Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Апрель 2019, 17:45

Минең республикам яҙмышын белһәң...

Тып-тыныс ҡына йәшәп ята инем, “Беренсе республика” фильмына саҡырыу килеп төштө. Режиссеры – Булат Йосопов, сценарий авторҙары – Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова. Сәнғәттең көсө, бигерәк тә киноның тәьҫир итеүе хаҡында күптәр яҡшы белә. Ә бында һүҙ илебеҙ, еребеҙ, милли зыялылар хаҡында бара. Уйлаһаң, уйылып китерлек бит: 1938 йылдың 10 июлендә бер юлы 44 шәхес иң ҡаты хөкөмгә дусар ителгән.

Тып-тыныс ҡына йәшәп ята инем, “Беренсе республика” фильмына саҡырыу килеп төштө. Режиссеры – Булат Йосопов, сценарий авторҙары – Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова. Сәнғәттең көсө, бигерәк тә киноның тәьҫир итеүе хаҡында күптәр яҡшы белә. Ә бында һүҙ илебеҙ, еребеҙ, милли зыялылар хаҡында бара. Уйлаһаң, уйылып китерлек бит: 1938 йылдың 10 июлендә бер юлы 44 шәхес иң ҡаты хөкөмгә дусар ителгән.


“Башҡортостан” гәзитенең элекке баш мөхәррире Төхвәт Йәнәби һуңғы яҙмаларының береһендә: “Бөтәбеҙ ҙә совет дәүләтен төҙөү өсөн эшләйбеҙ, бөтәбеҙ ҙә көс һала, тик ниңә башҡорттар ғына “халыҡ дошманы” һуң?” тигән.

Ысынлап та, ғәжәпләнерлек хәл бит! Һорау­ҙарға һаман да яуап табып булмай. Бына ошо аяныслы хәл­дәрҙе, имен генә йәшәп ятҡан ерҙәренән өҫтәренә нахаҡ ғә­йептәр өйөлгән шәхестәрҙең тетрәндергес яҙмышын картинала нисек тыуҙырҙы икән Булат Йосопов?
Белмәйем, нисек улай килеп сыҡҡандыр, әллә оҫталыҡ тигән төшөнсә кино һайын һөнәр эйәһенә үҙ серҙәрен асамы икән, әммә “Беренсе республика” беҙҙе бер миҙгелгә генә булһа ла бәхетле итте. Эйе, бәхетле итте, сөнки мин Ғәзиз Әлмө­хәмәтовты (Рафиҡ Хәсәнов), Һәҙиә Дәүләт­шинаны (Лилиә Исҡужина), Ғөбәй Дәүләтшинды (Илгиз Миңләхмә­тов), Вәлиулла Мортазин-Иман­скийҙы (Руслан Хайсаров), Мәкә­рим Мәһәҙиевте (Артур Ҡунаҡ­баев), Ғабдулла Амантайҙы (Фә­нил Толом­ғужин), Дауыт Юл­тыйҙы (Рәмзил Сәлмәнов), Зәй­түнә Бикбулатованы (Рушанна Бабич), Муллаян Халиҡовты (Фир­ғәт Ғарипов), Фәйзи Ғәс­кәровты (Азат Ғайнанов) күрҙем, тойҙом. Улар бына-бына янда ине, ижади фекерҙәре, ил ғәме өсөн һыҙ­ланыуҙары менән тоҡандым. Бейеү, йыр, һүҙ сәнғәте, милли әҙәбиәт, фән, матбуғат үҫһен өсөн улар бар ҡеүәтен, рухи потенциалын һалған. Алтын быуаттың алтын шәхестәре!
Ниндәй киң даирәлә фекер йөрөткән, ғорур йәнле, милли асыллы булған беҙҙең башҡорт зыялылары! Был – минең рес­публикамдың аҫыл заттары. Артистарҙың күркәм йөҙ-ҡиәфәте образдарҙы тағы ла күңелгә яҡыныраҡ итә. Төрлө сырайлы башҡорт ир-егеттәре, береһенән-береһе һылыу ҡатын-ҡыҙҙар! Тарихи шәхестәрҙе кинола са­ғыл­дырғанда, ысынлап та, артис­тарҙың баҙыҡ йөҙ-һыҙатлы булыуы мөһим икән.
Башҡортостан автономияһы нисек булырға тейешлеге лә күрһәтелә фильмда. Беҙҙең Автономия – тупраҡлы мөхтәриәт! Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич хыялланған Республика!
Киноның премьераһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған көнөндә булды. Уның яҙмышы, ғүмер юлы, башҡорт халҡының образын прозала тыуҙырған шәхес булыуы хаҡында беләбеҙ. Нескә хисле ошо башҡорт ҡатынының иңенә ниндәй генә һынауҙар төшмәй?! Атҡарған ғәмәлдәренә ҡарайһың да “ә минең ҡулымдан килер инеме икән? Мин милләтебеҙ ҡаҙна­һына ниндәй яҡты ғәмәлдәремде һалдым?” тип уйлайһың.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Төхвәт Йәнәбиҙе алыш­тырған Ҡасим Аҙнабаев көндәлектәренә нигеҙләнеп яҙыл­ған был сценарий. Фильмдағы иң тетрәндергес мәлдәрҙең береһе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов камераға килеп керә һәм унда үҙенең аҫыл замандаштарын күрә!.. Был ни хәл? Нимә эшләгән һуң улар терәп атырлыҡ итеп? Ғабдулла Амантай шунда Ҡасим Аҙнабаев­ҡа: “Беҙ иҫән ҡалмаһаҡ, бала­ларҙы ташлама инде, Ҡасим”, – ти. Киноның исем туйына мәшһүр бейеүсе, Ғабдулла Амантайҙың ейәне Рафаэль Амантаев та килгәйне. Ул: “Ҡасим бабай был донъянан киткәнсе беҙ аралашып йәшәнек!” – тине. Ҡ. Аҙнабаевтың ейәндәре лә, фильмды төшөрөү­селәргә рәхмәтен еткереп, хөкөм ителгән олатайҙарын өләсәйҙәре лагерҙа үлеп барғанда табып алып, артабан бергә йәшәп китеү­ҙәре, оло мөхәббәттә тыуған бала­ларҙың бөгөн яҡты хәтер һаҡлап йәшәүҙәре тураһында әйтте. Әйт­кәндәй, лагерь тор­мошоноң аяныслы мәлдәре лә тетрәндергес итеп бирелгән кинола.
Был фильмды Башҡортостан халҡы, һәр башҡорт мотлаҡ ҡарарға тейеш. Балаларыбыҙ тарихи ваҡиғаларҙың, ошо көнгә тиклем милләтебеҙ ниндәй һынауҙар аша килеп етеүен белергә тейеш. Киноны экранға сығарыуға көс һалған ҡуйыусы-оператор Илья Пономаренко, ҡуйыусы-рәссам Рөстәм Бай­мөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолова, грим буйынса рәссам Олеся Никанорова, композитор Рөстәм Сабитов, тауыш режиссеры Гөлнара Сәйетова – уларҙың барыһына ла айырым рәхмәт!
Донъя ваҡлыҡтарына алданып, беҙ зар­ланырға ла апты­рамайбыҙ. Ә бына ошо кино йәнә лә бер тапҡыр “Ошо хәтлем ҡорбандарҙан һуң һуҡранырға хаҡың бармы, замандашым?!” тигән һорау бирә!
Киноның башынан аҙағына тиклем Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың “Сайҡалалар кәмәләр” йыры яңғырап тора. Иртәгә аталар тигән төндә мәшһүр композитор ошо йырҙы төнө буйы Өфө төр­мәһендә йырлап сыға:

Һуңғы йыр


Мәшһүр йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә.


“Кәмәләр”ҙе һуҙа ғына берәү,

Тертләп ҡуя хатта таш бина.

“Айға ҡарап һағышлана...” – тине

Ни әйтерен белмәй диуана.


Йырым илдә тороп ҡалһын тиеп,

Моңландымы икән әсенеп?

Ҡәҙерлеһе ерҙә ғүмер, тиҙәр.

Бөйөк хаҡтар халыҡ өсөн ул!


Бөйөк хаҡтар...

Бөйөк заттар мәле.

Башҡорт рухы башын күтәрә.

Ҡатил заты йәнә ҡорбан көҫәй:

Айбалтаһын һелтәй ҡантүрә?


Әй, ҡантүрә, минең белгем килә,

Ошо һорау борсой күптәрҙе:

“Ни өсөн һуң? Әйтсе, ни өсөн һуң

Ҡанға мандың йырлы был ерҙе?”


... Ә ул йырлай, ә ул һаман

йырлай,

Үтеп булмай ошо урамдан.

Әйтерһең дә, уның моңо бында

Һәр бер йортто, ташты сорнаған.


Әле булһа Гоголь тыҡрығында

Тоҫҡалғандай беҙгә көбәктәр.

Арынырмы Ватан кешеләргә

Бәндә хөкөм ҡылған был йөктән?!.


Ә ул йырлай, уның моңо һаман

Быуаттарҙы айҡап, Ер гиҙҙе.

Таң да атып килә, ваҡыт етте:

Июль, 10-ы утыҙ һигеҙҙең...



Читайте нас: