“Тарих биттәре”ндә – ҡыйғылар.
Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы уҙғарылған “Тарих биттәре” марафоны халыҡтың көтөп алған байрамдарының береһенә, матур йолаға әүерелде. Райондан-районға тапшырылып килгән эстафета байрағын ҡыйғылар күтәрҙе: Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уларҙың мәҙәни тамашаһы үтте.
Фойела – бер-бер артлы теҙелеп киткән сағыу күргәҙмәләр, сәхнәлә бай йөкмәткеле концерт бара. Ҡыйғы халҡы концерт программаһынан данлы-шанлы тарихыбыҙҙың бер битен дә төшөрөп ҡалдырмаған – концерт “Ҡыйғыр батыр” риүәйәте менән башланды. Ҡатай ырыуы, ер-һыу тарихы сәхнәлә генә түгел, проектор ярҙамында күрһәтелгән кино таҫмаһында ла сағыла, тап шул таҫмала – Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Ҡыйғы районының хозур тәбиғәте, Әй буйҙары...
Сәхнә тултырып сығып баҫҡан бер төркөм ир-егет башҡарыуындағы “Уралтау” йыры тамашаның иң эпик мәленә дәғүә итерҙәй – һәр йырсының ҡулында һөңгө, бөркөт ҡарашында – рух ныҡлығы, тауыштарында – ҡорос сыңы.
Ҡыйғы районы Салауат Юлаевтың Емельян Пугачев менән тәүге осрашыу урыны булараҡ тарихҡа ингән. Был хаҡта “Салауаттың батыр эҙҙәре” композицияһы аша телгә алынды, Салауаттың изге исеме, яҡты рухы ҡыйғыларҙың байрамына айырыуса йәм өҫтәне.
“Борғоланып ятҡан йылғалары, сылтырап аҡҡан шишмәләре, йәйрәп ятҡан ялан-күлдәре, бөтмәҫ дәртле, моңло, ҡайнар хисле, ҡунаҡсыл халҡы менән дан тотҡан бәрәкәтле Ҡыйғы еренән ҡайнар сәләм!” — тип тәбрикләне зал тултырып килгән яҡташтарын тамашаны алып барыусылар.
Мәртәбәле сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Айгөл Хәсәнова, “Берҙәм Рәсәй” һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Түрйәнова, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
“Тарих биттәре” марафоны, исеменән үк күренеп тороуынса, Башҡортостандың бар райондары тарихына байҡау яһауҙан ғибәрәт. Ҡыйғының тәүге аҙымдарын, революция, граждандар һуғышы, колхоз төҙөү йылдарын “Беҙҙең колхоз ҡыҙҙары” музыкаль композицияһы менән “Әйлеләр” фольклор ансамбле сағылдырҙы, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуын иһә “Һомай” фольклор коллективы “Ил арбаһы” театрлаштырылған тамашаһы аша күрһәтте. Ғөмүмән, был изге һуғышҡа айырыуса иғтибар бүленде. Шулай булмай ни: Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшин, Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Берлинғаса яу яланын үткән Һылыу Әхмәтова, билдәле шағир, яугир-хәбәрсе Хәниф Кәрим тап Ҡыйғы районынан сыҡҡан.
Был донъяла иң ҡәҙерлеһе – ул тыныслыҡ. “Үлемһеҙ полк”, Афғанстанда һәм Чечняла яу юлы үткән һалдаттар сығып баҫты. Уларҙың янында кескәй ҡыҙсыҡ пәйҙә булды ла сағыу тауышы менән һорау бирҙе: “Нимәгә ул һуғыш, әйтегеҙсе?!” Тамашасы был көслө мәлдән арынып та өлгөрмәне, артабан сәхнәне кескәй дуҫтарыбыҙ биләне. Йыр һәм бейеү аша бик мөһим бер фекерҙе еткерергә ашыҡты улар: беҙ һуғыш өсөн тыумағанбыҙ...
2019 йылдың Театр йылы итеп иғлан ителеүе ҡыйғылар өсөн икеләтә әһәмиәткә эйә. 1934 йылда Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры ойошторола. Тәүҙә туғыҙ актерҙан ғына торған театр тора-бара киң ҡанат йәйә, Ғәлимә Сәғитова, Афзал Камалов, Ғималетдин Минһажев, Ғафур Латипов кеүек сәхнә әһелдәренә осош бүләк итә, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков менән тығыҙ ижади дуҫлыҡ булдыра. 1997 йылдан алып Ғималетдин Минһажев исемен йөрөткән халыҡ театры, “Башмағым” спектаклен сәхнәләштереп, төрлө бәйгеләрҙә лауреат исеменә лайыҡ була. Беҙ һүҙ алып барған концертта “Башмағым” йәнә сәхнәгә сыҡты, сығыу ғына түгел, спектаклдән өҙөктә Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡыйғыларҙың яҡташы Рәүис Заһитов та уйнаны.
Театр сәнғәтенең тағы бер гүзәл яғы менән таныштырҙы тамашасыны Ҡыйғы районы һәүәҫкәрҙәре. “Илһам” республика бәйгеһе дипломанттары (етәксеһе – Марина Кашапова) сәхнәгә ҡул театрын сығарҙы. Ҡулдар ярҙамында ғына балыҡ, ҡурай, 2019 кеүек төрлө һындарға һәм һандарға әйләнеүҙән тыш, “Ҡыйғы” һәм “Бәхет һиңә, Тыуған илем!” кеүек тулы һүҙҙәр йәки һөйләмдәрҙе сағылдырыуын зал көслө алҡыштарға күмде.
— Сара өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең өсөн филармония залының тулы булыуы бик мөһим ине. Тамашала районыбыҙҙың үҙенсәлектәрен, матурлығын, хозур тәбиғәтен, Ҡыйғы халҡының эшһөйәр, һәләтле булыуын күрһәтергә тырыштыҡ, – тине кисә һуңында район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов һәм “Тарих биттәре”нең эстафета байрағын Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдиновҡа тапшырҙы.