Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Апрель 2019, 14:37

Итальяндар хайран ҡалған

Роза Закирова музыка менән бала саҡтан шөғөлләнә. Беренсе тапҡыр сәхнәгә ул ете йәшендә сыҡҡан. Сәнғәткә һөйөүе уны Өфө сәнғәт училищеһына килтергән. I курстан ул башҡорт милли ҡоралы думбырала уйнай башлаған. Ә II курста республикалағы йәш музыканттар араһында үткәрелгән бәйгелә икенсе урын яулаған.

– Төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу – артабанғы үҫеш өсөн ҙур этәргес. Күп кенә осраҡта кеше музыка менән үҙе өсөн шөғөлләнә. Әммә ниндәйҙер конкурста ҡатнашҡандан һуң, был мауығыуҙың ниндәйҙер ҡаҙанышҡа әүерелеүе ихтимал, – ти ҡыҙ.

Былтыр йәй Роза сит илгә гастролгә сыҡҡан. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле етәксеһе А. Нурмөхәмәтов уға Италияға оркестр составында барырға саҡырған. Баҡтиһәң, был халыҡ-ара фестивалдә бар бейеүселәр ҙә “тере” көй аҫтында бейергә тейеш икән. Шуға ҡурай, думбыра, баян, барабан һәм бас-гитаранан торған башҡорт ансамбле төҙөлгән. Итальян ерендә туған моңдар тағы ла үҙенсәлеклерәк яңғыраған. Бразилия, Босния, Перу һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡатнашыусылар менән яҡташтарыбыҙ Италияның Рим ҡалаһында сығыш яһаған. Өс аҙна буйы итальяндар башҡорт мәҙәниәте, халҡыбыҙҙың көнкүреше менән танышҡан. Уларға беҙҙең сәк-сәк, ҡоймаҡ, башҡорт балы бик ныҡ оҡшаған.
Читайте нас: