Ойошма рәйесе Фәнил Бүләков башҡарылған эштәргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Ултырышта мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленде, шулай уҡ башҡа көнүҙәк милли проблемалар күтәрелде.