Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Апрель 2019, 17:51

Халҡым күкрәгендә һыҙлай яра...

Башҡорт кинемато­графияһы яңырыу кисерҙе – Башҡортостанға теүәл 100 йыл тулғанда Булат Йосоповтың “Беренсе республика” тулы метражлы картинаһы тамашасы хөкөмөнә сыҡты.

Башҡорт кинемато­графияһы яңырыу кисерҙе – Башҡортостанға теүәл 100 йыл тулғанда Булат Йосоповтың “Беренсе республика” тулы метражлы картинаһы тамашасы хөкөмөнә сыҡты.


Илай-илай ҡараны уны ғәм ха­лыҡ. Юҡ, арттырыу түгел был. Хатта ир-егеттәр ҙә күҙ йәшен йәлләмәне. Башҡортмон тигән башҡорттоң йөрәк түрендәге иң нескә ҡылдарҙы сиртте “Беренсе республика”.

Фильм бөтә башҡорт халҡы өсөн яҡты, өмөтлө, тыныс мәлдәрҙән башланып китә. Башҡорт совет автоно­мияһы төҙөлөүгә ун йылдан артыҡ ваҡыт үткән, сәйәси, ижти­мағи, мәҙәни һәм сәнғәт өлкә­ләренең һәр бере­һендә яңырыу бара, һәр бер тармаҡта илебеҙҙең аҫыл улдары ең һыҙғанып эшләй. Беренсе башҡорт театры беренсе гастролдәргә юллана, халыҡ-ара кимәлгә сыға, төпкөл ауылдарҙан ынйы бөртөктәреләй йыйып алынған башҡорт йырсыларының беренсе тулҡыны Мәскәү кон­серваторияһына уҡырға инә, башҡорт теле буйынса беренсе әсбаптар баҫыла, уның әҙәби варианты ҡабул ителә, матбуғат әүҙем эшләп килә, әҙәбиәттең аҫыл өлгөләре яҙыла... Автономия төҙөп ҡалдырған­дар, яуҙа һәләк булған­дарҙың изге ғәмәлен дауам итә Аҙнабаев, Әл­мөхәмәтов, Юлтый, Амантай, Йәнәби, Дәүләтшиндар.
Булат Йосоповты иң билдәле башҡорт режиссеры тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Тылсымлы кино донъяһында 90-сы йылдарҙан алып үҙ һүҙен әйтеп килгән Булат Тимер улы бынан ике йыл элек тамашасыны “Бабич” картинаһы менән ҡыуандыр­ҙы. Бөйөк шағир, сәйәс­мән Шәйехзада Бабичҡа тәрән ихтирам, оло һөйөү менән төшө­рөлгән фильмға шулай ҙа ниҙер етмәгән кеүек ине. Әйтеп бөтөлмәгән, ярты урындан өҙөлгән фекер төҫлө тойолдо миңә “Бабич”, быға актер­ҙарҙың театр сәхнә­һендә­геләй уйнауы ла булышлыҡ итте. “Бабич” менән “Беренсе республика” ара­һында режиссерҙың үҫеше, юғары баҫҡысҡа күтәрелеүе күҙәтелә. Хәйер, режиссерҙың ғына микән? “Беренсе республика” картинаһы тәү сиратта идеяһы, техник мәлдәре менән ота. Фильмды үҙенсәлекле иткән тағы ла бер күренеш – ул уңышлы режиссе­лыҡ алымдары.
Беренсе өлөштә төҫтәр гаммаһы тик сағыу, йылы тонда булһа, хәл-ваҡиғалар фажиғәле яҡҡа ҡуйыра башлағас, төҫтәр ҙә үҙгәрә, кадрҙар ҡара-һороға әйләнә, тирә-яҡ мөхит ҡайғы төҫөн кейә.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовты ҡулға алырға килгән ваҡыттағы аяҡ аҫтында ярылып ятҡан пластинка, уны чекист ботин­каларының тупаҫ тапап китеүе, шул уҡ Әлмөхәмә­товтың төрмәгә барып ингәс камераны айҡағанда башҡа зыялылары­быҙҙың берәм-берәм тороп баҫыуы, композиторҙың иртәгә атабыҙ тигән төндә зинданда йыр башлауы, көйҙөң көсәйә барыуы, шул уҡ көй аҫтында Юлтый, Йәнәби, Дәү­ләтшин, Амантай, Аҙнабаевтарҙың үлем күҙенә ҡарар алдынан төрмә коридорында теҙе­леп тороуы, аҙаҡ һуңғыһының ғына иҫән ҡалыу сәбәпле ҡалғандарының юғалыуы... Көслө бит был! Атыу тауыштары ла яңғырамай, ҡан-ҡойош та күрһә­телмәй, әммә тап ошо мәлдә йө­рәкте түҙеп торғоһоҙ итеп һағыш семетә, ә башта тик бер һорау: “Ни өсөн?”
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың “Сайҡа­ла­­лар кәмәләр” йыры фильмды башынан аҙағынаса оҙатып йөрөй, киноның кәйефенә ҡарап урыны менән шат­лыҡлы, урыны менән ҡайғылы яң­ғырай, ошо рәүешле “Беренсе республика”лағы фажи­ғәле мәлдәрҙең әһәмиәтен арттыра.
Иғтибарҙы тағы йәлеп иткәне, күңелгә ятҡаны – актерҙарҙың тарихи шәхестәребеҙ типаждарына ҡарап, уңышлы һайланыуы. Лилиә Исҡужи­наға ҡарап, Һәҙиә Дәүләт­шинаны күрәһең, Рәмзил Сәл­мәновтың йылмайыуында Юлтыйҙы тоҫмаллайһың.
Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ Роберт Йылҡыбаевтың кино донъяһын Рәсәй кимәлендә күреп-белгәне, ҡап уртаһында ҡайнағаны әллә ҡайҙан тойола – уның Ҡасим Аҙнабаев ролен башҡарғандағы оҫта актерлыҡ уйыны һоҡландыра. Артыҡ ҡыланмай ҙа, бар уйыны, бар хәрәкәте, әйткән һүҙе тормош­тағыса, ана шул тормошсан­лығы менән ышандыра ул.
Тарихи фильм төшөрөү икеләтә ты­рышлыҡ талап итә, беренсенән, бар факттарҙың дөрөҫ булыуы мөһим, икенсенән, заманса Өфөлә үткән быуат­тың 30-сы йылдарын һынлан­дырыу, хромакей техно­логияһы буйынса эш алып барыу еңелдән түгел. Был йәһәттән “Беренсе республика” фильмын тө­шөрөүселәргә афарин тип әйтергә генә ҡала, сөнки картина дауамында шул осорға, мөхиткә башкөллө сумаһың, ә геройҙарҙың иҫке Өфө буйлап йөрөүҙәренә тамсы ла шик ҡалмай.
“Бөйөк фильм төшөрөр өсөн өс әйбер мөһим – сценарий, сценарий һәм тағы берҙе сценарий” тигән Альфред Хичкок. Таңсулпан Бабич менән Гөлсәсәк Саламатова Ҡасим Аҙна­баевтың көндәлектәренә, архив материалдарына таянып, фильмдың беренсе кадрҙарынан уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә алырлыҡ үҙенсәлекле сценарий яҙыуға өлгәшкән.
“Беренсе республика” башынан аҙағынан алып “ебәрмәй”, ә картина һуңында ҡыҙын күтәреп, Өфө урамдарынан Совет майҙанына табан төшөп барған Ҡасим Аҙнабаевтың шул йылдарҙың бөйөк­лөгө, утыҙ етенсе йылдың 10 июлендә һәләк булған шәхестәребеҙҙең исеме киләсәктә лә онотолмауына өмөт менән әйтелгән һүҙҙәре йөрәктә уйылып ҡала, тағы-тағы тетрәнергә, тәрән һағышҡа сумырға мәжбүр итә.
... Фильм тамамланды, титрҙар кит­те. Ғәҙәттә, ҡара экранда проект өҫтөндә эшләүселәрҙең һанһыҙ исем-шәрифтәре йөҙөп сығыу ме­нән кинозалды ташлап китергә күнеккән халыҡ был юлы ҡымшан­май ҙа ултыра бирҙе. Тора-бара титрҙар ҙа бөттө, экран һүнде. Ут тоҡанды. Шул саҡ залда кемдер алҡышлап ебәрҙе, уға беренсеһе, икенсеһе, өсөнсөһө ҡу­шылды. Ҡул сабыусыларҙың күбе­һенең күҙендә йәш.
Яҙмамдың башында юҡҡа ғына башҡорт кинематографияһында яңы­рыу тимәнем. Булат Йосопо­тың “Беренсе республика” фильмы – беҙҙең кино сәнғәтебеҙҙә яңы һүҙ, сәпкә тейгән һүҙ. Был матур башланғысты дауам итеп, киләсәктә лә кино йыһа­нының күгендә яңы­нан-яңы йондоҙҙар балҡыр, тип ышанғы килә.
Читайте нас: