгән, исеме ғәрәп хәрефтәре менән уйылған таш та ҡуйғандар ҡәберенә”.
Йылдар үтеү менән таш ыуала, шәйехтең исеме юйыла башланы, ни тиһәң дә, әлеге мәҙхиә 130 йыл элек ҡуйылған. Өләсәйемдең (хәҙрәттең Ғабдрахман исемле төпсөк улының ҡыҙы) һөйләүенсә, ишан-хәҙрәт олатай үҙенең ҡәберен икеләтә кәртә менән тоторға васыят ҡылған. Шуларҙы иҫтә тотоп, мин Өлфәттән тимер рәшәткә өсөн дә эскиз яһап биреүен һораным.
Бөтә үтенестәрем дә оло теләк менән башҡарылды, хатта олатайым тураһында әле мин дә белмәгән-ишетмәгән мөғжизә (асылда ысынбарлыҡ) хәлдәрҙе һөйләп, күңелде үҫтереп ҡайтарып ебәрҙе.
Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: ваҡытында Ғиләжетдин хәҙрәт менән Зәйнулла Рәсүлев бергә хаж ҡылған, Бохараға йөрөгән. Бер сәфәрҙәре бик көсөргәнешле булып, “әгәр ҙә иҫән-һау ҡайтып, улыбыҙ тыуһа, икебеҙ ҙә Ғабдрахман исемен ҡушырбыҙ” тип һүҙ ҡуйышҡандар. Уландары ла бер-береһен белеп, рух һәм дин берлегендә йәшәгән. Ғабдрахман олатай ҙа үҙенең төпсөк улына атаһының дуҫы, бер тәриҡәттә торған остазы Зәйнулла исемен һайлай.
Шулай итеп, беҙ Илкәнәй халҡы менән берлектә Нарыҫтауҙы биҙәгән сәхәбәләр ташының өлгөһөндә олатайыма бик ыҡсым, йәнде йылытып ҡына торған мәҙхиә ташы ҡуйып ҡыуандыҡ.
Тирә-яҡҡа үҙенең донъяуи һәм дини белемдәрҙе тәрән эстәүе менән киң билдәле, кешеләрҙе ямандан дауалап, яҡшыға әйҙәгән, башҡорт халҡының Урал батырынан башлап бөтә батырҙарына, билдәле шәхестәренә, зыялыларына аят-доғалар уҡыған хажи хәҙрәт Ғәбдрафиҡ Мырҙашев Ташлыкүлдән үҙенең шәкерттәре менән сәғәте-минутында килеп етеп, Ҡөрьән сығып, беҙҙең ҡулға көрәк тә тейҙермәй, был изге эште тамамлап та ҡуйҙы. Ғиләжетдин ишан-хәҙрәттең изге һөйәген Өлфәттең һыҙмаһы буйынса Ташлыкүл егете мәрхүм Ринат Солтанов ҡойған ыҡсым рәшәткә һаҡлай.
Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә уҡығанда уҡ мин Өлфәтте күреп белә инем, уның бала саҡтан уҡ беҙҙең һымаҡ еңел-елпе түгел, ә үҙе бер төрлө, һәр ташҡа, һәр ағасҡа иғтибарлы булғанына бер ни тиклем ғәжәпләнеп ҡарай торғайныҡ. Кем уйлаған, күҙе менән генә көлөп, һәлмәк кенә баҫып йөрөгән Өлфәт күңелендә шул ваҡытта уҡ дөлдөл йөрөткәнен.
Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға ингән йылда рәссам Рәшит Ғәлимов (беҙгә еҙнәй тейеш, хәҙер мәрхүм инде): “Килен, ҡара әле, ошо Ай ҡыҙы һиңә оҡшаймы?” – тип бер фотоһүрәт күрһәтте. “Оҡшамай ни, был бит тере ҡыҙ, хәҙер генә Айҙан төшөп, һыуға китеп барғандай, итәктәре елпелдәп тора, буй-һыны ла килешле, йөҙө лә нурлы”, – тип һоҡланыуымды йәшермәнем. “Һеҙҙең Өлфәт Ҡобағошовтың эше, бик талантлы егет”, – тине Рәшит Мәхмүт улы.
Өфөгә ҡайтҡас, скульпторҙың “Таймаҫ ауылы” исемендәге фәнни-популяр хеҙмәтен уҡып, яҡташыма ҡарата һоҡланыуым икеләтә артты.
Үҙен-үҙе хөрмәт иткән, ерен-һыуын таныған һәм яратҡан, үҙ халҡына, тарихына битараф булмаған һәр көйөргәҙенең өҫтәл китабылыр ул был баҫма. Ундағы мәғлүмәт иҫ киткес: Көйөргәҙе районының һәр ауылын, һәр тау-ташын, һәр бер ябай тракторсыһынан башлап унан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең һәммәһен үҙ йөрәгенә нисек һыйҙырған да нисек, нисә йылдар буйы яҙҙы икән был юлдарҙы Өлфәт?! Шул тиклем дә ата-инәһен, ырыуын, тыуған ерен, халҡын һанлаған, ҡәҙерләгән, ихтирам иткән, уның һәр йырын, риүәйәтен өйрәнеп, ябай ер кешеһенә – ауылдаштарына һоҡланып, һәр ағас-ташын ҡойоп, башҡорттоң мәртәбәһен белеп, үҙ халҡын юғары сөйгән шәхес булыр икән Таймаҫ ауылы егете.
Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эшләй
Заманаларҙың, түрәләрҙең, хөкүмәттең үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, халыҡ үҙенең аҡыллы шәхестәрен, ҡанлы һәм күҙ йәшле, тыйылған тарихи үткәнен һаҡлаған, уны киләһе быуындарға һөйләп тә, көйләп тә һеңдереп ҡалдырған. Миңләхмәт ағай ҙа бөтә белгәнен, башҡорт халҡының, аҫаба халыҡтың йәшәйешен, уның бай тарихын улдарына вариҫлаған. Өлфәттең был китабы төп мәғлүмәтсе Миңләхмәт ағайҙың яҡты иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә тиң. Ә былтыр Арғаяш районының Арғаяш ауылына ингән ерҙә Йосоп Тимерхан улы Ҡунаҡбаев идеяһын тормошҡа ашырып, Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл – шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның һүҙҙәре менән әйткәндә, “Өлфәттең үҙе иҫән сағында үҙенә ҡуйған һәйкәл ул”.
– Был һынды биш йыл тигәндә саҡ тамамланыҡ, – тип һөйләне скульптор-монументалист. – Бер заводҡа барып һөйләштек, проектын эшләнек, һыҙмаларҙы күрһәтеп, күпме материал кәрәген иҫәпләп бирҙек. 30-40 тоннаға яҡын материал талап ителгәнен, ҡойоу технологияһын, нисек ҡуйыла, нисек беркетелә – бөртөкләп яҙып, һыҙмаларҙы заводҡа тапшырҙыҡ.
Йосоп бик сыҙамлы, дини егет булһа ла, түҙмәй: “Өлфәт ағай, әллә бетондан ғына ҡояйыҡмы, тиҙерәк тә ҡуйылыр, арзаныраҡҡа ла төшөр”, – тип хафаланды. “Юҡ инде, егет, Көньяҡ Уралдың үҙәгендә йәшәп, гранит кеүек таштарҙы тибеп атлап йөрөп, Арғаяш ерен бихисап суйын заводтары биләп алғанда, бетондан һәйкәл ҡуйып ултырмайбыҙ инде. Был данлыҡлы кавалерияның һәйкәле һәр тарафҡа ете-һигеҙ саҡрымдан күренеп торорға, граниттан ҡойолорға һәм монументаль һын булырға тейеш”, – тип ҡәтғи яуапланым.
Эш әкренләп яйға һалынды. Арғаяш скульпторы Наталья Куликова менән хеҙмәттәшлек иттек, ташты бушҡа бирергә булдылар. Әллә изге әүлиәләр ярҙам итте, әллә халыҡ рухы беҙҙе маҡсаттан артҡа сигендермәне. Бик күркәм, бик көтөлгән, киләһе быуындарға ата-бабаларының батырлығын һөйләп торған эш тормошҡа ашты…
Билдәле скульпторҙың Красноусолда 2007 йылда ҡуйылған “Табын иле” монументын да халыҡ бик йылы ҡабул итте.
– Ул монументты мин бер тында башҡарып сыҡтым, тип әйтергә була, – ти үҙ эшенең оҫтаһы Өлфәт. – Идеяһы Табын ырыуы ҡорбашы Мөхәммәт Мөхәмәтулла улы Алсынбаевты, уның илдә билдәле, ҙур ҡеүәтле “Иммунопрепарат” предприятиеһының генераль директоры булып эшләгән мәле ине.
“Табын иле” монументы ябай ҡәбер ташы түгел, суйындан ҡойолған барельефтар, эстәлекле яҙыуҙар булырға, мөһабәт күренеш һынланырға тейеш тигән талап ҡуйҙым, ризалаттым. Эш шул тиклем ыңғай китте, үҙем ҡарап тороп, Учалы карьерында 40 тоннанан артыҡ таш сығарта алдым, суйын ҡойоу заводында минең эскиз буйынса граниттан монументаль һәйкәл ҡойолдо.
Өлфәт Ҡобағошовтың үҙенең халҡы хаҡына бушлай башҡарған эштәре, үрҙә телгә алынғандарҙан тыш, ифрат күп. Һуңғы ун йылда ғына ла мәрхәмәтлек фондтарына миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.
– Проекттарымдың 75-тән ашыуы тормошҡа ашырылды, әле башҡарылаһы эштәр алда әле, – ти Өлфәт, сабыр ғына йылмайып.
Скульпторҙың оҫтаханаһынан сығып, яйлап ҡына Ленин урамынан атлайым. Мин яратҡан Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, ситтә йәшәгәндә һағынып ҡайтып бер атлап үтеүҙе бәхеткә һанаған аллея. Хыялланып китеп барам: “Их, ошо арт-һындар урынына үҙебеҙҙең Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ғата Сөләймәнов, Әхмәт Сөләймәнов, Әнүәр Әсфәндиәров һәм башҡа бик күп шәхестәребеҙҙең, халҡыбыҙҙың ғәзиз улдарының һыны торһа ине”.
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө ябай ҡала түгел, ул – башҡорттоң Мәккәһе. Нисәмә йылдар күпме әҙәм балаһы тыуған Башҡортостанын һағынып Өфөгә ҡайта: нисәмә быуын ошонда белем алып, рухын нығытып, сит тарафтарға хеҙмәт юлына китә; нисәмә пар төрлө яҡтарҙан килеп, Өфөлә ҡауыша, күпме яҙмыш йомғаҡтары Өфө урамдарында һүтелә, ә күпме кешенең билдәле булып китеүе үрҙә әйтеп үтелгән, әйтеп бөтөлмәгән башҡорттоң арҙаҡлы улдары исеме менән бәйле.
Миңә ҡалһа, Өфөлә баш ҡалабыҙҙың, Башҡортостандың данын ҡитғаларға таратҡан ул һәм ҡыҙҙарыбыҙға һәйкәлдәр аллеяһы булдырыу сит ил туристары өсөн дә бик фәһемле күренеш булыр ине. Ә ул изге эште, йөрәк йылыһын биреп, тәүәккәл атҡарып сығыр ир-егеттәр бар. Уларҙың береһе – Өлфәт Ҡобағошов.